Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхетте үҙеңдән эҙлә
Бәхетте үҙеңдән эҙләҺәр кеше үҙ ғүмерендә тормош асылына төшөнөргә, иңенә ниндәй бурыс һалынғанын аңлап, шуны тулы кимәлдә үтәргә тейеш. Был йәһәттән ҡатын-ҡыҙ бигерәк тә талапсан: нисек кенә ауыр булмаһын, маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ынтыла. Һүҙем — һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған илаһи заттарҙың береһе Зилә Аксенова тураһында.

— Учалы районының күркәм тәбиғәтле Рысай тигән ауылында тыуып үҫкәнмен. Йылға буйҙарын, Арҡылы, Ирәмәл тауҙарын, Ҡалҡан күлен, туғандарымды, күршеләремде әле булһа һағынып, ашҡынып ҡайтам. Атайым ғүмер буйы мәктәптә география, биология фәндәренән уҡытты. Әсәйем Рысай урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡарҙы. Икеһе лә хөрмәтле кешеләр булды. Алсаҡлыҡтары, ихласлыҡтары өсөн халыҡ үҙҙәрен яратты. Ауылда тыуған йортобоҙ бар, унда ҡайтыу — минең өсөн ҙур байрам, — ти Зилә Рөстәм ҡыҙы.
Учалы ауылында урта мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ ата-әсәһенең фатихаһы менән Башҡорт дәүләт педагогия институтының биология-химия факультетына уҡырға инә. Ни өсөн тип ғәжәпләнергә түгел, сөнки уның олатаһы ла Наурыҙ мәктәбендә ошо фәндәрҙән балаларға белем биргән бит.
— Институтты тамамлағас, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына тәрбиәсе булып эшкә урынлаштым. Уҡыусыларым менән әлегәсә бәйләнеш тотам, шылтыратышып, хәл-әхүәл белешеп торабыҙ. Интернатта эшләгән йылдарым яҡты иҫтәлек булып күңелемдә һаҡлана. Аҙаҡ дәүләт хеҙмәтендә эшләнем, — ти әңгәмәсем.
Бөгөн ул — «Сәләмәт ғаилә медицина үҙәге» етәксеһе. Бында массаж хеҙмәте күрһәтелә. Зилә Рөстәм ҡыҙы әйтеүенсә, коллектив бик татыу һәм дуҫ, үҙәккә килгән һәр кем ҡәнәғәт йөҙ менән ҡайта.
«Үҙ эшегеҙҙе булдырыуға нимә сәбәпсе булды?» — тигән һорауыма Зилә Рөстәм ҡыҙы ҙур кинәнес менән яуап бирҙе:
— Биология, химия фәндәре медицинаға тартым. Өсөнсө ҡыҙым тыуғас, массажға бәйле үҙ эшемде асырға булдым. Беҙҙең үҙәктә ябай һәм экзотик массаж хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ ортопед, дефектолог, логопед, психолог бар.
Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың донъялағы мөҡәддәс бурысы — яҡшы ҡатын һәм хәстәрлекле әсә булыу. Был йәһәттән ул бик бәхетле. Тормош иптәше Виктор Аксенов — музыкант, көйҙәр яҙа. Төрлө музыка ҡоралында уйнай, бас-гитарист. Оло ҡыҙҙары Виктория әле Мәскәүҙәге архитектура колледжының IV курсында белем ала, киләсәктә уҡыуын Германияла дауам итергә уйлай. Алиса I класта уҡый. Әсәһе әйтеүенсә, уның һүрәт төшөрөү һәләте бер йәшенән үк асылған. Төпсөктәре Антонинаға әле 6 йәш. Ул гимнастика менән шөғөлләнә.
Буш ваҡытын файҙалы үткәрергә тырыша Зилә Рөстәм ҡыҙы: төрлө тренингтарға, курстарға йөрөй, кешеләр менән аралашырға, бәйләргә ярата.
— Бәхетте үҙеңдән эҙләргә кәрәк, — ти ул. — Яңы мөмкинлектәр табыу, сит телдәр өйрәнеү, һәләттәрҙе үҫтереү, күңелде байытыу минең өсөн бик мөһим. Һәр күренештән, хәл-ваҡиғанан шатлыҡ табып йәшәйем, насарлыҡтың да һәйбәт яғын күрә беләм. Ҡыйын саҡта кешегә ярҙам итһәң, күңелең күтәрелеп китә, — ти ул, бәхет серен асып.


Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә