Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Закондар һаман һанға һуғылмай
79 кеше эшенән өйөнә ҡайтып етә алмаған...
Хәүефһеҙ хеҙмәт, лайыҡлы эш хаҡы, яҡшы, файҙалы ял, күтәренке кәйеф — беҙҙең тормошобоҙҙо тулыландырған, йәмләгән ҡиммәтле төшөнсәләр. Һәр кемдең дә тыныс, мул, иркен мөхиттә йәшәргә, Конституцияла нығытылған хоҡуҡтарынан файҙаланырға теләүе ғәжәп түгел. Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тап ошо закондарҙың үтәлеүен күҙәткән мөһим ойошма булып тора.
“Башинформ” агентлығында журналистар менән осрашыуҙа Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Андрей Цибизов, уның урынбаҫары Илдар Ғәниев ҡатнашты һәм һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 10 меңгә яҡын закон боҙоу осрағы асыҡланған, шуның яртыһы тиерлек эшсәндәрҙең хеҙмәтен һаҡлауға ҡағыла. Эш биреүселәр тарафынан хеҙмәткә түләүҙә иң күп хаталар ебәрелә. Кемдер хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәй оҙаҡлата, кемдер эш хаҡы иҫәпләнгән иҫәп-хисап ҡағыҙын бирмәй йонсота. Быйыл 954 эш биреүсенең төрлө йүнәлештә 1675 закон боҙоу осрағы теркәлгән.
Эшкә алғанда яҙма рәүештә хеҙмәт килешеүе төҙөмәү кешене бик күп хоҡуҡтарҙан мәхрүм итә. Йыл башынан 656 эш биреүсенең хеҙмәт законын боҙған меңдән ашыу осрағы асыҡланған.
Эш сәғәте һәм ял ваҡытына ҡағылған мәсьәләләр буйынса ла дәғүәләр бик күп. Йыл башынан инспекцияға хеҙмәт законын боҙоу менән килешмәгән 4,8 мең кеше мөрәжәғәт иткән, яҙма рәүештә 5,2 мең ғариза ҡабул ителгән. “Сайттың булдырылыуы ике яҡ өсөн дә отошло, — тине Андрей Михайлович, — электрон юл менән 700-гә яҡын мөрәжәғәт ҡабул иттек. Яртыһынан күбеһен әлеге лә баяғы хеҙмәткә түләүгә дәғүәләр тәшкил итә. Был һис тә осраҡлы түгел. Былтырҙан алып эш хаҡы буйынса бурыстар үҫкәндән-үҫә. Төп сәбәптәрҙең береһе — ауыл хужалығындағы үткән йылғы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә йыйылған бурыс. Былтыр бөлгөнлөккә төшкән ойошмаларҙың эш хаҡы түләү буйынса йөкләмәләренең иҫәпкә алынмауы быйылғы күрһәткестәргә туранан-тура йоғонто яһаны. 1 декабргә 34 ойошманың эшсәндәре алдында 117,3 миллион һумлыҡ бурысы бар”.
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе ҡыуаныс тыуҙырмай: хужалыҡтар, үҙ аҡсаһының етмәүе, эшмәкәрлеген ойоштора алмауы сәбәпле, хеҙмәт хаҡын түләүҙе тотҡарларға мәжбүр. Бюджет өлкәһендә биш йыл инде был йәһәттән бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡ булмауы күңелгә аҙмы-күпме йылылыҡ, ышаныс бирә.
Республикала быйыл төрлө ведомстволарҙың күмәкләп эшләүе һөҙөмтәһендә 5 мең 164 кешегә хеҙмәткә түләү буйынса бурыстар ҡайтарылған. Вайымһыҙ етәкселәргә ҡарата ла яуаплылыҡ көсәйтелеүе күҙәтелә. Мәҫәлән, ике айҙан ашыу эш хаҡын биреүҙе тотҡарлаған вазифалы кешеләрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыу мәсьәләһе ҡарала, ә өс етәксенең квалификацияһын төшөрөү тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн материалдар судҡа тапшырылған.
Кеше ҡулында хеҙмәт килешеүе йәиһә ошо мөнәсәбәттәрҙе раҫлаған бер ниндәй документтың булмауы, эш биреүсене күрһәтелгән адресы буйынса эҙләп таба алмау мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙә дәүләт инспекторҙарына ҙур ҡатмарлыҡ тыуҙыра.
Эш урынында имгәнеү, йәрәхәтләнеү осраҡтары ла һис кәмемәй. Ошо йылдың 11 айында ғына 79 кеше һәләк булған, 191-е ғәрипләнгән. Күп бәләләрҙе ваҡытында иҫкәртеп булыр ине, әлбиттә. Бының өсөн әллә ни күп сығым да талап ителмәй, эште тейешенсә ойоштора белмәү, һәлкәүлек, ғәмһеҙлек — бөтөн бәләләрҙең башы.
Дәүләт хеҙмәт инспекторының күңелһеҙ һандарҙан торған сығышы хәбәрселәрҙе лә тәрән уйға һалды. Бәләләребеҙҙә беҙ үҙебеҙ ҙә ғәйепле түгелме? Хеҙмәт закондарын белмәйбеҙ, өйрәнмәйбеҙ. Ә яңы хеҙмәт кодексын ҡасан ҡулға алып ҡаранығыҙ әле? Ысынлап та, хеҙмәт — тормошобоҙҙоң иң мөһим өлөшө, уға киләсәгебеҙ ҙә, ҡартлыҡта аласаҡ пенсиябыҙ ҙа, йәшәү сифаты ла бәйле. Хеҙмәт кодексын яҡшы белгәндә генә, үҙеңде яҡлап та, һаҡлап та буласағына бөгөн йәнә бер инандыҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостандың таулы райондарында ҡар яуа

Башҡортостандың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 2

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 4

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 5

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә