Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ныҡлы ышаныс менән
Тәбиғәт күренештәре менән кешелек идара итә алмай, шуға ҡыйынлыҡтарға алданыраҡ һәм ныҡлы әҙерләнергә генә ҡала. Нефтекамала яҙғы ташҡынға нәҡ ошондай ҡараш өҫтөнлөк итә. Ҡала хакимиәте башлығы ҡарары нигеҙендә ойошторолған саралар теҙмәһе быйыл март башында уҡ раҫланды.

Тәү сиратта бар төр хужалыҡ объекттарын яҙғы ташҡынды үткәреүгә ваҡытында һәм сифатлы итеп әҙерләү, ошо осорҙа халыҡтың хәүефһеҙлеген, инженер коммуникацияларының тотороҡло эшен тәьмин итеү маҡсатында, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе алдан иҫкәртеү, була ҡалһа, авария эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөү өсөн ҡала округының хакимиәт башлығы урынбаҫары етәкләгән яҙғы ташҡынға ҡаршы комиссияһы ойошторолдо. Уның эшенә ҡаланың төрлө ведомство-ойошмаларының етәкселәре йәлеп ителгән. Комиссия үҙенең тәүге ултырыштарын үткәрҙе лә инде.
— Синоптиктарҙың күҙаллауҙарынса, быйыл яҙғы ташҡын мул булмаҡсы. Уны бәлә-ҡазаһыҙ үткәреү өсөн алдағы йылдар тәжрибәһенә таянасаҡбыҙ, — ти комиссия рәйесе урынбаҫары, ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығы етәксеһе Ришат Хәбибуллин. — Дөйөм алғанда, күп ойоштороу эштәре ғәҙәттәгесә башҡарыла. Ҡала эсендә урынлашҡан предприятие, ойошма һәм учреждениелар өсөн ташҡын әллә ни хәүеф тыуҙырмай. Ҡыш йыйылған артыҡ ҡарҙан арынаһы бар, ә ваҡыты еткәс, ҡаралған сараларҙы үтәргә генә кәрәк. Бының өсөн һәр урында авария бригадалары яңыртыла, улар тейешле транспорт һәм техника, материал һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителә. Ғәҙәттән тыш хәл тыуыу мөмкинлеген иҫәпкә алып, коллектив ағзаларын хәүефһеҙ урындарға алып сығыу, матди байлыҡтарҙы ҡотҡарыу, уларҙы һаҡлауҙы ойоштороуға тейешле әҙерлеге булған һәм инструктаж алған яуаплылар тәғәйенләнә.
Ҡаланың шәхси йорттар урынлашҡан ҡайһы бер биҫтәһендә һәм тәү сиратта ҡала округына ҡараған ауылдарҙа яҙғы ташҡын ҡурҡынысы йыл һайын ҙурыраҡ була. Быны иҫәпкә алып, быйыл уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, проблемалы урындарҙы алдан билдәләп, ҡурҡыныс тыуҙырырлыҡ шарттарҙы бөтөрөү буйынса тейешле эш башҡарырға мөмкинлектәре булған яуаплы ойошмалар айырым билдәләнгән. Халыҡ араһында кәрәкле аңлатыу эше башланған. Ҡала хакимиәтенең территориялар менән эшләү бүлектәре хеҙмәткәрҙәре урындарҙа йыйылыштар үткәрә, шәхси йорттар һәм хужалыҡтарҙа санитар таҙартыу ойоштора, ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалһа, кешеләргә нимә эшләргә кәрәклеген аңлатҡан махсус күрһәтмәләр тарата.
Яҙғы ташҡын хәүефен кәметеү йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарылды ла инде. Мәҫәлән, коттедж тибындағы шәхси йорттар менән төҙөлгән, “Көнсығыш-3” һәм “Көнсығыш-4” тип йөрөтөлгән ике ҙур яңы биҫтә араһында 62 хужалығы булған бер урам йылдың-йылы һыу аҫтында ҡала ине. Бының төп сәбәбе – заманында ҡаланы урап үткән автомобиль юлын төҙөгәндә, ҡар һыуҙары йыйылған тәбиғи соҡорҙо ҡаплап, ағымды юл аҫтынан үткәреү торбаһын бөтөнләй башҡа урынға ҡуйыуҙа. Халыҡтың ризаһыҙлығына ҡарамаҫтан, был мәсьәлә быға тиклем хәл ителмәй килде. Уның үҙ сәбәптәре бар – урау юл ҡаланыҡы түгел, ә “Башнефть” компанияһыныҡы. Нефтселәр уны үҙҙәре һалып, бөгөн дә тәртиптә тота. Улар менән уртаҡ тел табыуға ҡала етәкселегенең тырышлығы һәм ныҡышмалылығы ярҙам итте. Үҙ сиратында нефтселәр халыҡ өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙән ситтә тормауҙарын тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Уйһыуҙарҙан төшкән ҡар һыуын үҙҙәре һалған тәбиғи үҙәнгә йүнәлтеү өсөн торбаны юл аҫтына кәрәкле урынға ҡуйыу буйынса 2,3 миллион һумға төшкән эш башҡарылды. Юл полотноһына асфальт түшәү йәйгә ҡалдырылды, әлегә ремонт урыны ваҡытлыса бетон плитәләр менән ябылған. Хәҙер ҡар һыуы яңы биҫтәләрҙең ситенән элекке ағышы буйлап китәсәк.
Быйылғы яҙғы ташҡынды эҙемтәләрһеҙ үткәреүгә йүнәлтелгән ойоштороу саралары әүҙем тормошҡа ашырыла. Кама йылғаһы кимәленең артыуы Нефтекаманан тыш Краснокама һәм Яңауыл райондары ауылдарына ҙур хәүеф тыуҙырыу ихтималлығынан сығып, ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығы Татарстандағы Түбән Кама һәм Удмурт Республикаһындағы Воткинск һыу һаҡлағыстары менән даими эш алып бара.
— Һауа шарттарының үҙгәреүенә ҡарап, урындағы хәлдәрҙе даими контролдә тотабыҙ. Әлбиттә, был күп нәмәгә, иң беренсе сиратта, алдан күҙаллау бөтөнләй тиерлек мөмкин булмаған тәбиғи факторҙарға бәйле, шулай ҙа яҙғы ташҡынды хәүеф-ҡазаһыҙ үткәреп ебәреүгә ныҡлы ышанысыбыҙ бар, — ти Ришат Хәбибуллин.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә