Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Башҡорт хөкүмәте (уны был ваҡытта Мстислав Ҡулаев етәкләй), аҡтар яғына күскәндән һуң, башҡорт ҡоролтайҙарының ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса эшкә тотона һәм тиҙҙән урындарҙа Башҡорт хөкүмәтенә буйһонған идаралы система барлыҡҡа килә. Урындарҙағы был башҡарма һәм суд властары ирекле отрядтарҙан һәм милициянан торған үҙ ҡораллы көстәренә таянып эш итә. Әлбиттә, һуғыш шарттарында власть йыш үҙгәреп торған. Әммә шундай ҡыйынлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, Башҡорт хөкүмәте кантондарҙы һәм улустарҙы (волость) мөмкин тиклем контролдә тотоу буйынса маҡсатлы һәм эҙмә-эҙлекле сәйәсәт алып бара. Шул уҡ ваҡытта аҡтар һүҙҙә (Һамарҙағы Комуч, Себер хөкүмәте) Башҡорт автономияһын таныған кеүек булһалар ҙа, ғәмәлдә нисек тә уның хоҡуҡтарын сикләргә тырыша, Башҡорт автономияһының эске эштәренә ҡыҫылып бер була. Шулай ҙа Башҡорт хөкүмәте үҙ ниәтендә ныҡ тора һәм, мәҫәлән, Колчактың билдәле түңкәрелешенән һуң да (1918 йыл, 18 ноябрь) үҙидара системаһын юҡҡа сығарыуға юл ҡуймай, милли ғәскәрҙәрҙе таратмай.
Был турала, мәҫәлән, Башҡорт хөкүмәте рәйесе М. Ҡулаевтың һүҙҙәренән дә белә алабыҙ. Башҡорт ғәскәрҙәрен ҡыҙылдар яғына күсереү шарттары тураһында 5-се армия Реввоенсоветы һәм Өфө губревкомы вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып барған ваҡытта (1919 йыл, 19 февраль) М. Ҡулаев шуны белдерә: "Тик беҙ генә идаралыҡ иткән башҡорт территориялары бар, әммә шулай ҙа ҡайһы бер урындарҙы хәҙер казактар контролдә тота. Башҡортостан автономияһын һәм уның хөкүмәтен учредиловсылар (Һамар комучы) танығайны, тик аҙаҡ Директория (Өфөлә 1918 йылдың сентябрендә төҙөлгән ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте) беҙҙең үҙаллылыҡҡа ҡаршы сыҡты. Колчак та, Дутов та беҙҙең хөкүмәтте тарҡатырға бойороҡ бирҙе (1918 йылдың ноябре), әммә уларҙың бойороҡтары ҡағыҙҙа ғына ҡалды, ә Башҡорт хөкүмәте әле булһа ла эшләй". Уның шулай уҡ һалымдар һәм ер эштәре тураһындағы һорауҙарға яуаптары ла ҡыҙыҡлы: "Һалымды беҙ элекке нормалар буйынса йыябыҙ, ер эштәре иһә һуғыш арҡаһында тотҡарланып тора, әммә беҙҙең административ аппарат был шарттарға ҡулайлашҡан", — ти хөкүмәт рәйесе. (Үрҙә күрһәтелгән документтар йыйынтығы. II том. I бүлек. Өфө. 2002. 604–608-се биттәр).
1918 йылдың 20 авгусында 4547-се бойороҡ менән Башҡорт автономияһының һәм милли ғәскәрҙәренең үҙаллылығын белдереп торған милли флаг ҡабул ителә. Тағы шуныһы мөһим: башҡорт хәрбиҙәренең үҙ формаһы була (күк мундир, ярым ай һәм йондоҙҙар төшөрөлгән шеврондар һ.б.). Аҙаҡтан да, Колчак түңкәрелешенән һуң, башҡорт корпусының Ҡыҙыл Армия һәм Совет власы яғына сығыуына ҡағылышлы һөйләшеүҙәр ҙә тик Башҡорт хөкүмәте исеменән алып барыла. Башҡорт совет автономияһының проектын да шул уҡ хөкүмәт әҙерләй, һәм ул проект 1919 йылдың 20 мартында төҙөлгән "Килешеү"ҙең нигеҙен тәшкил итә.
1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәре Темәс ауылында Советтар яғына сығыу тураһында белдереү яһай. Бының төп сәбәбе — Колчак һәм башҡа элекке батша генералдарының Башҡорт автономияһын танырға теләмәүе һәм милли ғәскәрҙәрҙе тарҡатырға тырышыуы менән бәйле. Шуныһы ҡыҙыҡлы: сит ил тарихсылары Э. Карр, Н. Верт, Дж. Боффа һ.б. аҡтарҙың граждандар һуғышында еңелеүен "батшалар заманында империясыл рухлы тәрбиәләнгән генералдарҙың иҙелгән милләттәргә бер ниндәй ҙә ташлама бирергә теләмәүендә" күрә. Итальян тарихсыһы Дж. Боффа, башҡорт милли хәрәкәтен күҙ уңында тотоп, былай тип яҙа: "Аҡтар араһында бөйөк урыҫ шовинизмы хөкөм һөрҙө. Шуға күрә З. Вәлиди етәкләгән башҡорт ойошмаһы большевиктар яғына сыҡты". (Боффа Дж. История Советского Союза, в двух томах. 1917–1941. М., 1990. С. 173). Дөйөм алғанда, 1919 йылдың 18 февралендә 6,5 мең башҡорт офицеры һәм һалдаты ҡыҙылдар яғына сыға, һәм улар ҡоралын аҡтарға ҡаршы йүнәлтә.
Ошо шарттарҙа Үҙәк совет власы Башҡорт хөкүмәте менән килешеү төҙөү эшенә тотонорға мәжбүр була. Был турала һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм Үҙәк шура тарафынан делегация төҙөлә. Ул делегацияға Башҡорт хөкүмәте рәйесе М. Ҡулаев етәкселек итә. Шура исеменән делегация ағзаһы итеп М. Халиҡов тәғәйенләнә, ә башҡорт ғәскәрҙәре вәкиле итеп Башҡорт армияһының баш командующийы З. Вәлидиҙең адъютанты Ә. Бикбауов билдәләнә.
1919 йылдың 20 мартында "Үҙәк совет власы менән Башҡорт хөкүмәтенең Башҡорт совет автономияһы тураһында"ғы Килешеүенә халыҡ комиссарҙары советы рәйесе В. Ленин, милли эштәр буйынса халыҡ комиссары И. Сталин, ВЦИК рәйесе вазифаһын башҡарған М. Владимирский һәм уның секретары А. Енукидзе, шулай уҡ башҡорт делегацияһы ағзалары М. Ҡулаев, М. Халиҡов, Ә. Бикбауов та ҡул ҡуя. "Килешеү" 23 мартта "Известия ВЦИК" гәзитендә баҫылып сыҡҡанлыҡтан, совет осоронда тап ошо көн республиканың тыуған көнө булараҡ билдәләнелде. "Килешеү"гә ҡул ҡуймаһа ла, З. Вәлиди был көндәрҙә Мәскәүҙә була һәм документты төрлө яҡлап ҡарау эшендә ҡатнаша. Уның яҙыуынса, ул Мәскәүгә хатта автономияның картаһын төҙөп килтерә, В. Ленин, И. Сталин, Л. Троцкийҙар менән осраша.
"Килешеү" 16 параграфтан тора. 1-се параграфта "Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы "Бәләкәй Башҡортостан" сиктәрендә ойошторола һәм РСФСР-ҙың субъекты булып һанала" тип белдерелгән. 2-се, 3-сө параграфтар иһә автономияның территорияһын билдәләй: унда өйәҙҙәр һәм улар эсенә ингән улустар күрһәтелә. 6-сы параграфта "Бәләкәй Башҡортостан"дың 13 кантонға бүленеше һәм улар составына ингән улустар исемлеге бирелә, кантон үҙәктәре һәм адрестары күрһәтелә. 5-се параграф буйынса тимер юлдар, тәбиғәт ресурстары Үҙәк ҡарамағында ҡалырға тейеш була, әммә "урындағы сәнәғәт продукттарын бүлгән саҡта Башҡортостан халҡының мохтажлыҡтары тәү сиратта ҡәнәғәтләндереләсәк" тиелә. 8-се параграф буйынса, автономиялы совет республикаһы булараҡ, унда власть тулыһынса 1918 йылда ҡабул ителгән РСФСР Конституцияһы нигеҙендә ойошторолорға тейеш тип билдәләнә.
9–11-се параграфтар башҡорт ҡораллы көстәренең һәм уның статусының һаҡланып ҡалыуын күрһәтә. Икенсе төрлө әйткәндә, Башҡортостан автономиялы республикаһы үҙ хәрби көстәрен тотоу хоҡуғын ала. Хатта Башвоенкоматҡа хәрби округ статусы бирелә. (Әммә граждандар һуғышы бөткәс, был хоҡуҡтар юҡҡа сығарыла).
13-сө параграф буйынса "Башҡортостан советтар съезына тиклем Башҡорт советы республикаһында бөтә власть Башревком ҡулына күсә" тип билдәләнә. 15-се параграф буйынса республиканың ваҡытлыса баш ҡалаһы итеп Темәс ауылы күрһәтелә (хәҙерге Баймаҡ районы). 16-сы параграфта Башҡорт хөкүмәте, административ учреждениелары һәм йәмәғәт ойошмалары ағзалары үҙҙәренең элекке эшмәкәрлеге өсөн (аҡтар яғында һуғышыуы тураһында һүҙ бара) эҙәрлекләнмәҫкә тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Әйтергә кәрәк, Башревком, Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, 1919 йылдың 21 февралендә хәрби съезд барышында төҙөлә һәм уның рәйесе итеп З. Вәлиди һайлана. Ул был вазифаны шул уҡ йылдың майына тиклем башҡара. Бынан һуң Башревкомды Х. Йомағолов етәкләй. Ошо осраҡта бер һорау тыуа. Ни өсөн "Килешеү" Башревком ҡатнашлығында эшләнмәй, ә 1917 йылда барлыҡҡа килгән аҡ Башҡорт хөкүмәте исеменән төҙөлә? Большевистик үҙәк өсөн Башревком менән килешеү төҙөү ҡулайлыраҡ булыуына шик юҡ. Ни өсөн башҡорт милли хәрәкәте лидерҙары алғы планға Башҡорт хөкүмәтен сығара? Беренсенән, Башҡорт революцион комитеты тик башҡорт хәрбиҙәре ҡатнашҡан съезда төҙөлә һәм шуға күрә бөтә халыҡ исеменән сығыш яһай алмай. Икенсенән, Башҡорт хөкүмәте халыҡ үҙе һайлап ебәргән (альтернатив һәм йәшерен тауыш биреү юлы менән) делегаттар (194) ҡатнашҡан ойоштороу ҡоролтайында төҙөлә һәм шуға күрә легитим (законлы) хоҡуҡтарға эйә була. Бына ошо хәлде аңлап, алдан күрә З. Вәлиди, һәм башҡа башҡорт зыялылары ла бик яҡшы белеп эш итә. Шуға күрә башҡорт халҡы хәҙерге көндәрҙә лә үҙ республикаһын һаҡлап ҡалыу өсөн легитим рәүештә сығыш яһай ала! Өсөнсөнән, "Килешеү"ҙең Башҡорт хөкүмәте исеменән төҙөлөүе автономияның 1917 йылдан йәшәп килеүен һәм уны башҡорт халҡының ҡулына ҡорал тотоп яулап алыуын асыҡ күрһәтергә тейеш була. Шуға күрә хәҙерге Үҙәк сәйәсмәндәренең “республикаларҙы большевиктар, Ленин төҙөнө, уларҙы бөтөрөргә кәрәк” тип лаф ороуына бер ниндәй юридик нигеҙ ҡалмай.
Әлбиттә, "Килешеү" төҙөүҙә В.И. Ленин уйнаған ролде лә инҡар итеп булмай. Ни өсөн тигәндә, автономиялы Башҡорт республикаһын таныған көндәрҙә лә, унан һуң да халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә булған хоҡуғын инҡар итеүселәр аҙ булмай. Мәҫәлән, большевиктар партияһының Үҙәк комитеты ағзалары Н. Бухарин, Г. Пятаков һәм башҡалар Башҡорт автономияһын таныуға ҡаршы сығыш яһай. Ленин улар менән ризалашмай һәм башҡорттар менән килешеү кәрәклеген яҡлай. Әммә Совет етәкселеге араһында Башҡорт республикаһына булған ҡараш артабан да үҙ сағылышын таба. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе, һуңынан "Бөтә Союз старостаһы" тип аталған билдәле сәйәсмән М.И. Калинин 1919 йылдың 20 сентябрендә ябыҡ тәртиптә үткәрелгән Ырымбур губерна партия комитеты ултырышында урындағы большевиктарҙы шулай тип өгөтләй: "Башҡортостан автономияһы — көнсығыш халыҡтары өсөн ҡоролған буф (алдаҡ) ҡына (Буффонада — француз һүҙе — тоҙһоҙ кәмит ҡороуҙы аңлата). Беҙ башҡорттарға ышанмайбыҙ һәм уларҙың һалдаттарын Питер эргәһенә ҡыуабыҙ... Беҙгә уларҙың автономияһы менән уйнарға, улар араһына төрлөсә үтеп инергә, коммунизм менән милләтселек нигеҙен, ғөмүмән, автономияның зарарлы яҡтарын юҡҡа сығарырға кәрәк". (Кульшарипов М.М. Башкирское национальное движение. Уфа, 2000, с. 215).
Нисек кенә булмаһын, Үҙәк тарафынан Башҡорт автономияһының рәсми рәүештә танылыуын башҡорт халҡы ҙур кинәнес менән ҡабул итә. Был ысын мәғәнәһендә ифрат әһәмиәтле тарихи ваҡиға була, башҡорт халҡының милләт булып үҫешеүенә, социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе, мәҙәниәт һәм мәғарифты тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә юл асыла.
Йәнә шуны билдәләп үтергә кәрәк: бөгөн ҡайһы бер сәйәсмәндәр, илде милли-территориаль күрһәткес буйынса бүлеү, имеш, дәүләттең берҙәмлегенә һәм бөтөнлөгөнә ҡурҡыныс яһай тип, Рәсәйҙең федерализм нигеҙендә төҙөлөүенә ҡаршы сығыш яһай. Киреһенсә, милли республикаларҙы бөтөрөү, йәғни илде тик губерналарға бүлеү, урыҫ булмаған халыҡтарҙы урыҫлаштырырға маташыуҙар милләт-ара низағтарҙы, һис шикһеҙ, көсәйтәсәк. Федераль үҙәк, әгәр хоҡуҡи демократик дәүләт төҙөргә теләй икән, федерализм принциптарын яҡлаған, тәрән фәнни нигеҙҙә эшләнгән милли сәйәсәткә таянырға тейеш. Әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Федераль үҙәк, алды-артты ҡарамай, милли республикаларҙың хоҡуҡтарын, уларҙың вәкәләттәрен ҡыҫҡартыу менән мәшғүл.
Башҡортостан Республикаһының төҙөлөү тарихына иғтибар итһәк, ул Рәсәйҙең федератив ҡоролошоноң нигеҙен тәшкил итеүсе субъекты булды һәм артабан да шулай буласаҡ. Рәсәйҙә федератив ҡоролошто нығытыу һәм үҫтереү, халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә булған хоҡуғын таныу — барлыҡ милләттәргә үҫеш өсөн гарантия биреүсе берҙән-бер юл булыуын оноторға ярамай.
(Аҙағы. Башы 59-сы һанда).