Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ хәстәре булһын
Республикабыҙҙы юҡҡа ғына Швейцария менән сағыштырмайҙар. Башҡортостан гүзәл тәбиғәте, ҡуйы урмандары, ғорур тауҙары, йылға-күлдәре менән данлы. Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәтенә һаҡсыл ҡарашта булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тиҫтә йылдарҙа халыҡтың үҙаңы үҙгәрҙе. Көндән-көн үҫешкән сәнәғәт предприятиелары, автотранспорт һанының артыуы тирә-яҡ мөхиткә төҙәтелмәҫ зыян килтерә. Бынан тыш, кеше үҙе лә битарафлығы арҡаһында хәлде киҫкенләштерә. Ер-һыуҙы, урман, һыу ятҡылыҡтарын, үҫемлек, йәнлектәр донъяһын һаҡлап алып ҡалыу мәсьәләләре тураһында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының киңәйтелгән ултырышында һүҙ барҙы. Илдар Һаҙыев министрлыҡтың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, быйылға бурыстар билдәләне. Һулар һауа таҙамы? Һулар һауаның бысраныуына башлыса заводтар һәм автомобилдәр ғәйепле. Башҡортостандың уңайлы тәбиғәт шарттары, ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары республикабыҙҙың сәнәғәт үҫешенә булышлыҡ итә. Республикала сәнәғәт тармағы күрһәткестәре, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, күпкә юғарыраҡ. Тик нефть һәм газ эшкәртеү, химия предприятиелары илебеҙҙең иҡтисади үҫешен тәьмин итеү менән бергә экологик проблемаларға ла сәбәпсе булып тора. Дүрт меңгә яҡын ҙур сәнәғәт предприятиелары һәм ойошмалары тирә-яҡ мөхитте зарарлы ҡалдыҡтары менән бысрата. Һуңғы өс йылда республиканың ҙур ҡалаларында һауаның составында ағыулы матдәләрҙең күп булыуы борсоуға һала. Шуға ла былтыр Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында һауаның сафлығын даими күҙәтеү өсөн махсус автомобилдәр алынды. Улар һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан эшләй ала. Бынан тыш, йылылыҡ энергетика комплексы предприятиелары ла күҙәтеү системаһын булдырыуға әүҙем йәлеп ителгән, сөнки һауаны зарарлауҙың 70 проценты улар иҫәбенә тура килә. Мәләүездән өлгө алығыҙ Автотранспорттың күплеге лә һулар һауаны бысрата. Республика автопаркында барлығы бер миллиондан ашыу берәмек автотранспорт сараһы иҫәпләнә. Йыл һайын ул 6-9 процентҡа арта бара. Республиканың сәнәғәте үҫешкән ҙур ҡалаларында автотранспорт бүлеп сығарған ҡалдыҡтар сәнәғәттекенә бәрәбәр. Ошо факторҙың йоғонтоһон кәметеү маҡсатында республикала транспортты газ яғыулығына күсереү эше бара. 2000 йылдан алып газ яғыулығында эшләгән автомобилдәр һаны 53 тапҡырға артҡан. Әле 100 меңгә яҡын автомобилде газ менән заправкалаусы йөҙҙән ашыу станция иҫәпләнә. Транспортты газ яғыулығына үҙгәртеп ҡороуҙы техник үҙәктәр тәьмин итә. Тик халыҡ һүлпәнлек күрһәтә. Илдар Һаҙыев билдәләүенсә, был ведомство-ара хәл ителә торған мәсьәлә түгел. Уны муниципалитеттар ҙа хәл итеүҙә ҡатнашырға тейеш. Мәҫәлән, 2009 йылдан Мәләүез районында муниципалитеттарға ҡараған бөтөн автотранспорт та газ яғыулығында эшләй. Әлеге сара автотранспорт тирә-яҡ мөхиткә килтергән йыллыҡ зыянды 1000 тоннаға кәметкән. Был тәжрибәне республиканың башҡа төбәктәрендә лә әүҙем ҡулланырға була. Сүп-сар — етди мәсьәлә Экологтарҙы иң борсоған проблемаларҙың береһе — ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү. 2010 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, көнкүреш ҡалдыҡтарының күләме Рәсәйҙә — 9, Башҡортостанда 12 процентҡа артҡан. Илдәге ҡайһы бер төбәктәрҙә был күрһәткес киреһенсә кәмегән, тап уларҙан беҙгә өлгө алырға кәрәк тә инде, тип билдәләне Илдар Һаҙыев. Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан сәнәғәттәге ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса айырым маҡсатлы программа ҡабул ителгәндән һуң, министрлыҡтар был йүнәлештә бергәләп эшләй һәм уны уңышлы тормошҡа ашырыуҙары ла билдәләнде. Тәбиғәт ҡомартҡылары Айырыуса һаҡлана торған биләмәләр майҙаны буйынса беҙҙең республика — Волга буйы федераль округындағы исемлектә беренсе урында. Уларҙың дөйөм һаны – 232, республика кимәлендәгеләр – 227. Улар Башҡортостан майҙанының 7 процентын биләй. Һуңғы йылдарҙа хәл ителмәгән мәсьәләләр Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ярҙамында тормошҡа ашырылды: "Ирәмәл" һәм "Атлыкүл" тәбиғәт парктары, "Башҡортостан Уралы" биосфера резерваты булдырылды, тәбиғәт ҡомартҡылары исемлеге тулыландырылды. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш кәрәк Былтыр Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы эксперт сифатында 1 474 тикшереүҙә ҡатнашҡан. Был саралар мәлендә ете меңгә тиклем хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Шуларҙың күбеһе, йәғни 5221-е ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүгә бәйле. Әлеге хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 3 878 күрһәтмә бирелгән, уларҙың 1 848-е шунда уҡ үтәлгән. Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙа ғәйепләнеүселәргә 25 миллион һум күләмендәге 4 113 административ штраф һалынған. Тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыян буйынса 90 эш асылған, зыяндың дөйөм күләме 36 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.


Автор: Бикә ҠОЛСУРИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә