Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 115 йәшкә тиклем йәшәү сере
Тауҙар араһында, йәмғиәт шау-шыуынан алыҫта ултырған бер ауылда 150 йәшлек бабай донъя көтә икән. Был хаҡта журналистар ишетеп ҡалған. Барһалар, оло быуын вәкиле – шап-шаҡтай, утын ярып йөрөй, ти. Нисек ошо йәшкә тиклем йәшәгән? Һаулыҡ ныҡлығы ҡайҙан килә? Аптырашҡа ҡалыусылар үҙенән һорағас, бабай, тамағын ҡырып, сал һаҡалын һыпыра-һыпыра: «Балалар, оҙаҡ йәшәүемдең сере бер ҙә ҡатмарлы түгел – ғүмер буйы эшләнем, эсмәнем, тартманым, ҡатын-ҡыҙ менән «шаярманым», — ти. Шул саҡ күрше йортта ниндәйҙер ыҙғыш ҡубып китә. «Аптырамағыҙ, балалар, аптырамағыҙ, оло ағайым инде өс аҙна буйы эсеп йөрөй, етенсегә өйләнгәйне – быныһы ла айырылып китер инде», — тип тынысландырған журналистарҙы йөҙйәшәр бабай. Көләмәс көләмәс менән, шулай ҙа нисек йөҙҙө тултыра ҡайһы бер инәй-олатайҙар? Ниҙә икән оҙаҡ йәшәү сере? Ер йөҙөндә быға тиклем йәшәгән кешеләр араһында иң оҙон ғүмерле тип (рәсми теркәлгән) Жанна Луиза Кальман иҫәпләнә. Был француз әбейе 1997 йылда 122 йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән. Бер быуатын тултырған көндә генә тәмәке тартыуын ташлаған Жанна әбей. Көләмәстәге тәүге һорауҙы уға ла йыш биргәндәр. «Изге күңелле булығыҙ, изге кешеләргә Хоҙай оҙон ғүмер өләшә», — тип яуап ҡайтарыр булған ул. Шулай ҙа, статистика буйынса, оҙаҡ йәшәүселәрҙең күбеһе япондар һәм американдар икән. Әле Ер шарының иң оло көслө һәм гүзәл зат вәкилдәре Японияла донъя көтә. Улар – 115 йәшлек Дзироуэмон Кимура менән унан бер йәшкә кесе Мисао Окава (яңыраҡ, 115 йәшлек Кото Окубо мәрхүмә булғас, әбейгә «Донъяның иң оло йәштәге ҡатын-ҡыҙы» тигән исем бирелде). Тағы ла шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: 100 йәшен тултырған япондар һаны 51 меңгә етеп килә һәм …береһе лә эсмәй ҙә, тартмай ҙа, һаулыҡты ҡаҡшатырлыҡ ризыҡ та ашамай икән. Бына нисек, тәмәке тартҡан берҙән-бер 122 йәшлек француз әбейе булған, ә сәләмәт тормош алып барған 100 йәшен тултырған япондар һаны 50 меңдән ашыу! Ә беҙҙә хәл нисек һуң? 2007 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәйҙә йөҙйәшәрҙәр һаны ни бары 6 800 самаһы ғына. Сер түгел, был күрһәткес йыл һайын түбәнгә тәгәрәй. …Үҙем дә сәләмәт тормош алып барам да ул, изге күңеллеһең, ти мине белгәндәр. Тик бына экология ғына уйландыра, йөҙөн түгел, етмешен тултырһаң ярай ҙа.


Автор: Р. МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә