Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » АВИТАМИНОЗ: ни эшләргә?
АВИТАМИНОЗ: ни эшләргә?Иртәнсәк торғо килмәй, эштә көнө буйы йоҡо баҫа, хәл дә бик тиҙ бөтә. Йә теге урын ауыртҡан кеүек, йә быныһы. Кәйеф тә әллә ни шәптән түгел. Танышмы? Уф-ф-ф, тағы шул авитаминоз башланды, ахырыһы... Яҙ етә башлау менән бөтә сирҙәребеҙҙе һәм кәйеф юҡлығын авитаминозға япһарабыҙ ҙа ҡуябыҙ шул. Әммә, асыҡланыуынса, улар тулыһынса һаҡ түгел. Баҡтиһәң, авитаминоз тип кешенең туҡланыуында теге йәки был витаминдың тулыһынса булмаған осраҡта ғына барлыҡҡа килгән сирҙе атайҙар. Аллаға шөкөр, беҙҙең заманда был сир бик һирәк осрай. Витаминһыҙ оҙон ҡыш ваҡытында ла халыҡтың ҙур өлөшө емеш-еләк, йәшелсә йәки дарыухананан витаминдар һатып ала ала. Тик нисек кенә булмаһын, ҡыш эсендә барыбер организмға ниндәй ҙә булһа витамин етмәй башлай, һәм был гиповитаминозға килтерә. Уның килеп сығыуының сәбәптәре бер нисә. Иң мөһиме һәм таралғаны — аҙыҡ-түлек менән етерлек кимәлдә витаминдар алып етмәү. Һәр витамин өсөн тәүлек нормаһы бар. Мәҫәлән, С витаминын кеше тәүлегенә 70-80 мг, А витаминын 10 мг ҡабул итергә тейеш. Әммә витаминдар еткән осраҡта ла гиповитаминоз булыуы ихтимал. Бының сәбәптәре күп: мәҫәлән, организм уларҙы ҡабул итә алмай йә, киреһенсә, артығы барлыҡҡа килә. Ашҡаҙан-эсәк сирҙәре, паразиттар менән зарарланыу, АВИТАМИНОЗ: ни эшләргә?дисбактериоз да сәбәп була ала. Ауыр физик хеҙмәт, көсөргәнешле аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнеүселәр, йөклөлөк, нервы-эмоциональ көсөргәнеш һәм башҡалар ҙа гиповитаминозға алып килә. Сирҙе нисек асыҡларға? Үҙегеҙгә иғтибар менән ҡарағыҙ әле. Әгәр тирегеҙ ҡороп, ярылып торһа, күҙҙәр ҡыҙарып йәшләнһә, һеҙгә А витамины етмәй тигән һүҙ. Шулай уҡ кеше тиҙ арый башлай, аппетиты юғала. Сәс ҡойола башлай, төҫһөҙләнә, тиҙ һыныусанға әйләнә, ә тырнаҡтар тоноҡлана. В төркөмөндәге витаминдар етмәһә лә кеше организмы ҙур ҡыйынлыҡ кисерә. Ҡоҫҡо килеү, аппетит кәмеү, хәтер хөртәйеү, стоматит, йоҡо килеү, дерматит, конъюнктивит, эс китеү һәм башҡа бик күп симптомдар буйынса билдәләргә мөмкин. D витамины етмәүе тәү сиратта сабый балаға йоғонто яһай, халыҡта был сир рахит исеме аҫтында билдәле. С витамины етмәүен хәлһеҙлек, тиҙ ҡыҙып барыу, тиренең ҡороуы, теш ҡаҙналығы ҡанауы, танауҙан ҡан китеү һәм башҡа билдәләрҙән белергә була. АВИТАМИНОЗ: ни эшләргә?Күреүегеҙсә, был ябай ғына сир түгел. Йығылып ятып ауырымаған хәлдә лә кешегә ҙур ауырлыҡ һәм уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Ә нисек дауаларға? Иң мөһим һәм, моғайын, берҙән-бер дөрөҫ юл — бөтә төр витаминдарҙы ла ҡабул итеү. Йә аҙыҡ-түлек аша, йә дарыухананан кәрәкле витаминдар һатып алырға кәңәш ителә. Әгәр дарыуҙар һатып алырға теләмәйһегеҙ икән, иғтибарығыҙға витаминдарға бай аҙыҡ-түлек исемлеген тәҡдим итәбеҙ. А витамины: аҡ май, бауыр, ҡыҙыл һәм һары төҫтәге емеш-еләк менән йәшелсә. В витамины: В1 — борсаҡ, төрлө ярма, әсе һөт продукттары. В2 — эремсек, сыр, ит, бауыр менән бөйөр, ҡарабойҙай һәм һоло бутҡаһы, һөт, ҡуҙаҡлы йәшелсә. В6 — тауыҡ ите, балыҡ, сәтләүек, фасоль, һыйыр ите, борос, бәрәңге. В12 — майлы балыҡ, ит, бауыр менән бөйөр. С витамины — гөлйемеш төнәтмәһе, ҡара ҡарағат һуты, алма, һырғанаҡ, болгар боросо, цитруслы емеш-еләк, йәшел борсаҡ һәм йәшел һуған. Иң мөһиме — бәрәңге тураһында онотмағыҙ. Ундағы С витамины күләме буйынса апельсиндағынан да күберәк. D витамины — майлы балыҡ, треска бауыры, йомортҡа һәм аҡ май. РР витамины — сыр, һөт, арахис, һыйыр бауыры, балыҡ, йомортҡа, бөйөр, тауыҡтың аҡ ите, кишер, бәрәңге, помидор, финик һәм башҡалар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә