Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҙ яҙлығын итә...
Яҙ яҙлығын итә... Март башы Башҡортостанда сағыштырмаса һалҡын булды. Ошондай һауа торошо айҙың аҙағына тиклем дауам итәсәк. Яҙғы һыуыҡ үҫемлектәргә һәм баҡса эштәренә йоғонто яһармы? Марттың икенсе яртыһында нимә эшләргә кәрәк? Түбәндәге кәңәштәр был һорауҙарға яуап бирә. Март һалҡыны үҫемлектәргә ауырлыҡ тыуҙырмай. Ни өсөн тигәндә, ҡар күп һәм әле генә иремәйәсәк. Уның иң кәмендә марттың аҙағында йә апрель башында китеүе ихтимал. Ҡалын ҡар — үҫемлектәр, ҡыуаҡтар һәм ағастар өсөн "юрған" ул. Алдағы ике аҙнала түбәндәге эштәрҙе башҡарыу зарур. Был осорҙа төп иғтибар ағастарға бирелә. Уларҙың төбө янындағы ҡарҙы тапағыҙ. Был ас сысҡандар олонға зыян килтермәһен өсөн эшләнә. Ағастарҙы ағартығыҙ. Мартта ҡояш сағыулана, көндәр оҙая. Ҡояш ағастың олонон ныҡ йылытһа, уның сатнауы ихтимал. Шуға күрә уны йә ағартырға, йә аҡ ҡағыҙ менән урарға кәрәк (ҡояш нурын кире сағылдырыу өсөн). Был айырыуса алма һәм груша өсөн мотлаҡ, сөнки был ағастарҙың Яҙ яҙлығын итә...олоно ҡалын. Ә слива менән сейәнеке нәҙегерәк, шуға күрә улар тураһында икенсе сиратта борсолоғоҙ. Емеш ағас-ҡыуаҡтарының ботаҡтарын ҡырҡығыҙ. Ҡалын сатыр уларға емеш бирергә ҡамасаулаясаҡ. Быны мотлаҡ әле, олон буйлап һут йөрөй башламаҫ элек, эшләргә кәрәк. Ҡар бер ни тиклем кәмегәс, дуршлаг аша крыжовник һәм ҡарағат ҡыуаҡтарына эҫе һыу һибегеҙ. Был химикат ҡулланырға теләмәгәндәр өсөн яҡшы ысул. Ҡайнар һыу өҫтәге бөрөләрҙә йәшәүсе бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтарын үлтерә. Быны ла һут йөрөй башламаҫ элек эшләп өлгөрөргә кәрәк. Март — өйҙә үҫентеләр ултыртыу ваҡыты. Мәҫәлән, борос, помидор, баклажан, петуния, салат өсөн иң ҡулай мәл. Үҙегеҙ ҡалдырған орлоҡтарҙы тикшереп тә ҡуйығыҙ. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, быйыл апрель йылы булмаҡсы. Шуға күрә үҫентеләрҙе ваҡытында теплицаға сығарып ултыртыуға әҙер булырға кәрәк. Хәҙер үк магазинда гладиолус, пион, лилиә сәскәләре орлоғон һайлап алығыҙ. Һуңға ҡалһағыҙ, иң шәптәрен алып бөтәсәктәр. Ҡар иртә иреп бөткән осраҡта йәшелсә һәм күп йыллыҡ сәскәләр ултыртылған түтәлдәрегеҙҙе тикшереп сығығыҙ. Төп бурыс — уларҙы туңыуҙан һаҡлау. Бының өсөн түтәлдең өҫтөнә йоҡа ғына ҡатлам менән көл йәки торф вағын һибегеҙ. Көҙҙән баҡсала тупраҡта ҡалдырылған йәшелсәне (кишер, һарымһаҡ) ҡара пленка менән ҡаплау шәп буласаҡ. Редис, әнис, салат, пекин кәбеҫтәһе кеүек иртә ултыртыласаҡ йәшелсәнең буласаҡ түтәлдәре өҫтөнә лә ҡара пленка ябыу файҙалы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә