Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡәҙере ҡороғас ҡына беленә
Ҡәҙере ҡороғас ҡына беленәБыл дата һыу ятҡылыҡтарын һаҡлауға, эсәр һыу мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү өсөн булдырылған. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы белгестәре әйтеүенсә, планета халҡының 40 проценты санитария талаптарына яуап бирмәгән һыу эсә. Сифатһыҙ һыу ҡулланыу сәбәпле барлыҡҡа килгән ауыр сирҙәрҙән һигеҙ секунд һайын бер баланың ғүмере өҙөлә. Ғөмүмән, күп ауыр сирҙәрҙең сәбәбен табиптар һыу сифатының түбән булыуына бәйләй. Бөгөн һыу етешмәүҙән донъяла 70 миллиондан ашыу кеше ыҙа сигә, ә 2025 йылға был һандың 3 миллиард самаһына етеүе ихтимал.

Һыу составын ғалимдар әлегә тиклем тикшерә һәм яңынан-яңы ҡыҙыҡлы асыштар яһай. Яман шеш, аш һеңдереү, эндокрин системаһы ауырыуҙары, тыумыштан килгән сирҙәр нәҡ эсәр һыуҙың сифатына бәйле икән. Һыу сығанаҡтарының торошо халыҡтың сәләмәтлегенә туранан-тура йоғонто яһай, тип иҫәпләй белгестәр.
Йортобоҙға ҙур-ҙур шешәләр менән һыу алып килеүҙәрен күрергә яҙһа, билләһи, өләсәйем шаҡ ҡатыр ине. Тереклек сығанағы булған эсәр һыуға ҡытлыҡ та — өлкән быуын кешеләре өсөн башҡа һыймаҫ хәл. Донъяла йылдан-йыл эсәр һыуҙы һаҡсыл ҡулланыу тураһында һүҙ ҡуйыра. Экологтар ҙа уны самаһыҙ тотоноуҙан, тәләфләүҙән туҡтарға саҡыра. “Һыу ҡәҙере шишмә ҡороғас ҡына беленә” тигән мәҡәлдең айышына беҙ төшөнә башланыҡ та шикелле. Һуңғы бер нисә йылдағы ҡоролоҡ күптәргә һабаҡ булды.
Халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡайһы бер төбәктәрҙә айырыуса киҫкен тора. Республикала был проблеманы айырым маҡсатлы “Таҙа һыу” программаһы ярҙамында хәл итәләр. Шулай ҙа йәмәғәтселек был мәсьәләгә нисек ҡарай икән? Ошо һорауға яуап алыр өсөн гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.

Рәсимә ҠОТОШОВА, Өфө районы, Чернолес ауылы:
— Беҙҙең ауылда һыу мәсьәләһен күптән хәл итеү зарур. Үткән быуаттың 80-се йылдарында һалынған торбалар туҙған, эшлектән сығып бара, уларҙы ремонтлағандарын хәтерләмәйем. Торбаларҙан йыш ҡына тутлы һыу аға. Шуға өс литрлыҡ банкаларға ҡойоп, туты аҫҡа төшкәнен көтәм, унан күмерле фильтр аша үткәрәм. Ҡышын һыу ҡатмарлыҡ тыуҙырмай, ә бына йәй еттеме — мәхшәр! Бында, миңә ҡалһа, ҡыш буш торған өйҙәренә йәй йәшәргә килгән байҙар ғәйепле, сөнки улар тәүлек әйләнәһенә йәшелсәһенә һыу һиптерә, бассейндарына һыу йыя. Түбәнге яҡҡа шул сәбәпле һыу етмәй. Беҙ уны бурҙар кеүек төндә генә феләктәргә тултырабыҙ. Был мәсьәләне хәл итеүҙе һорап ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек — файҙаһыҙ. Хәйер, бөтөн Өфө районында һыу мәсьәләһе киҫкен тора.
Фирүзә ХӘЛИЛОВА, Яңауыл районы:
— Бынан бер нисә йыл элек яңы йорт һалып сыҡтыҡ та скважина бырауланыҡ. Ҡалала бит һыуҙың һәр литры өсөн түләргә кәрәк. Ауыл кешеһенә был йәһәттән еңелерәк. Ҡоролоҡтоң йоғонтоһо булғандыр, йәй буйы ҡомло һыу сыҡты.
Дөйөм алғанда, районыбыҙҙа һыуға һаҡсыл ҡараш һиҙелеп тора. Шишмәләребеҙ байтаҡ. Уларҙың күпселеге кәртәләп алынған, таҙартыла. Ғөмүмән, эсәр һыу проблемаһы экологик хәлгә бәйле. Тәбиғәтте бер туҡтауһыҙ файҙаланып булмай бит. Уны һаҡларға, ҡурсаларға кәрәк.
Әкрәм МӨЛӨКОВ, Ишембай ҡалаһы:
— Бынан байтаҡ йыл элек Японияла шишмә һыуын шешәгә тултырып һатыуҙары тураһында уҡып ғәжәпләнгәйнем. Был көн беҙгә лә килеп етте. Ғүмеребеҙҙең оҙонлоғо эсәр һыу сифатына бәйле икәнен әле саҡ аңлай башланыҡ шикелле. Ғөмүмән, экология проблемаларын хәл итеүҙе тәү сиратта һәр кем үҙенән башларға тейеш. Шул осраҡта ғына тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында һөйләргә мөмкин буласаҡ.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә