Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Benvenuto in Italia: уңаһыңмы, туңаһыңмы?
Алыҫ Италия тураһында һүҙ йөрөткәндә, бер шаян йыр иҫкә төшә. Әммә лайыҡлы эш хаҡы эҙләп барған яҡташтарыбыҙ был ҡояшлы илдә йырлап-бейеп кенә йәшәйме? Ете йыл элек Италияға “оҙон аҡса” юллап сығып киткән Гөлнара ЗАКИРОВА менән ошо турала әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Гөлнара, һеҙ тыуған тамырығыҙ менән Ҡыйғы районынан. Ни өсөн Италияға күсеп китергә булдығыҙ?
— Әлбиттә, тәү сиратта иҡтисади ҡыйынлыҡтар тыуған яҡты ташлап китергә мәжбүр итте. Ватандаштарыбыҙҙың күбеһе бында үҙенең кеҫә яғын яҡшыртыу, балаларына ярҙам итеү, йорт һатып алыу йәки үҙ эшен асыу маҡсатында килгән. Ни өсөн тап Италия тиһегеҙме? Сәбәптәре күп: мәҫәлән, Шенген визаһын алыу еңел ине, шулай уҡ ул Европала иҡтисадтың үҫеше буйынса Германия менән Франциянан һуң өсөнсө килә. Миңә итальяндар яҡыныраҡ, сөнки уларҙың теле лә ҡолаҡҡа ятышлы, ҡатмарлы түгел. Икенсенән, бында күсеп килеүселәргә ҡарата мөнәсәбәт яҡшыраҡ. Италиялағы һәйбәт һауа шарттары ла ылыҡтырҙы. Тағы ла, Евросоюз ағзаһы булараҡ, уның биләмәһендә визаһыҙ йөрөү өсөн дә мөмкинлек бар.
— Сит илгә килгәс, иң тәүҙә ниндәй ҡыйынлыҡтар кисерҙегеҙ? Итальяндарҙың көнкүрешенә яраҡлашыу ауыр булдымы? Эшкә ҡайҙа, кем булып урынлаштығыҙ?
— Тәүге ауырлыҡтар тураһында һөйләгәндә, улар телде белеүгә, рөхсәтһеҙ йәшәүгә бәйле ине. Рәсәйгә ҡайтып, туғандарҙы күрергә лә форсат теймәне. Италияла махсус документһыҙ көн иткән сит ил кешеләренә рөхсәт биреү тураһында декрет сыҡҡансы, илдән бер ҡайҙа ла китмәйенсә өс йыл йәшәргә тура килде. Хәҙер Италияла тороу хоҡуғы биргән рөхсәт ҡағыҙым бар. Телде бик тиҙ үҙләштерҙем — йыл ярым самаһы ваҡыттан һуң итальянса иркен һөйләшә инем. Китаптар буйынса грамматикаһын өйрәндем. Ҡатмарлы һүҙҙәрҙе яҙып ала торғайным.
Итальяндарҙың көнкүреше беҙҙекенән ныҡ айырыла. Өйҙәре иркенерәк, зауыҡлыраҡ. Хәллерәктәр коттедж һалырға тырыша. Йорттар ҡиммәтле материалдан төҙөлә.
Минең тәүге эшем ғаиләлә балалар ҡарау булды. Нәҡ улар менән аралашҡанға телде яҡшы үҙләштерҙем. Балалар бында бик иркә һәм үҙһүҙле. Ғаиләлә уларҙың барлыҡ теләге иҫәпкә алынырға тейеш.
— Италияла төпләнгән рәсәйҙәр күпме? Бәлки, яҡташтарҙы ла осратҡанһығыҙҙыр?
— Рәсәйҙәр бик күп, айырыуса Башҡортостандан! Баймаҡ, Сибай, Учалы яҡтарынан килгәндәр бар. Улар күп осраҡта ғаиләләрҙә эшләй: балаларҙы, олоғайған йәки ауырыу кешеләрҙе ҡарай. Кафе һәм ресторандарға һауыт-һаба, иҙән йыуыусы ла булып урынлашалар. Йәш, һылыуһың икән, официант йәки бармен итеп ҡуйыуҙары ихтимал. Ирҙәр төҙөлөш эштәрендә йәки ауыл хужалығында бил бөгә. Иммигранттар араһында шәхси кәсепкә тотонған кешеләр ҙә осрай. Мәҫәлән, почта һәм аҡса күсереү, компьютер йүнәтеү пункттары, аҙыҡ-түлек магазиндары аса. Улар, көрсөк башланғанға тиклем килгәнлектән, үҙ эшен асырға өлгөргән. Хәҙер иһә илдәге иҡтисади ҡыйынлыҡтар арҡаһында хәл ҡатмарлашты. Телде өйрәнеүҙән, бындағы мөхиткә яраҡлашыуҙан тыш, эшкә урынлашыу, йәшәү урыны табыу кеүек мәсьәләләрҙе лә хәл итергә кәрәк.
— Итальяндарҙың иммигранттарға ҡарата мөнәсәбәте нисек? Беҙҙә бит “килмешәк”тәрҙе, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар. Ғөмүмән, улар Рәсәй тураһында ниндәй фекерҙә?
— Йәмәғәт тәртибен, ҡануниәтте боҙмаһаҡ, сит илдәгеләр беҙҙе ҡабул итә. Әлбиттә, улар араһында ла ксенофобия, расизм яҡлылар бар. Эш кешеһен “икенсе сортлы” тип ҡабул итмәйҙәр. Бында бит капиталистик ҡоролош, йәмғиәт байҙарға, ярлыларға һәм урта синыфҡа бүленгән. Ярлы кешенең байға ялланып эшләүе — ғәҙәти күренеш.
Итальяндарҙың Рәсәй тураһында фекеренә килгәндә, шуны әйтергә мөмкин: ирке сикләнгән, кеше хоҡуҡтары йыш боҙолған ил тип беләләр. Беҙ Рәсәйҙәге иммигранттарға ҡарағанда яҡшыраҡ хәлдәбеҙ: хеҙмәткә хоҡуҡтарыбыҙ итальяндарҙыҡы кеүек үк. Ул-был хәлгә тарыйһың икән, адвокаттар ярҙамға килә. Хеҙмәттәре өсөн улар аҡса алмай, эште аҙағынаса еткерә. Шулай уҡ медицина ярҙамына хоҡуғыбыҙ бар, ул да бушлай. Йорт хеҙмәтселәре лә урындағы халыҡ кеүек хоҡуҡтарға эйә. Мәҫәлән, “ун өсөнсө эш хаҡы”, йәйге ял һәм башҡаларҙан мәхрүм ҡалмайҙар. Италияла кеше хоҡуҡтары нығыраҡ яҡлана. Ул — ирекле, демократик дәүләт.
— Көнкүреш шарттары нисек?
— Кеше яҡшы нәмәгә тиҙ өйрәнә тигәндәй, еңел яраҡлаштым. Районға ялға ҡайтҡанда үҙебеҙҙең көнкүрешкә ҡабаттан күнегеү күпкә ауырыраҡ була әле! Әлбиттә, йәшәү шарттары эш хаҡы күләменә лә бәйле. Бер фатирҙа дүрт-биш кеше йәшәгән осраҡтар бар. Оло йәки ауырыу кешеләрҙе ҡарағандарға шул йорттан айырым бүлмә бирәләр.
Төп аҙыҡ-түлекте иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, йәшелсә-емеш тәшкил итә. Итте беҙҙәге кеүек күп ашамайҙар, күбеһенсә балыҡ һәм диңгеҙ ризыҡтары менән туҡланалар. Шарап эсәләр, әммә урамда иҫерек кешене осратҡан юҡ. Ете йыл эсендә бер иҫерек итальянды ла күрмәнем!
— “Оҙон аҡса” артынан барып, бөтөнләйгә ҡалғандар күпме?
— Ундайҙар байтаҡ. Кемдер итальянға кейәүгә сығып, кемдер ошонан кәләш алып, гражданлыҡҡа эйә була. Италияла махсус рөхсәт менән кәмендә ун йыл йәшәгәндәргә гражданлыҡ һорарға ярай. Әммә быға даими эшең булыуы, телде белеүең, хөкөм ителмәүең шарт. Рәсәйгә кире ҡайтыусылар ҙа Италияны онотмайҙыр тип уйлайым.


Автор: Ирина ҠАҺИРОВА әңгәмәләште. Ҡыйғы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә