Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күп осраҡта баштан себен осорабыҙ түгелме?!
Күп осраҡта баштан себен осорабыҙ түгелме?!Ябылды... Был һүҙ күп һүҙҙәр менән бәйләнешкә инә. Мәҫәлән: төрмәгә ябылды, мәктәптәр ябылды, ауыҙ ябылды һәм башҡалар.
Нисәнсе йыл булғандыр, хәҙер анығын әйтә алмайым. Мәскәүҙәге милли мәктәптәр институты директорының фән буйынса урынбаҫары Нариман Мирсәйет улы Хәсәнов миңә шылтыратты. Баҡтиһәң, Амур өлкәһендәге бер башҡорт ауылына башҡорт теле уҡытыусыһы кәрәк икән. Бындағы түрәләргә мәсьәләнең айышын аңлатып маташҡансы, Татарстандан ул ауылға татар теле уҡытыусыһы барып та төшкән. Шулай итеп, күҙ менән ҡаш араһында бер башҡорт ауылы ябылды.
Ырымбур дәүләт педагогия университетында башҡорт-татар бүлеге ябылды. Ошонда уҡ 3-сө педагогия училищеһының башҡорт-татар бүлеге ябылды. Ырымбур өлкәһенең 50-нән ашыу мәктәбендә предмет рәүешендә башҡорт телен өйрәнеү ябылды.

Һанай китһәң, ундай ябылыуҙарҙан сәстәр үрә торор. Силәбе ҡалаһындағы ике педучилищела башҡорт телен өйрәнеү туҡтатылды. Арғаяш педучилищеһы ябылды. Силәбе дәүләт университетындағы башҡорт төркөмө ябылды. Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Мәғарифтың милли проблемалары институтының Башҡортостан филиалы ябылды. Ай-һай, был исемлек күпме дауам итер икән? Эй, халҡым, ниңә ауыҙ асып өндәшмәйһең? Юҡмы ни арабыҙҙа туған теле өсөн янып-көйгән башҡорт зыялылары? Ошо тауышым, оран булып, эсендә йәне, ғәме, сәме булған кешеләр араһына таралһа ине...
Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Мәғарифтың милли проблемалары институтының Башҡортостан филиалы ғалимдары күрше өлкәләрҙең мәғариф етәкселәре менән һәр саҡ бергәләшеп хеҙмәттәшлек итте. Шуның һөҙөмтәһендә Ырымбур өлкәһенең — 56, Силәбе өлкәһенең — 100-гә яҡын, Һамар өлкәһенең — 8, Һарытау өлкәһенең 7 мәктәбендә башҡорт теле аҙнаһына өс сәғәт күләмендә мәктәп расписаниеһына индерелгәйне. Ырымбур, Силәбе ҡалаларында, Һамар өлкәһенең Ырғыҙ, Ташбулат, Ырымбур өлкәһенең Иҫәнгилде мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыусыларының ғилми-ғәмәли конференциялары үткәрелә ине. Ундағы мәктәптәрҙең уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтеү өсөн, бригадалар ойоштороп, командировкаларға сыға торғайныҡ, мәктәп китапханаларын уҡыу-уҡытыу әсбаптары менән тәьмин итә килдек. Силәбе ҡалаһының 1-се һәм 2-се педучилищеларында ла башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороп ебәргәйнек. Эшләһәң, эш ҡарышмай. Һарытау өлкәһенең Перелюб район үҙәгендә башҡорт гимназияһын астырыу буйынса бик тә ыңғай һөйләшеүҙәр башланғайны. Әммә елдәр кире яҡтан иҫте. Үҙ ағайҙарыбыҙ аяҡ салды. Мәскәүҙән хәбәр алынды. Уның йөкмәткеһе былай ине: "Башҡортостан филиалы башҡорт мәктәптәре өсөн эшләй. Шул сәбәпле Мәскәү һеҙгә эш хаҡы түләй алмай. Үҙегеҙҙең Хөкүмәтегеҙ финанслаһын артабан". Беҙҙең йыллыҡ сығым 500 мең һум ине. Ошо аҡсаны республика Хөкүмәте түләргә теләмәне. Уға ҡарамайынса ла филиал ғалимдары өс йыл аҡсаһыҙ эшләне. Ул аҡсаны беҙгә кем һәм ҡасан түләр? Бөгөнгө мәктәптәрҙә һаман да беҙҙең ғалимдар сығарған уҡыу әсбаптары менән эшләйҙәр ҙәһә. Был хаҡта кемгә мөрәжәғәт итергә?
Бына шулай филиалды яптылар. Күрше өлкәләрҙәге мәктәптәрҙең күбеһендә башҡорт телен өйрәнеү тыйылды. Башҡортостандың үҙендә лә туған тел аҙнаһына ни бары өс сәғәт өйрәнелә. Быныһы ла бик ауырлыҡ менән бойомға ашырыла. Әйтәйек, башҡорт гимназияларында, лицейҙарҙа төрлө милләт балалары тупланған. Башҡортса белгәне-белмәгәне бар. Ана шул уҡыусылар бер үк класта белем ала. Дәрестә уҡытыусы күпселек ваҡытын телде белмәгән уҡыусыларға сарыф итә. Башҡортса һәйбәт уҡығандары дәрес буйы тип әйтерлек тик ултыра. Уларҙың белеме ныҡлап үҫтерелмәй, шуға ла туған телдән аҡрынлап биҙә баралар. Белемдең сифаты тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Класты башҡортса һәйбәт белгән һәм телде ауыр үҙләштергән төркөмдәргә бүлерҙәр ине лә, тик уҡытыусыға уҡыусыларҙың һанына ҡарап эш хаҡы түләнгәс, былай итеү ҙә тормошҡа ашмаҫ хыял ғына. Ошондай төрлө милләтле балаларға башҡорт теленән белем биреүҙә яңы технологияларҙы ла ҡулланып булмай.
Туған телде өйрәнеүҙе кем яйға һалыр? Был ябай риторик һорау түгел. Мәсьәләне етди хәл итеү зарур. Урындағы Мәғариф министрлығы ла был тәңгәлдә үҙаллы аҙымдар яһай алмай, сөнки ул Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы күрһәтмәләрен үтәй.
Башҡортостанда күпме юғары уҡыу йорто, ғилми-тикшеренеү институттары бар. Шундағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедралары уҡытыусылары, күрше өлкәләргә сығып, райондың, өлкәнең мәғариф етәкселәре менән ҡара-ҡаршы ултырып, мәсьәләне уртаға һалып, исмаһам, бер тапҡыр һөйләшкәне булдымы? Был тәңгәлдә Ректорҙар советы ни уйлай икән? Дөрөҫөн әйткәндә, улар туған тел проблемаларын аңлап та еткермәй. Урыҡ-һурыҡ ҡына өйрәнелгән туған телебеҙҙе ныҡлап күҙ алдына килтерһендәр өсөн урыҫ теле менән нисбәтен сағыштырып ҡарайыҡ. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының базислы уҡыу планында туған тел булараҡ урыҫ телен һәм милли телде өйрәнеү өсөн аҙналыҡ сәғәттәрҙең бүленеше ошолай:
Урыҫ теле Милли тел
һәм һәм
әҙәбиәте әҙәбиәте

5-се класс 8 3
6-сы класс 8 3
7-се класс 6 3
8-се класс 6 3
9-сы класс 5 3
Бөтәһе 33 15
Башҡа предметтар буйынса уҡытыу фәҡәт урыҫса бара. Ҙур түрәләрҙең ауыҙынан "Рәсәй — күп милләтле дәүләт. Шуға күрә милли мәҙәниәтте үҫтерергә кәрәк" тигән һүҙҙәр ысҡынғылай башланы. Күрәһең, мәғариф өлкәһендә эштәре шәптән түгел икәнен һиҙенә башлағандарҙыр. Әммә милли мәҙәниәтте ниндәй юлдар менән үҫтерергә һуң? Милли мәҙәниәтте үҫтерер өсөн уның телен, әҙәбиәтен, тарихын, биологияһын, географияһын баланың туған телендә тәрәнәйтеп өйрәнергә кәрәк. Был хаҡта яҙғаным да бар, шикелле. Әммә ҡабатлауҙан доға иҫкермәй. Мифтахетдин Аҡмулла әйтмешләй: "Урыҫса уҡып-яҙып ҡына түгел белмәк..." Мәҙәниәт әсә һөтөнә туйындырылған ғәзиз тел аша үргенләп үҫеп китә ала.
Хәҙер юғарылағы чиновниктар патриотик тәрбиә, әхлаҡ тәрбиәһе тураһында ла һүҙ ҡуҙғатып ҡарай. Әммә поезд киткән. Уны туҡтатыр, балаға тулы мәғәнәле тәрбиә бирер өсөн мәғарифты баштан-аяҡ үҙгәртеп ҡорорға, дөрөҫ юлға төшөрөргә кәрәк. Кәрәккән-кәрәкмәгән инновацияларҙы белем биреү системаһынан алып ташлау ваҡыты етте, үтеп китмәһә әле.
Ил етәкселегенә милли мәғарифты тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, уның сифатын ҡырҡа яҡшыртыу буйынса аныҡ саралар күреү, белем биреү системаһына намыҫ менән ҡарау кәрәк. Туған телдең яҙмышына битараф булған түрәләр ил мәҙәниәтенең үҫешенә лә, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға ла ғәмһеҙлек күрһәтә түгелме ни? Ҡайҙа ҡарама, ҡайҙа төртөлмә, ришүәтселек, коррупция кеүек енәйәти күренештәр тулып ята.
Бөгөнгө заман бик тә буталсыҡ. Ошо осорҙа йәш быуынды уҡытыу, әҙәмсә тәрбиә биреү тағы ла ҡатмарлаша бара. Дәүләт үҙе ҡатмарлаштыра. Мәғариф өлкәһендә эшләгән ағай-эне Башҡортостандағы белем биреү йорттарында килеп тыуған етди проблемаларҙы Мәскәү түрәләренә һылтай. Баштан себен осороу еңел дә. Уҙған йыл мәктәптәрҙә уҡыу башланғас, Мәскәүгә юл тоттом, мәсьәләнең асылына үтеп инеү кәрәк ине. Ошо уңайҙан Мәғариф һәм фән министрлығына кереп сыҡтым. Программалар, уҡыу планы, дәреслектәр бүлегендә булдым. Унда миңә бик ыңғай ҡаранылар, "Рәсәй субъекттарындағы мәктәптәрҙә ниндәй фән һәм ниндәй телдә өйрәнергә теләйһегеҙ — уны урындағы министрлыҡ хәл итә. Улар беҙгә ниндәй уҡыу планы ебәрә, беҙ һис бер үҙгәрешһеҙ раҫлап ҡына ултырабыҙ", — тинеләр. Һүҙ ыңғайында юғары уҡыу йорттарының уҡыу планы хаҡында ла белештем. Был осраҡта ла улар: "Юғары уҡыу йорттары үҙ уҡыу планын үҙе төҙөй, беҙ шуны раҫлайбыҙ ғына", — тип йылмайышып оҙатып ҡалдылар.
Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығынан күҙем асылып ҡайттым. Базислы уҡыу планы "Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн" һәм "Уҡытыу урыҫ телендә алып барылмаған мәктәптәр өсөн" айырым төҙөлә. Башҡортостан һәм башҡа милли республикалар өсөн уҡыу планының икенсе варианты ҡулай. Тимәк, мәғариф өлкәһендәге бөтә ығы-зығы республика Мәғариф министрлығына ҡайтып ҡала.
Башҡортостан мәктәптәрендә гуманитар фәндәр башҡортса алып барылырға тейеш. Был — бөгөнгө көн талабы. Башҡортостан тарихы Рәсәй тарихы менән бергә башҡортса уҡытылырға тейеш. Башҡортостан географияһын да Рәсәй географияһы менән бергә башҡорт телендә уҡытыу мотлаҡ. Биология фәне фәҡәт башҡортса уҡытылырға тейеш. Сит телдәрҙән текстар фәҡәт башҡортсаға тәржемә ителһен.
Бөгөнгө дәрестәрҙә мультимедиа саралары, БДИ кеүек һынауҙарға әҙерлек менән мауығып, тәрбиә менән белемдең сифаты түбәнәйҙе. Бына ошо проблемаларҙың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышында ҡаралыуы мотлаҡ.
Аҡмулланың "Урыҫса уҡып-яҙып ҡына түгел белмәк..." тигән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, балаға рухи, милли үҙаң, әхлаҡ, ватансыл тәрбиә биреүгә ең-һыҙғанып тотоноу кәрәк, ағай-эне!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рамиля
    Рамиля от 22.03.2013, 08:51
    Браво,профессор! Может еще будут статьи в поддержку Вас.Мы же только говорим и говорим.Занимаемся самовосхвалением и самовозвеличением,обратите внимание на выступления и интервью в СМИ (даже в "Башкортостане") тех,которых преподносят некоторые журналисты как уникальных знатоков.У которых образование то среднее,а говорят,дают оценку всему и вся,боже упаси...Аж, муражки по коже.

  2. Батырхан
    Батырхан от 22.03.2013, 13:02
    Хөрмәтлеләрҙән - хөрмәтле ғалимыбыҙ - Рафаэль! Һеҙҙең кеүек кешеләр күберәк булһа, Мәғариф министрлығындағы аяҡ салыусылар баш-баштаҡлығына ул тиклем үк юл ҡуйылмаҫ ине,әлбиттә.Яҙған мәҡәләләрегеҙ бик фәһемле,рәхмәт.
    Һеҙ "тегеләй булырға тейеш, былай булырға тейеш" тиһегеҙ.Мәҡәләне Әлфис Ғаязов уҡыр ҙа ниҙер эшләр, тип көтөү файҙаһыҙ.Бер ни ҙә эшләмәйәсәк!Ил, республика етәкселеге "еле"нең ҡайһы яҡҡа иҫеүен һиҙеп ултыра ла һуң ул.Йәмәғәтселектең берләшеп эш итеүе генә ниҙелер үҙгәртеүе ихтимал.

  3. гульнур якупова
    гульнур якупова от 25.03.2013, 15:58
    Туған телен камил белгән кеше генә башҡа телдәрҙе яҡшы белә, өҫтән-мөҫтән генә түгел,полиглоттарҙың иң башта үҙ телен өйрәнеүе лә мәғлүм, сөнки әсә теле - бөтә бүтән телдәргә лә асҡыс ул!

  4. Гүзәл
    Гүзәл от 24.04.2013, 02:08
    Рафаэль ағайҙың яҙғандары барыһы ла дөрөҫ. Һәр белем биреү учреждениеларына бер нисә төрлө уҡыу планы ебәрелә, тик күбеһе 1 уҡыу планын һайлай, ә ни өсөн министерство кешеләре быға юл ҡуя?Ни өсөн рөхсәт итәләр?Аҡса юҡ, тигән булып һылтаналар, ә үҙҙәре күпме аҡса алалар, оят та юҡ бит исмаһам. Һәр береһе тик үҙенең генә мәнфәғәтен ҡайғырта.Башҡорт теле бөтә икән, министерствоның да кәрәге юҡ, улайһа улар нимәгә кәрәк, туп-тура Мәскәү менән генә эш итергә буласаҡ, сөнки күп өлкәләрҙә шулай, уларҙың беҙ ашатып ятҡырған ошондай ҙа "йүнһеҙ" посредниктары юҡ.

  5. Флүрә Солтанова
    Флүрә Солтанова от 24.04.2013, 15:24
    Бик урынлы һәм көслө сығыш! Был хаҡта күптән һөйләйбеҙ, әммә ошоғаса бер ниндәй ыңғай һөҙөмтәһе юҡ. Рафаэль уҙаман Аҙнағоловтың мәҡәләһе гәзит архивында ғына тороп ҡалмаһын ине.
    “Хәҙер ҡулығыҙҙан килгән ҡәҙәр әһәмиәт бирә торған мәсьәләләр шулдыр:
    Дин һәм телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү. Иң әшәке йәберләүҙәр ошо ике нигеҙҙә, йәғни дин һәм милли тел өлкәһендә эшләнәсәк”,- тип яҙып ҡалдырған халҡыбыҙға яҙған хушлашыу хатында Башҡортостан йөмһүриәтен ҡороусы, донъя кимәлендә танылған шәрҡиәтсе-ғалим Әхмәтзәки Вәлиди.
    Милли мәғарифты һаҡлау буйынса дәүләт кимәлендә аныҡ саралар күрелергә тейеш. Айырым бер кешенең генә түгел, ә бөтөн башҡорт милләтенең Конституцияла ҡаралған хоҡуҡтары боҙола.
    “Болот берекһә – күк тетрәр, халыҡ берекһә – ер тетрәр”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән ата-бабаларыбыҙ. Әгәр халҡыбыҙҙы ишетмәйҙәр йәки ишетергә теләмәйҙәр икән, үҙебеҙҙең фекеребеҙҙе референдум аша белдерә һәм кеше хоҡуҡтарын һаҡлаусы Европа Советына мөрәжәғәт итә алмайбыҙмы ни?!.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872