Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр фекерегеҙ мөһим
Гәзиттең сайты лакмус ҡағыҙы һымаҡ — уҡыусыны ниндәй мәҡәлә ҡыҙыҡһындырғанлығын шунда уҡ күрергә була. Көн һайын беҙҙең сайтҡа меңгә яҡын кеше инеп сыға. Күптәр мәҡәләне уҡығандан һуң уй-фекерен яҙып ҡалдыра. Был беҙҙең өсөн айырыуса ҡыуаныслы, сөнки йәмәғәтселектең тын алышын белеү мөһим.

Уҡыусыларыбыҙҙы "Телгенәм — бергенәм" рубрикаһында баҫылған мәҡәләләр айырыуса ҡыҙыҡһындыра. Был, әлбиттә, "Башҡортостан" гәзите дуҫтарының тел мәсьәләһенә битараф булмауы тураһында һөйләй. Мәҫәлән, С. Нәзировтың "Башҡортостан — донъя киңлегендә" тигән яҙмаһында (2013 йыл, 9 февраль) "Башҡорт википедияһы" тураһында һүҙ бара. Уны ойоштороусыларҙың береһе Рөстәм Нурыев билдәләүенсә, википедия бик күп телдә төҙөлә, башҡорт бүлегендәге беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә яҙылған. "Башҡортостан" исемле мәҡәләнең беренсе нөсхәһен исемһеҙ автор яҙа башлаған. 2012 йылдың декабрь айында әүҙем мөхәррирҙәр һаны 69-ға еткән. Әйткәндәй, һәр кем үҙенең тыуған ере тураһында мәҡәлә яҙып, википедияны тулыландыра ала.
Ысынлап та, һәр зыялы башҡорттоң ҡулынан килерлек был. Үҙебеҙҙең википедияны бергәләп байытайыҡ, дуҫтар!
Публицист, яҙыусы Рәлис Ураҙғоловтың "Күңелдәре тулы, ә өйҙәре буш…" тигән мәҡәләһен (2013 йыл, 7 февраль) уҡыусыларыбыҙ тетрәнеп ҡабул итте, күтәрелгән мәсьәләгә үҙ ҡарашын белдереп шылтыратыусылар, хат яҙыусылар бихисап. Сайтта ла Илдан тигән ағай мәҡәләгә шундай фекер яҙған: "Рәлис, мәҡәлә бик шәп. Ләкин уны халыҡ уҡый ҙа онота. Шулай булмаһын өсөн ошо яҙма буйынса халыҡҡа, дөрөҫөрәге, урындағы хакимиәттәргә, йәмәғәт ойошмаларына фекер алышыу, ниндәй ҙә булһа сара ойоштороу тәҡдиме менән сығырға кәрәктер? Шунан һөҙөмтәһе тураһында гәзиткә лә яҙырға була". Рәлис Ураҙғолов был тәҡдим менән килешә, әлбиттә. Мәҙәниәт йорттарында, мәктәптәрҙә әүҙем, милләт киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәгән кешеләр эшләй. Быға тиклем дә авторҙың буйҙаҡлыҡ проблемаһын күтәреп сыҡҡан мәҡәләһенән һуң республиканың байтаҡ төбәгендә ошо мәсьәләгә арналған кисәләр булды. Шундай сараның береһе Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында үтте. Был ауылда "Башҡортостан" гәзитенең тоғро уҡыусылары йәшәй. Матур башланғысҡа ауылдың мәҙәниәт йорто директоры Флүрә Туйсина нигеҙ һалған. Сарала "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.
Педагогия фәндәре кандидаты Вәкил Хажиндың "Бөгөнгө ирҙәребеҙ. Милләт фажиғәһеме?" тигән мәҡәләһе (2013 йыл, 23 февраль) ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уны сайтта ҡабат-ҡабат уҡығандар. "Уҡыусы" тигән ижади исем менән мәҡәләләргә ҡарата даими фекер белдереп барған уҡыусыбыҙ яҙмаға юғары баһа биргән һәм Вәкил Хажиндың мөһим мәсьәлә күтәреүен билдәләгән.
Көнһылыу исемле уҡыусы иһә былай тип яҙған: "Ошондай мәҡәләне тап ир-аттан көткәйнем! Тик бөтә фекерҙәрегеҙ менән дә килешеп бөтмәйем. Үҙе теләмәһә, бер кемде лә үҙгәртеп тә, үҫешкә йүнәлеш алырға өндәп тә, мәжбүр итеп тә булмай. Түбән тәгәрәүҙе ҡатын-ҡыҙға күпме япһарырға була! Уңды һулдан айыра беләһең икән, үҙең өсөн яуап бирә башларға ваҡыт. Барыһы ла бит бәләкәйҙән үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алырға өйрәнеүҙән башлана. Ошо теманы күпме ҡуҙғатһалар ҙа, бер ир-ат та фекерен белдермәне". Был ауазды ишеткәндән һуң ир-егеттәр ҡулына ҡәләм алыр тип өмөтләнәйек.
Салауат Әбүзәрҙең "Эх, һыуҙар аҡһа кире!.." тип аталған шиғырҙар шәлкемен (2013 йыл, 20 февраль) уҡыусылар күптән көткән, ахыры. Уны йөҙҙән ашыу кеше уҡыған. Бәләбәйҙән Самат исемле уҡыусыбыҙ шағирға күп сәләм күндергән. "Вәт, исмаһам, шиғриәт! Кинәнеп уҡыным. Бына кем ул талант! Һәр шиғырында — фекер, мәғәнә. Афарин, Салауат!" – тип яҙған ул.
Дөйөм алғанда, гәзиттең сайты уҡыусы менән авторҙар араһында фекер алышыу майҙансығына әүерелде, тип әйтә алабыҙ. Гәзитте алып уҡығандан һуң, ҡулына ҡәләм алып, теге йәки был мәҡәләгә үҙ ҡарашын белдереп хат яҙыусылар бар. Ә фекерҙе сайтта ҡалдырыу күпкә тиҙерәк һәм уңайлыраҡ. Шуға ла үҙегеҙгә оҡшаған мәҡәлә йә күңелегеҙҙе өйкәгән мәсьәләне күтәргән яҙма буйынса һөйләшеүгә ҡушылырға ниәтләйһегеҙ икән, сайтҡа рәхим итегеҙ — www.bash.bashgazet.ru


Автор: Интернет селтәрен Лилиә НУРЕТДИНОВА байҡаны.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә