Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәмһеҙ булмайыҡ
Хөрмәтле "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре! Яңынан-яңы конкурстар иғлан итеп, уҡыусыларығыҙға һәр ваҡыт ижади эҙләнеү өсөн юл асып тораһығыҙ. Әҙәм балаһы, ғүмере буйы тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Матди яҡты ғына ҡайғыртып, ваҡланып та китәбеҙ. Ысынлап та, рухи үҫешкә ваҡытыбыҙ ҡалмаған да кеүек тойола. Гәзит беҙҙе, матбуғат дуҫтарын, йоҡомһорап йөрөгәндә уятып, аңыбыҙҙы эшкә егеп ебәрә, битарафлыҡҡа юл ҡуймай, уй-фекеребеҙҙе, донъяға ҡарашыбыҙҙы белдерергә әйҙәп тора.

"Башҡортостан — ғәзиз ерем" тигән конкурс тураһында уҡығас та, үҙемдә бер аҙ ҡыйыулыҡ табып, ҡулыма ҡәләм алырға булдым. Арҙаҡлы яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ Башҡортостан тураһында әллә күпме әҫәр ижад иткән. Аҡыллы, хикмәтле һүҙҙәре менән тыуған еребеҙҙе данлай, маҡтай, ҙурлай улар. Әлбиттә, һәр кемгә ундай мәшһүрлек бирелмәй, тик бөтәһенең дә уй-тойғоһон, тыуған еренә тәрән ихтирамын, һөйөүен белдерергә мөмкинлеге бар бит.
Һәр беребеҙгә тыуған төйәгебеҙ ғәзиз, ҡәҙерле. Әллә ниндәй матур утрауҙа йәшәһә лә, әҙәм балаһы тыуған Башҡортостанын һағынып, ҡоштай талпынып ҡайтып төшә. Хатта тыуған ауылында бер йорт-ҡура ҡалмаһа ла:
— Бына ошо була инде тыуған төйәгем, — тип нәҫел-нәсәбен барлап, тирә-яғына ҡарап, яҡты донъяларҙан киткәндәрҙе иҫләп, күҙ-керпеген сылатып, моңһоуланып ала.
Башҡортостаным — беҙҙе туйындырған, кейендергән, рухи аҙыҡ биргән, ғәзиз әсәйебеҙгә генә тиңләп була торған урыныбыҙ. Бүтән барыр еребеҙ, батыр күлебеҙ юҡ. Шағир әйтмешләй, "шунда тыуҙыҡ, шунда үҫтек, шундалыр беҙҙең әжәл". Төрлө яҡтан килгән төрлө милләт балаларын берҙәй яҡын күреп, үҙ ҡосағыңа алаһың, Башҡортостан!
Көслө, батыр улдарың һине арыҫландай баһадир итте, ҡеүәтле илгә әүерелдең. Ҡыуаныстарың менән бергә борсоулы уйҙар солғанышында ла ҡала күңел. Борсолоуҙар бушҡа түгел, әлбиттә. Милләтемдең ғәзиз балаларының яҙмышы артабан нисек булыр? Ер-һыуыбыҙға битараф түгелбеҙме? Яман юлға баҫмабыҙмы? Әллә күпме һорау...
Уйланырға мәжбүр иткән сәбәптәр бихисап. Башҡортостандың ғәзиз балалары, ерле көйө ерһеҙ булып, бәхет эҙләп, эш табырға тип сит-ят яҡтарға сығып китә. Уларҙы ҡолас йәйеп көтөп тороусылар бармы һуң? Күптәренең ғүмеркәйҙәре ваҡытһыҙ ҡыйылыуы бигерәк аяныслы. Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып-үҫкән ил яҡшы, тип дөрөҫ әйтелгән.
Тыуған ауылым Башҡортостаныбыҙҙың көньяҡ-көнсығышында, Мағаш тауы итәгендә урынлашҡан. Ҡояш та, ай ҙа беҙҙең ауыл тәңгәленән ҡалҡа төҫлө. Аяҙ көндәрҙә ауылыбыҙ сағыу нурҙарға ҡойоноп, балҡып ултыра. Ҡотло ауыл, тиҙәр уны. Бер аҙ барғас, үтә күренмәле, ҡырсынташтары һыу төбөндә ялт итеп күренеп торған Еҙем йылғаһы ағып ята. Йәй буйы ярҙарынан кеше өҙөлмәй. Иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле тыуған яғыбыҙ.
Ауыл эргәһенән генә инде бик күп йылдар "ҡара алтын" сығаралар. Йөк машиналары цистерналап нефть ташый. Бер ҡараһаң, был ерҙән дә бай урын юҡ кеүек. Балда-майҙа ғына йөҙөп йәшәрлек.
Милләтемдең яҡты киләсәге өсөн ата-бабам йорт-илен һаҡлаған, ил-көн тыныслығы өсөн ҡорбан булған. Батырҙарыбыҙ яраланған, язаланған, тик илен, ерен һатмаған, ташлап та китмәгән.
Ғәзиз еремдең йән әрнеткес, тетрәндергес йөрәк ауаздары әле лә ишетелә кеүек. Техник үҫеш заманында йәшәйбеҙ, был тәбиғәткә йоғонто яһаны. Хәҙер "ел дә ваҡытында иҫеп, ямғыр ҙа ваҡытында яумай". Тәбиғәтебеҙ ҡырыҫланды. Ҡорғаҡһып ерҙәребеҙ ярыла, эсәр һыуҙарыбыҙға ағыулы матдәләр төшкән осраҡтар ҙа булғылай. Һулар һауабыҙға зарарлы төтөн ҡушыла. Урмандарыбыҙ рөхсәтһеҙ ҡырыла.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡатындар бәләкәй сана менән утын ташыны. Шул ваҡыт хаҡында әсәйем:
— Йәш ағастарға балта күтәрергә ҡыймай инек, ҡороған ағас ботаҡтарын ғына утын итеп яҡтыҡ. Ни тиһәң дә, һәр нәмәнең йәне бар. Балтаны күреү менән ағас япраҡтары елберҙәп, мине киҫмәһә ярар ине, тип һелкенеп, шыбырлашып ҡуйған кеүек, — тип һөйләр булды.
Хәҙис-шәрифтәрҙә әйтелгәнсә: "Сәбәпһеҙ көйө ағасты ҡырҡып ташлаған кешене Аллаһ йәһәннәмгә ташлар". Тәрбиә мәсьәләләрендә ваҡ-төйәккә иғтибарһыҙ ҡалмаған кеүек, еребеҙҙе сүп-сарҙан таҙартҡанда ла ғәмһеҙлек күрһәтмәйек. Беҙҙе кескәй саҡтан, ҡаты бәғерле булма, сәбәпһеҙ бер япраҡ, үлән ҡыяғын да өҙмә, тип киҫәтеп торҙолар.
Тәбиғәткә ҡарата шәфҡәтле, рәхимле булыу фарыз. Иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында күпме бәлә-ҡаза һағалай! Тәбиғәт үҙенә ҡарата енәйәтте, вайымһыҙлыҡты кисермәй.
Ҡуйы урман, ҡыуаҡлыҡтар менән уратып алынған ауылыбыҙ ХIХ быуаттың 60-сы йылдарында мелиорацияға дусар булды. Һандуғас ҡунып һайрар ҡыуаҡ та ҡалманы. Колхоз бөтөрөлөп, күп ерҙәр ташландыҡҡа әйләнгәс, ҡыуаҡлыҡтар йәнә баҫа башланы. Хәстәрлекле, вайымлы кешеләр бар, әлбиттә. Күп кенә уңдырышлы ерҙәребеҙ хәҙер бик оҫта файҙаланыла, мул уңыш алына.
Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡарашты иң тәүҙә ғаилә тәрбиәһе бирә. Ололар беҙҙе элек бысраҡ, иҫкергән туҡыма киҫәген дә сүплеккә йыуып ташларға кәрәк, ерҙең йәмен ебәреп ятмаһын, тип өйрәтте. Улар ашлыҡ араһындағы сүпте ҡул менән утай торғайны, бер ҡый үләне күренмәне. Шулай итеп, боронғо бабам килер быуынға таҙа һыуын, саф һауаһын, еребеҙҙең аҫыл хазиналарын, урман-болондарын, ғорур тауҙарын ҡалдырған. Мағаш, Уҡлыҡая бигерәк матур булып, әллә ҡайҙан күренеп торалар. Стәрлетамаҡҡа етәрәк Торатау, Йөрәктауҙары тәбиғәттең һәр миҙгелендә тирә-яҡҡа йәм биреп, күңелде үҙенә тарта.
Тәбиғәтебеҙ үҙ балаһынан ярҙам көтә. Ер-әсәбеҙ биргән байлыҡтарға битарафлыҡ күрһәтмәйек. Беҙҙе килер быуын ғәфү итмәҫ.
Һуңғы йылдарҙа бөгөнгө тормош менән генә йәшәйбеҙ. "Бөгөн таптым — бөгөн ҡаптым" тигән кеүегерәк. Ауыл уртаһында һалынған мөһабәт мәҙәниәт усаҡтары халыҡ йыйылыштары өсөн дә ишеген асһа икән. Ата-бабам киҫкен хәлдәрҙә һәр саҡ ҡор, йыйын йыйып, ҡырҡыу мәсьәләләрҙе хәл иткән, "Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә" тигән әйтемгә таянып эш иткән. Ҡайһы берҙә йыйылыштағы сығыштар шәхси мөнәсәбәттәрҙе асыҡлауға, үҙ-ара ыҙғыш-талашҡа юл ала. Мәҙәниәтле итеп һүҙ тотоп, йәмғиәтебеҙҙе туплауға, тәбиғәтте һаҡлауға арналған телмәрҙәр булмай. Аптырағас, етәкселәр халыҡ йыйылыштарын үткәрергә теләп бармай. Тәнҡиттән ҡурҡырға кәрәкмәй, киреһенсә, эшлекле тәҡдимдәр ғәмһеҙлеккә, битарафлыҡҡа, вайымһыҙлыҡҡа кәртә булып тора. Кемдер килеп эшләр әле, тип көтөп ята торған заман түгел.
Йүкә ағасының файҙаһын кем генә белмәй. Ғафури умартасыларының тәпән-тәпән бал алыуға өлгәшеүе һәр кемде һоҡландыра. Башҡортостан — баллы төбәк, тигән һүҙҙәребеҙ хис-тойғоға бирелеп яҙылған шиғырҙарҙа ғына ҡалмаһын өсөн йүкә урмандарын һаҡлайыҡ. Диләнкәләр алып, буралар бурап, йорт-ҡаралтыларыбыҙҙы йүнәтәбеҙ икән, урынына бер ағас булһа ла ултыртыу кәрәклеген иҫтән сығармайыҡ.
Булған тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙы мөлкәт туплау, кеҫә ҡалынайтыу өсөн тәләфләһәк, оҙаҡ йылдар йәш быуынға хеҙмәт итһен өсөн, хәстәрлек күреп, ҡурсаламаһаҡ, киләсәккә ни ҡалыр? Барыһы ла берҙәмлектән тора. Телебеҙгә лә, тирә-яҡ мөхиткә лә, республикабыҙ киләсәгенә лә ғәмһеҙ булмаһаҡ, тыуған еребеҙҙе сит бауырҙарҙан һаҡлаһаҡ, барыһы ла һәйбәт булыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873