Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған еренең лайыҡлы улы
Тыуған еренең лайыҡлы улыЕр менән күк араһын тоташтырырҙай ыжғыр буранды яра-яра, етеҙ, ҡаҡcа кәүҙәле үҫмер ныҡышып алға атлай. Әсе ел бит-ҡулын семетеп-ҡурып ала. Әсәһе бар хәленсә хәстәрләп ашатып-эсергән ризыҡтың көсө самалы ҡалып барһа ла, егет бирешмәй. Эйе, уға әле тырышып белем алаһы, күңел түрендә йөрөткән хыялдарын тормошҡа ашыраһы бар. Иң ҙур теләгенә өлгәште – Темәс педагогия училищеһына уҡырға инде ул. Иң-иңдәр араһында, бихисап зыялы шәхестәр әҙерләүсе данлыҡлы уҡыу йортонда белем ала ул хәҙер. Тиҙерәк барып етергә лә, үҙенә әйҙәп-саҡырып торған ғилем донъяһына сумырға кәрәк, тип ашҡына йәш йөрәк.

Был егет күк Ирәндек ҡуйынында гөл-сәскәгә сорналып ултырған Шаҙағай тигән ауылда тыуып үҫкән Тәфтизан Ушанов булыр. Әле барыр юлы ҡарлы-буранлы булһа ла, алда уны тыуған төйәгенә, яҡташтарына, халҡына тоғро хеҙмәт итеп, дан-хөрмәткә күмәсәк яҡты яҙмыш көтә…
Шаҙағай — Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр бейеүсе һәм ҡурайсы Ғиниәт Ушановтың тыуған төйәге. Уның бер туған ҡустыһы Сабирйән Ушанов та ошо ауылда әсе тир түгеп ғүмер итә, бер-бер артлы донъяға килгән өс уланына ҙур өмөт бағлай. Тик замананың ҡыян елдәре, башҡа бик күп бәләкәй ауылдар кеүек, Шаҙағайҙы ла аяуһыҙ яҙмышҡа дусар итә, халҡын нигеҙ таштары менән бергә тирә-яҡҡа туҙҙыра. Нисек кенә ауыр булмаһын, Сабирйән Ушанов, ғаиләһен үгеҙ егелгән арбаға тейәп, Икенсе Этҡолға күсенә.
Тәфтизан ағай, күпселек тиҫтерҙәре кеүек, бәләкәйҙән хәләл көс менән тапҡан икмәктең баһаһын белеп, әтлек, һарына, өшөгән картуф тәмен татып үҫә. Һыбайлап күбә тарттырыу, салғыға көсө етер-етмәҫтән бесән сабыу, тамаҡ туйҙырып, өҫ-башын бөтәйтеү өсөн каникул көндәрендә утын ҡырҡыу кеүек иҫәпһеҙ-һанһыҙ эштең береһе лә ят түгел уға. Уҡыуға ла сос була ул. Шуғалыр ҙа, балалыҡ хыялы булған Темәс педучилищеһына инеп, уны тырышып-тырмашып уңышлы тамамлай.
Тап ошо мәлдә киләсәктә үҙен фәҡәт уҡытыусы итеп күргән, шул уҡ ваҡытта шиғырҙар, хикәйәләр яҙыу менән дә мауыҡҡан дипломлы йәш белгесте Баймаҡ район гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар. Алыҫта тороп ҡалған 1956 йылда була был хәл. Шул көндән алып Тәфтизан Сабирйән улы үтә лә яуаплы һәм мауыҡтырғыс журналистика эшендә ҡырҡ алты йыл алһыҙ-ялһыҙ, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләне. Хәйер, тәжрибәле ҡәләм оҫтаһын, пенсия йәшендә булһа ла, районда саф башҡортса нәшер ителә башлаған «Һаҡмар» гәзите редакцияһына эшкә саҡырғас, ул тағы өс йыл дәртләнеп-илһамланып ижад итеүе менән күптәрҙе һоҡландырҙы.
Был йылдар эсендә гәзит төрлө исем менән нәшер ителеп, республика күләмендәге конкурстарҙа алдынғы урындарҙы яулап килде, ә ете журналист “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән абруйлы исемгә лайыҡ булды. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Т. Ушанов Союздың төрлө йылдарҙа үткән съездарында өс тапҡыр делегат булып ҡатнашты. Олуғ журналистың район һәм республика баҫмаларында донъя күргән мәҡәләләре, хикәйәләре, һүрәтләмәләре тәрән йөкмәткеһе, халыҡсанлығы, бай, һутлы теле менән айырылды. Ҡәләмдәштәре араһында ул тос фекерле, зауыҡлы, рухлы һүҙ оҫтаһы булараҡ хаҡлы ихтирам яуланы.
— Үҙ ғүмеремдә биш мөхәррир менән иңгә-иң терәп эшләнем һәм, шөкөр, барыһынан да уңдым, — тип әйткәне хәтерҙә Тәфтизан Сабирйән улының. Ул һәр етәксенән үҙенә аҡыл-фәһем йыйып ҡына ҡалманы, ысын мәғәнәһендә уң ҡанаты, ышаныслы терәге лә булды. Гәзит эшенең төрлө баҫҡысында — тәржемәсе, бүлек мөдире, яуаплы секретарь, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡарғанда, берҙәй тырышлығы, ойоштороу һәләте, үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгәнлеге менән башҡаларға өлгө күрһәтте. Баймаҡ район гәзите оҙаҡ йылдар районда ғына түгел, республикала иң яҡшылар иҫәбендә булған икән, бында, һис шикһеҙ, башҡа бик күп һоҡланғыс журналистар менән бер рәттән Тәфтизан ағай Ушановтың да хеҙмәте ифрат ҙур. Үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла талапсанлығы, яуаплылыҡ тойғоһо, юғары эрудициялы, сәмле, шаян, юморға бай булыуы менән арбай ине ул күптәрҙе. Гәзитселәрҙең нисәмә быуын йәштәре менән уртаҡ тел табып, бай тормош тәжрибәһен, ижад серҙәрен уртаҡлашыр остаз да ине…
Оҙаҡ йылдар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы район комитеты, урындағы профсоюз комитеты рәйесе һәм партия ағзаһы булараҡ, коллективтың тормошо, гәзиттең яҙмышы тураһында уйланыуҙар ғына түгел, ил ғәме, ил хәстәре ятты журналистың күңел түрендә. Данлыҡлы яҡташтары, социалистик ярыш алдынғылары хаҡында гәзит биттәрендә әленән-әле сығыш яһаған идеология һалдатына илде үҙгәртеп ҡороу осоро, торғонлоҡ йылдары, иҡтисади көрсөк килтергән һынауҙар алдына баҫырға тура килде. Ошондай мәлдә гәзитте һаҡлап ҡалыу, уның бәҫен төшөрмәү, уҡыусының көнитмешен, уй-кисерешен аңлау һәм тойомлау, халыҡҡа ғәҙел юл күрһәтеү ине журналистың бурысы. Был һынауҙар, Тәфтизан Сабирйән улының күңел пәрҙәләре аша үтеп, йөрәгенә тәрән эҙ һалмай ҡалмағандыр, әлбиттә…
Редакция тормошоноң уртаһында ҡайнап, һәр шатлыҡҡа балаларса һөйөнөп йә бәләкәй генә уңышһыҙлыҡҡа ихлас янып-көйгән Тәфтизан ағайыбыҙ туғандары, ғаиләһе өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер ҡалҡан булды. Хәләл ефете Гөлшат апай менән ғүмер буйы бер коллективта ҡулға-ҡул тотоноп эшләп, икеһе лә “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем йөрөттө. Тәфтизан Сабирйән улы Сәғит Мифтахов, Батыр Вәлид исемдәрендәге премиялар лауреаты булһа, полиграфия ветераны Гөлшат Ғилман ҡыҙы «Почет Билдәһе» ордены менән бүләкләнде. Татыу пар һөйөү-наҙға сорнап ике ул, ике ҡыҙ үҫтерҙе, һәммәһенә лә хеҙмәт тәрбиәһе һәм юғары белем биреүгә өлгәште. Бөгөн уларҙың балалары күркәм, өлгөлө ғаиләләр ҡороп, ырыуҙы дауам итеүсе матур-матур ейәндәр үҫтерә.
Үҙ исеме бөтә районға билдәле булған кеүек, һәр кешене, һәр етәксене, төрлө өлкәләге белгестәрҙең барыһын да тиерлек танып-белгән, донъяуи хәл-ваҡиғаларға ҡарата гелән үҙ фекере, үҙ тауышы булған тынғыһыҙ ветеран хаҡлы ялда ла өйҙә сыҙап ултырманы, райондың "Атайсал" ветерандар клубы ағзаһы булараҡ, район китапханаһында, мәҙәниәт йортонда ойошторолған фәһемле тәрбиәүи сараларҙа әүҙем ҡатнашты, гәзит биттәрендә сығыш яһап торҙо. Холҡона битарафлыҡ, моңһоҙлоҡ хас булманы уның – эштә ең һыҙғаныр, тормошта ут сәсрәтеп йәшәр кеше ине. Хыялдары, пландары күп ине. Әммә, шундай үкенес... Бер йыл элек, һис көтмәгәндә, етмеш бишен дә тултырмайынса арабыҙҙан китеп барҙы Ағайыбыҙ. Бәйгеләрҙә сабып барған ярһыу ат кеүек талпынған сағында, бар булмышына ихласлыҡ һәм шатлыҡ нурҙары, дуҫтарына, яҡындарына ҡарата сикһеҙ наҙ тулған мәлдә тибеүҙән туҡтаны хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙҙың йөрәге. Заманының лайыҡлы улы булып ғүмер иткән, тормошоноң һәр миҙгелен хеҙмәткә бағышлаған Тәфтизан Сабирйән улы Ушановты яҡшы белгән, хөрмәт иткән яҡташтары, замандаштары хәтерендә ул тап шул килеш һаҡлана һәм һаҡланыр, тип ышанам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872