Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ришүәтселектән Европа варианты ғына ҡотҡарырмы?
Ришүәтселектән Европа варианты ғына ҡотҡарырмы?Коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендә Рәсәй ҡануниәтен камиллаштырыу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн Рәсәй коррупция рейтингында 143-сө урында, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, бер баҫҡысҡа юғарыраҡ. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ойошторолған "түңәрәк өҫтәл"дә лә тап ошо сетерекле мәсьәлә өйрәнелде. "Власть органдарында һәм урындағы үҙидаралыҡтарҙа коррупцияға ҡаршылыҡ күрһәтеү" тигән темаға үткән һөйләшеү башлыса коррупцияға ҡағылышлы закондарҙың аҙ булыуына ҡайтып ҡалды.
Коррупция кеүек тамырланған күренеште айырым енәйәтселәрҙе асыҡлау менән генә еңеп булмай — дәүләт ҡануниәтен камиллаштырыу, эште һөҙөмтәлерәк итеүсе закондар ҡабул итеү кәрәк. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың бүлек мөдире Руслан Ямалетдинов әйтеүенсә, бөгөн илдә коррупцияға ҡаршы экспертиза үткәреү мәсьәләһе асыҡ ҡала.
— Тикшереүҙе закон ҡабул иткәнгә ҡәҙәр үк ойоштороу фарыз. Бынан тыш, был бурысҡа төрлө белгестәр йәлеп ителә — юристар, финансистар, иҡтисадсылар, ләкин уларҙың береһенең-бер аныҡ ҡына алгоритмы юҡ. Ошонан һуң беҙ коррупцияға ҡаршы экспертизаның эшен әһәмиәтле тип баһалай алабыҙмы?! — тине ул.
Ғөмүмән, ришүәтселек — дәүләт идараһы нигеҙен ҡаҡшатыусы, уның абруйын төшөрөүсе, граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен боҙоусы енәйәтсел күренеш. Уны булдырмау йәһәтенән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының махсус бүлектәре даими эш алып бара, әммә йәмғиәттәге ыңғай үҙгәрештәр хаҡында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк әле.
— Урындағы үҙидара органдарында һәр бүлеккә, һәр вазифаға ҡағылышлы ҡулланмалар йыш ҡына аныҡ билдәләнмәй. Был иһә үҙ сиратында енәйәттең язаһыҙ ҡалдырылыуына килтерә. Маҡсаттарҙың, бурыстарҙың билдәле талаптарҙан сығып көйләнеүе коррупцияға ҡаршы көрәштә стимул булып торор ине, — тине Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары Рөстәм Хафизов.
"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар ришүәтселекте бөтөрөүҙең бер юлын тәҡдим итте — ул Европа варианты. Йәғни чиновниктарҙың килемдәренә генә түгел, ә сығымдарына ла декларация яһау. "Европа илдәрендә хеҙмәткәрҙең килеме менән сығымы араһында айырмалыҡ килеп тыуа икән, был кеше шунда уҡ шик аҫтына алына. Әммә Рәсәйҙә килешеүҙең нәҡ ошо өлөшө раҫланмаған", — тине Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһының бүлек прокуроры Элеонора Мкртчян.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә ҡалыплашҡан ҡараш йәшәп килә: йәнәһе, аҡса төртмәһәң, бер генә мәсьәләне лә хәл итеп булмай. Был көндәлек тормош мәшәҡәттәренән алып етди проблемаларға тиклем ҡағыла. Әлбиттә, коррупцияға ҡаршы көрәшмәйбеҙ түгел, көрәшәбеҙ. Закондарға үҙгәрештәр индерәбеҙ, талаптарҙы арттырабыҙ, тәфтишселәрҙең эшен көйләйбеҙ, әммә быларҙың барыһы ла аңыбыҙға һеңгән хаталы ҡараш янында тормошҡа аша алырмы икән? Бәлки, был яңырыуҙы ла нәҡ үҙебеҙҙән башларға кәрәктер?..
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА


Рафаэль МИРСАЕВ, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы деканы:
— Ришүәтселектең сәскә атыуын тәү сиратта йәмғиәттең әхлаҡи хәленә ҡайтарып ҡалдырыр инем. Ғөмүмән, бөгөн әхлаҡ төшөнсәһе ҡиммәттәрен юғалтты, бик түбәнгә тәгәрәне. Телевидениенан да, радионан да көн дә бер үк хәбәр — законһыҙ рәүештә ҡулға төшөрөлгән миллиондар, миллиардтар, енәйәтселек, үлтереш, көсләү... Иң ҡурҡынысы — халыҡ башҡа мәғлүмәтте ҡабул итмәй ҙә кеүек. Ә бит беҙгә иң тәүҙә йәш быуынды тәрбиәләүгә, белем кимәлен арттырыуға иғтибарҙы йүнәлтеү зарур.

Әнисә ХӘСӘНОВА, хужабикә, биш бала әсәһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
— Яңыраҡ республика баҫмаларының береһендә шундай һандарға юлыҡтым: "Ришүәтселек осраҡтарының 24,6 проценты — дәүләт власы һәм идараһы, 29,2 проценты — мәғариф, 45,9 проценты һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә тура килә". Уйланырлыҡ һандар. Минеңсә, төп сәбәп үҙебеҙҙә. Беҙҙән бит берәү ҙә көсләп ришүәт таптырмай. Мәҫәлән, юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләп, "гаишник" туҡтата икән, шунда уҡ кеҫәбеҙгә тығылабыҙ, ебәрһен генә; дауаханаға барабыҙ икән, "күстәнәсһеҙ" килмәйбеҙ, мәктәп, балалар баҡсаһы хаҡында һөйләп тораһы түгел — һөнәри байрамдар, тыуған көндәр бүләкһеҙ үтмәй. Әлбиттә, был осраҡтарҙы миллион, миллиардтар менән сағыштырыу урынһыҙ, әммә "ҡарашыбыҙ" нығына бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә