Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәсеүҙә ғалимдар ҙа ҡатнашасаҡ
Сәсеүҙә ғалимдар ҙа ҡатнашасаҡБашҡортостандың көньяҡ-көнсығышында ер игенселек өсөн уңдырышлы, етмәһә, иркен булыуы малсылыҡ менән шөғөлләнеүгә киң мөмкинлек бирә. Әммә Көньяҡ Уралдың тәбиғәте һауа шарттарына ныҡ бәйле. Бигерәк тә далалағы сәсеүлектәр ҡоролоҡтан ныҡ зыян күрә. Йыл да ҡабатланып килгән аяуһыҙ эҫелек райондарҙың иң ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеларына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Әйткәндәй, Башҡортостан Президентының хәстәрлеге менән көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереү буйынса махсус программа ҡабул ителде, бигерәк тә үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарына ҙур иғтибар бүленә.

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Көньяҡ Урал филиалында үткән фәнни-ғәмәли кәңәшмәлә ошо мәсьәләләр күтәрелде. Фекер алышыуҙа Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, билдәле ғалимдар һәм төбәктең аграр белгестәре ҡатнашты. Быйыл Баймаҡ, Хәйбулла, Учалы һәм Йылайыр райондарынан алты крәҫтиән (фермер) хужалығы республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары менән хеҙмәттәшлек итеп, тәжрибә майҙансығында ҡатнашасаҡ. Ни өсөнмө? Ғалимдар әйтеүенсә, ҡоролоҡ шарттарында һәйбәт уңыш алыу мөмкинлектәрен фәнни нигеҙҙә өйрәнмәй тороп, ыңғай һөҙөмтәгә өмөт итеү файҙаһыҙ. Бигерәк тә орлоҡ һайлау буйынса һорау бихисап. Һуңғы йылдарҙа фермерҙар, арзан тигән булып, күрше төбәктәрҙән һатып алынған орлоҡто сәсеү менән мауыға. Бигерәк ҡоролоҡҡа сыҙамлы культураларҙан һаналған кукурузға өҫтөнлөк бирелмәүе, сояның бөтөнләй сәселмәүе билдәләнде. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәил Афзалов үҙенең сығышында: “Әгәр республика ҡаҙнаһынан ауыл хужалығын үҫтереүгә миллиондарса һум аҡса бүленә икән, барыбыҙ бергә һәм үҙ-ара кәңәшләшеп эшләргә тейешбеҙ”, — тигән фекер әйтте. Бының дөрөҫлөккә тап килеүен кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һис тә инҡар итмәй. Хәйбулла районының баш агрономы Зиннур Байбулатовтың фекеренсә, бындай һөйләшеүҙәр бик кәрәк.
Ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Хәлил Сафин көньяҡ-көнсығыш райондарға уңышлы яңы алымдарҙың береһен – нуль технологияһын — ҡулланыуҙы тәҡдим итә. Был осраҡта сәсегәндең 80 процентына ныҡлы өмөт бағларға мөмкин. Бөгөн Көньяҡ Урал райондарында күпселек ер “үле”, ә нуль технологияһы тупраҡты терелтә. “Әбйәлил районының “Красная Башкирия”, Стәрлетамаҡ районының “Рощинский”, Көйөргәҙе районының “Искра”, Күгәрсен районының “Тәүәкән” хужалыҡтары нуль технологияһы буйынса эш итә. Уңыштары ҡыуандыра, башҡаларға ла уларҙан өлгө алырға кәрәк”, — тине Хәлил Мәсғүт улы.
Яңы тәжрибә майҙансығында ҡатнашып, Йылайыр фермеры Йәмил Алғошаев соя сәсеп ҡараясаҡ. Ҡиммәтле культураны бығаса үҫтергәне булмаһа ла, ауыл хужалығы ғалимдары менән тәжрибә үткәрергә риза. “Яңылыҡтан ҡурҡмаҫҡа, иҫкелеккә йәбешеп ятмаҫҡа!” тигән девизды тормош асылы итеп алған фермерға уңыштар ғына теләйһе ҡала.
Башҡорт дәүләт аграр университетының Көньяҡ Урал филиалы директоры Йәлил Һөйөндөковтың фекеренсә, фән һәм ер кешеләре араһында бәйләнеш булған осраҡта ғына ике тармаҡ та алға барасаҡ. Ошондай эшлекле һөйләшеүҙәрҙең кәрәк һәм мотлаҡ икәнлегенә төшөнөп, артабан да осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты кәңәшмәлә ҡатнашыусылар.


Автор: Кәримә УСМАНОВА Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә