Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ташҡын һынауына әҙербеҙме?
Ташҡын һынауына әҙербеҙме?Бөгөн һәм иртәгә Өфөлә Кама бассейны советының туғыҙынсы ултырышы үтә. Ошо сара уңайынан Кама бассейны һыу идаралығы етәксеһе Андрей Азановҡа мөрәжәғәт иттек.

— Совет ниндәй маҡсат менән ойошторолдо?
— Ул 2009 йылда һыу объекттарын һөҙөмтәле файҙаланыуҙы һәм һаҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында булдырылғайны. Төп бурыс — объекттарҙа һыу сифатының күрһәткестәрен асыҡлау һәм билдәләү, һыу хужалығы саралары исемлеген төҙөү тәртибе, ташҡындың кире эҙемтәләрен, тәьҫирен кәметеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү.
— Ултырышта ниндәй мәсьәләләр ҡарала?
— Ошо тәҡдимдәрҙең үтәлешен тикшерәсәкбеҙ, һыу объекттарын һөҙөмтәле файҙаланыу йәһәтенән йылға йомғаҡ яһайбыҙ, шулай уҡ киләсәккә пландар билдәләйбеҙ.
— Яҙғы ташҡынға әҙерлек башландымы? Һыу баҫыу ихтималлығы бармы?
— “Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге” федераль дәүләт унитар предприятиеһы порталында урынлаштырылған мәғлүмәттәргә ярашлы, 31 ғинуарға ҡарата Кама йылғаһы бассейнында ҡар запасы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә яҡын. Мәҫәлән, Кама һәм Воткинск һыу һаҡлағыстары бассейнындағы ҡар ҡатламында һыу запасы 17,68 кубик километр тәшкил итә, 2012 йылдағы ошо уҡ осорҙа ул 15,92 кубик километрға тиң ине.
Әлеге ваҡытта яҙғы ташҡындың ниндәй булырын фаразлауы ҡыйын, әммә шуныһы асыҡ: быйыл ҡар үткән йылдарҙағынан күберәк. Ғәҙәттә, марттың икенсе яртыһында ҡар күп яуа. Кама йылғаһы бассейнында һыу апрелдең тәүге яртыһында таша башлай. Беҙҙә әҙерлек башланды.
Башҡа ведомстволар менән берлектә бөтә төр милектәге һыу хужалығы ҡоролмаларының һәм гидротехник объекттарҙың ташҡынды үткәреүгә әҙерлеген, һаҡланған һыу зоналарында һәм күмелеп ҡалырлыҡ ерҙә һыуҙы бысратыуы мөмкин булған сығанаҡтарҙы тикшереү буйынса план төҙөлә.
Кама бассейны һыу идаралығының эшмәкәрлеге зонаһында Федераль һыу ресурстары агентлығына буйһонған һыу хужалығы объекттарын һәм ҡоролмаларын файҙаланыу буйынса федераль дәүләт бюджет учреждениеһы бар. Ул Краснокама һәм Илеш райондарындағы Йәнйегет һәм Яңғыҙнарат ауыл хужалығы ерҙәрен Түбәнге Кама һыу һаҡлағысы һыуҙары йоғонтоһонан һаҡлаусы инженерлыҡ ҡоролмаларына, Ыҫлаҡ һыу һаҡлағысына идара итә. Был гидротехник ҡоролмаларҙа ташҡынды үткәреүгә әҙерлек буйынса саралар күрелә.
— Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында Кама бассейны һыу идаралығы тарафынан ниндәй төп саралар, экологик акциялар үткәреү ҡаралған?
— Йыл һайын һыу ресурстарын һаҡлауға һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән бер нисә сара, экологик акция үткәрәбеҙ. Быйыл һәр төрлө форумдар, конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, кәңәшмәләр, конкурстар үткәреү, киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итеү планлаштырылған. Бихисап сара араһынан Пермь крайында буласаҡ “Экологик хәүефтән һаҡлау көндәре” Бөтә Рәсәй акцияһының төбәк этабын, “Йылғаларҙы һаҡлаусылар” программаһына ярашлы Киров өлкәһе йылғалары буйлап ойоштороласаҡ экологик экспедицияны, Ижевск ҡала транспортында һыуға һаҡсыл ҡарарға өндәгән һүрәттәр һәм плакаттар урынлаштырыу буйынса “Йәшел трамвай” акцияһын, “Удмуртия шишмәләре — ҡиммәтле хазина” акцияһын айырып күрһәтергә мөмкин.
Кама бассейны һыу идаралығының Башҡортостан буйынса һыу ресурстары бүлеге, Мәләүез районында Нөгөш һыу һаҡлағысының ярын таҙартыу маҡсатында, “Таҙа яр” экологик акцияһын үткәрергә, шулай уҡ “Ҡотҡарырға һәм һаҡлап ҡалырға” халыҡ-ара экологик акцияһында ҡатнашырға ниәтләй.


Автор: Л. ҒАФАРОВА әңгәмәләште.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә