Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Даими үҫеш юлында
Даими үҫеш юлындаӨфө дәүләт статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжы 80 йыллыҡ юбилейына әҙерләнә. Тарихҡа күҙ һалайыҡ: коллективлаштырыу, унан бигерәк тотош илдә аслыҡ башланыуға ҡарамаҫтан, уҡыу йорто егет һәм ҡыҙҙарҙы ҡабул итә. Өҫтәүенә республикабыҙҙа беренсе нефть промыслаһы төҙөлгән осор: күп тә үтмәй, Ишембай скважинаһынан нефть фонтаны урғыла. Тәүге бишйыллыҡ иғлан ителә, машиналар эшләү тармағына нигеҙ һалына, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә тәүге продукция етештерелә башлай...

Нәҡ ошо йылдарҙа кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Шуны күҙ уңында тотоп асыла ла инде уҡыу йорто. Бәләкәй генә өс йортта ярым ас, ярым яланғас балалар тырыша-тырмаша китапҡа сумып, белем эстәй. Техникумдың 1935 йылғы паспортында шулай теркәлгән: "Һыҙма кабинеты, лекция залы, лаборатория, ярҙамсы хужалыҡ — быларҙың береһе лә юҡ". Ике генә бүлмәлә дөйөм ятаҡтың урынлашыуы ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә, китапхана ла бай булмаған, 133 студент иҫәпләнгән.
Йылдар үтеү менән белем усағы ныҡлап аяғына баҫа, матди-техник базаһы ла яҡшыра. Һигеҙ тиҫтә йыл арауығында колледж 23 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығара. Уҡыу йорто бер нисә тапҡыр ил кимәлендә ҙур награда менән бүләкләнә, Рәсәйҙең алдынғы колледждар исемлегенә индерелә... Әле лә ул тармаҡ тормошонда ҡайнай: "Мәғариф. Фән. Карьера" махсуслаштырылған күргәҙмәһендә даими ҡатнашалар, "Алтын өкө" конкурсында призлы урынды яулайҙар.
Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжы директоры, педагогия фәндәре кандидаты Сәйфетдин Ҡунысбаев билдәләүенсә, педагогтар иҡтисад, хоҡуҡ, социаль тәьминәт, информатика һәм иҫәпләү техникаһы, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре йүнәлешендә студенттарға төплө белем бирә. Яңы алымдар буйынса уҡытыуға күптән күскәндәр.
Егет һәм ҡыҙҙар, ҡайһы предприятиеға эшкә барасағы хаҡында алдан белгәс, үҙендә оло яуаплылыҡ тоя, шуға ла бөтөн көсөн уҡыуға бирә. Тағы ла бер яңылыҡ: мәҫәлән, "Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе" йүнәлешендә белем эстәүселәр, уҡыуҙың төп программаһынан айырмалы, кассир һөнәрен дә үҙләштереү мөмкинлегенә эйә. Уҡыу программалары тулыһынса хеҙмәт баҙары талаптарына яуап бирә.
IX класты тамамлағандар математиканан һәм урыҫ теленән имтихан тапшыра, ә урта белем менән килгәндәр математика менән урыҫ теленән тест һорауҙарына яуап бирә йәки Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса уҡырға алына.
Уҡыу йорто етәкселеге абитуриенттарға еңеллек тыуҙырыу маҡсатында, республикабыҙҙың район һәм ҡалаларына сығып, документтар ҡабул итеүҙе яйға һалған.

Юбилей айҡанлы белем усағы барлыҡ сығарылыш уҡыусыларын һәм ветеран-педагогтарҙы 15 мартта осрашыу кисәһенә саҡыра. Колледждың адресы:
Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 65. "Колледж" туҡталышы. Телефон: 8 (347) 228-67-72.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә