Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әй буйы ынйыһы
Әй буйы ынйыһыТәрән диңгеҙ төбөнән сығарыламы, йылға-даръяларҙанмы – ынйы һис ҡасан үтә ялтырауыҡ, артыҡ сағыу булмай. Әммә иҫ китмәле наҙлы был аҫылташ. Унан, гүйә, ниндәйҙер йөрәк иҙрәтер йылылыҡ бөркөлә. Һөйкөмлө, нәзәкәтле, ипле, ихлас, нурлы күҙҙәренән рухи байлығы төҫмөрләнгән гүзәл затты хәтерләтә ул...

Тап шундай бер ханымдың эш бүлмәһенән кеше өҙөлмәй. Тормоштарында ниндәйҙер ҡатмарлы хәл килеп тыуһа, ауыл халҡы башҡа түрә-ҡараға түгел, ә фәҡәт уға күҙ төбәп килә. Һәр кемде мөләйем йылмайып ҡаршы ала, иғтибарлы итеп тыңлай, һәр саҡ мөрәжәғәт итеүсене борсоған мәсьәләнең айышына төшөнөргә һәм уны мотлаҡ хәл итергә ынтыла. Һәм хәл итә лә. Һүҙ яҙ башында илле йәшлек юбилейын билдәләгән, яҡташтары араһында кешелекле һәм игелекле тигән дан ҡаҙанған Гөлназ Ҡадирова хаҡында.
Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләй ул. Вазифаһы яуаплы, мәшәҡәттәре бөтмәҫ-төкәнмәҫ. Нимәгә тотонһа ла, еренә еткерә. “Намыҫлы кеше – ырыҫлы кеше” тигән әйтем нәҡ уның хаҡында кеүек. Ә яуаплылыҡ, төплөлөк, намыҫлылыҡ кеүек күркәм сифаттар – уның ҡанында. Ғүмере буйы һүрәтен ҡәҙерләп, үҙе менән алып йөрөткән атаһы Халиҡ Шабан улы Хисбуллин да тап шундай кеше булған.
“Ете бала араһында иң өлкәне булараҡ, атайым, етенсе класты тамамлағас та, бәләкәс туғандарын уҡытам тип, колхозға эшкә урынлашҡан, – тип һөйләй Гөлназ ханым. – Тиҙ арала тракторсы, шофер һөнәрҙәрен үҙләштергән. Хужалыҡҡа килтерелгән яңы техниканы иң тәүҙә атайыма тапшыра торғайнылар. Аҡыллы, теремек, йор һүҙле, өҫ-башын ҡарап, галифе, ап-аҡ күлдәк кейеп, галстук тағып, фырт йөрөй, итектәре ялтлап тора ине. Етәкселәр араһында йыш ҡына атайымды иң ҙур түрәнең үҙе икән тип ҡабул иткәндәр. Машиналарын да тәрбиәләп кенә торҙо. Беҙҙе ултыртып алып китә лә ауыл эргәһендәге күл ярына барып йыуҙыра. Ағас кузовты бысаҡ менән ҡырып-ҡырып таҙартабыҙ. Рулгә ҡолағын ҡуйып, моторҙың хәлен тикшерә. Машина боҙола ҡалһа, тиҙ арала үҙе йүнәтеп тә ҡуя. Бер нәмәгә лә битараф булманы, тормошта ҡайнап йәшәне. 1957 йылда Башҡортостан делегацияһы составында Мәскәүҙә VI Бөтә Союз йәштәре съезында ҡатнашҡан”. Бына шулай иҫ китмәле йылы хистәр менән, яратып та, ғорурланып та бәйән итә атаһы тураһында Гөлназ Халиҡ ҡыҙы.
62 йыл элек Рауза Таһир ҡыҙы менән өйләнешкәс тә, Халиҡ Шабан улын армияға алғандар. Өлкән улдары әсәһенең ҡорһағында ғына булған. Ғаилә башлығы өс йыл Германияла хеҙмәт иткән, ҡайтыуына улына өс йәш тулған. Артабан бер-бер артлы ҡыҙҙары Рәмзиә, Рәҡиә, Зилара, Гөлназ һәм кинйә улдары Владик донъяға килгән. Балалары бәләкәй генә булһа ла, әсә кеше өйҙә ултырмаған, һатыусы булып эшләгән. “Иртәнсәк атайым менән әсәйем беҙгә көндөҙ ниндәй эш башҡарырға кәрәклеген әйтеп китә лә, ҡайтҡас тикшереп, маҡтап ебәрә, ә беҙ ҡанатланып тырышабыҙ”, – тип иҫкә ала Гөлназ Ҡадирова.
Әсәһе лә уңғанлыҡ, бөтмөрлөк йәһәтенән атаһынан һис ҡалышмай: үҙе мейес сығара, бәрәңге баҡсаһында мөгәрәп ҡаҙый... Ғөмүмән, ҡулынан килмәгән эше булмай. Ата-әсә бөтә балаларын, шулай уҡ Гөлназды ла, эшкә өйрәтеп үҫтерә. Шундай яҡшы тәрбиә алғанғалыр, уларҙың һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын таба. Бәләкәйҙән йыр-моң һөйөүсе, бейергә, шиғырҙар һөйләргә яратыусы Гөлназ ғүмерен сәхнә менән бәйләргә хыяллана, әммә теләген ата-әсә хупламай. “Әртистәр, сиған кеүек, гел юлда, ә ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысы – ғаилә тотҡаһы булыу, бала тәрбиәләү”, – тиҙәр. Уларҙың һүҙен йыҡмайынса, ҡыҙыҡай Мәсәғүт педагогия училищеһына бара. Гел “бишле”гә уҡый, спорт менән шөғөлләнә, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнаша. Алсаҡ, илгәҙәк ҡыҙҙы курсташтары ярата, бер тауыштан төркөм старостаһы итеп һайлап ҡуя. Училищены тамамлағас, Гөлназ Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға инә. Был юғары уҡыу йортонда ла ул һәр йәһәттән алдынғылар рәтендә була.
Хеҙмәт юлын район үҙәгендә иң яҡшы иҫәпләнгән 1-се мәктәптә башлай, 4-се, 5-се, 6-сы кластарҙа география дәресе алып бара. Бер йылдан уны комсомолдың район комитетына секретарь итеп эшкә алалар. Шул ваҡыттан Гөлназ Халиҡ ҡыҙы гел халыҡ араһында: пионерҙар йортонда – методист, район хакимиәте ҡарамағындағы бәлиғ булмаған балалар һәм үҫмерҙәр комиссияһында – секретарь, район хакимиәтендә – эштәргә идара итеүсе, мәшғүллек үҙәгендә – директор. Әлеге вазифаһына ике йыл элек тәғәйенләнгән.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, тырышлығы, үҙ бурысын намыҫлы башҡарғаны өсөн гел маҡтауға лайыҡ. “Минең төп девизым – бер ваҡытта ла, бер кемгә лә аламалыҡ күрһәтмәү, хатта таш бәргәндәргә лә аш менән яуапларға ынтылыу”, – ти Гөлназ Ҡадирова. Шуға ла ҡылғандары гел изгелек. Һөнәре туранан-тура бәйле булмаһа ла, сәхнәнән айырылғаны юҡ: студент йылдарында – Өфөлә, артабан район үҙәгендә ансамблдәрҙә йырлай, бейеп тә, шиғырҙар һөйләп тә ебәрә, әллә күпме тапҡыр төрлө конкурста лауреат була. Өҫтәүенә бына сирек быуат инде урындағы телестудияла ҡотлауҙар тапшырыуы алып бара. Бына шундай ул Әй буйының һоҡланғыс, наҙлы, булдыҡлы, гүзәллеккә һәм сәнғәткә ғашиҡ бер ынйыһы.


Автор: Хөриә Абыҙгилдина. Мәсетле районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә