Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һуң булып ҡуймаһын
Йыш ҡына шундай имеш-мимеш ишетелә: йәнәһе, кемдер тәмәке менән араҡынан бөтөнләй баш тартҡан да... өс айҙан вафат булған. Был хәбәрҙе кешеләр бер-береһенә ҡабартып-ҡабартып һөйләй. Һөҙөмтәлә, тәмәке тартмай һәм хәмер эсмәй башлағандар ҡапыл үлә, тигәнерәк хаталы фекер тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡайһы берҙәрен төптәнерәк тикшереп ҡарайыҡ.

Биҙгәнсе эскән...

Хирургия бүлексәһендә дежурҙа инем. 53 йәшлек Гәрәевте "Ашығыс ярҙам" ауыр хәлдә алып килде. Уны шунда уҡ реанимацияға алып барҙыҡ, үлемдән ҡотҡарыр өсөн барлыҡ сараны ҡулландыҡ, әммә пациент ике сәғәттән йән бирҙе.
Ауырыуҙы оҙатып килгән туғандары һөйләүенсә, ул йәш сағынан уҡ алкоголле эсемлектәр һәм тәмәке менән мауыҡҡан. Ике йыл самаһы элек ҡаты ауырый башлаған: гел эсе ауыртҡан, тамағына аш бармаған. Ике ай элек мәрхүм эсеүен һәм тәмәке тартыуын туҡтатҡан, бер нәмә лә ашамаған тиерлек, йыш ҡоҫҡан.
Иртәгәһенә патологоанатом шуны асыҡланы: организмдың үтә ныҡ ҡаҡшауы йөрәк-ҡан тамырҙарының өҙлөгөүенә килтергән. Шулай уҡ ашҡаҙанында ҙур яман шеш табылған.
Ошоларҙан сығып, мәрхүмдең һуңғы ике йылдағы тормошон күҙалларға мөмкин. Өҙлөкһөҙ тәмәке тартыу һәм араҡы эсеү һөҙөмтәһендә ауырыуҙың ашҡаҙанында яман шеш үҫешә башлаған. Ныҡ ҙурайғас, ул үҙен ҡоҫҡолоҡ, ризыҡтан, тәмәкенән һәм араҡынан биҙеү кеүек билдәләр аша һиҙҙерткән.
Ғөмүмән, Гәрәев араҡы менән тәмәкене аҡылға ултырғанлыҡтан түгел, ә организмы ҡабул итә алмағанлыҡтан ташлаған. Ғүмеренең һуңғы ике айында ауырыуҙа интоксикация башланған, был үҙ сиратында йөрәк-ҡан тамырҙары хәлһеҙләнеүенә һәм үлемгә килтергән.
Гәрәевтең вафат булыуын ишеткәс, дуҫтары һәм яҡындары: "Эсеүен дә, тартыуын да ташлағайны, оҙаҡ торманы, әрәм булды", — тип әсенде. Асылда эштең нимәлә икәнен беҙ яҡшы беләбеҙ.

Һығымта яһарға ашыҡмағыҙ


Николаев әфәнде ваҡыты-ваҡыты менән араҡы эскеләгән, халыҡса әйткәндә, "гастролгә киткеләгән". 45 йәшендә унда бауыр циррозы башланған. Ир эсеүҙән туҡтаған. Тамағына араҡы ғына түгел, ризыҡ та бармаған — аҙ ғына ойотҡан йә һурпа ғына эсә алған. Артығын эсһә, бауыры сыҙап торғоһоҙ ауыртҡан. Ярты йылдан Николаев вафат булды. Яҡындарының йәнә хаталы һығымта яһауы ихтимал: имеш, алама ғәҙәттәрен ташлағайны, тиҙ үлеп ҡалды.

Үлемесле көсөргәнеш

56 йәшлек Зәләев байрамдарҙа ғына эскән. Сираттағы мәжлестә дуҫы көрткә батҡан машинаны этешеүен һораған. Иҫерек кеше өсөн был ҙур көсөргәнеш булған — инсульт кисергән. Һөҙөмтәлә уң аяғы менән уң ҡулы йөрөмәй башлаған. Бындай тормош һабағынан һуң Зәләев алкоголле эсемлектәр менән тәмәкене башҡаса ауыҙына алмаҫҡа һүҙ биргән. Ирҙең һауығырға тырышыуына, үҙ өҫтөндә эшләүенә ҡарамаҫтан, өс ай үткәс, инсульт тағы ҡабатланған. Быныһы үлемесле булған. "Сәләмәт тормош алып бара башлағайны, үлде", — тип шаштырып һөйләүселәр был юлы ла табылды.
Күренеүенсә, бындай осраҡтар кешелә хаталы фекер тыуҙыра. Әгәр һәр ваҡиғаны айырым тикшерә башлаһаҡ, шундай һығымтаға киләбеҙ:
— хәмер менән тәмәке бихисап хроник сир барлыҡҡа килтерә;
— хроник сирҙәрҙең һуңғы сигендә кеше хәмер менән тәмәкегә генә түгел, ризыҡҡа ла ҡарай алмай;
— артабан ауырыу оҙаҡ йәшәмәй, һөҙөмтәлә, араҡы менән тәмәкене ташлау зарарлы, тигән хаталы фекер тыуа.
Үлемесле сирҙең араҡы менән тәмәкенән баш тартырға мәжбүр итеүен көтөргә ярамай, киреһенсә, барлыҡ ихтыяр көсөн туплап, аңлы рәүештә айыҡ тормош башларға кәрәк. Аҙ ғына эсһәң, бер нәмә лә булмай ул, тип үҙ-үҙеңде алдаштырыу дөрөҫ түгел. Алкоголдең хәүефһеҙ дозаһы нулгә тиң. Алкоголь (этил спирты) — ул ҡәҙимге наркотик һәм ағыу. Был — ғилми факт.


Автор: Вадим МӨФӘРӘХОВ, 48-се поликлиника хирургы. Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә