Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Бөгөнгө аҡсаны иҫәпләмәйек, иртәгә ҡуйыласаҡ хаҡты уйлайыҡ”
“Бөгөнгө аҡсаны иҫәпләмәйек, иртәгә ҡуйыласаҡ хаҡты уйлайыҡ”“Энергоремонт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының инженерлыҡ селтәрҙәрен, электр ҡорамалдарын һәм бүтән техник ҡоролмаларҙы ремонтлау маҡсатында ойошторолған. 2005 йылдың 22 ғинуарында әлеге ойоштороу формаһын ала. Бер ниндәй сауҙа йәки бүтән төрлө алыш-биреш, сеймал сығарыуҙы түгел, ә етештереү ҡеүәттәрен йүнәтеү һәм яҡшыртыуҙы – ауыр һәм хәҙерге заман өсөн һирәк шөғөлдө — үҙ иткән предприятие ул. Һүҙ – уның директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Әхтәм Әхмәт улы АБДРАХМАНОВҠА:

— Беҙ тау ҡорамалдарын ремонтлаусылар коллективы булараҡ барлыҡҡа килгәнбеҙ һәм шул йүнәлештә үҫәбеҙ, камиллашабыҙ, сөнки талаптар ҙа “Бөгөнгө аҡсаны иҫәпләмәйек, иртәгә ҡуйыласаҡ хаҡты уйлайыҡ”артҡандан-арта бара: ҡорамал һәм технологиялар яңыра, ремонт сифатһыҙ була ҡалғанда заказсының иҡтисади зыян күләме лә арта. Шуға күрә үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә һөнәри оҫталыҡҡа юғары талаптар ҡуябыҙ.
Әлеге көндә коллективта 753 кеше эшләй, 90 проценты самаһы – ир-егеттәр. Уларҙың төп өлөшөн ҡорамалдар ремонтлау буйынса слесарҙар, электриктар, иретеп йәбештереүселәр алып тора. Былтырғы йыл беҙҙең өсөн уңышлы осор булды тип әйтә алам – уны ярайһы уҡ табыш менән тамамланыҡ. Һатыуҙан табыш та рентабелле булды. 2006 йылдан бирле “ун өсөнсө эш хаҡы”, йәғни йыл һөҙөмтәһе буйынса премия биреп киләбеҙ. Әйткәндәй, уртаса эш хаҡы беҙҙә 25 мең һумдан ашыуыраҡ тәшкил итә.
“Бөгөнгө аҡсаны иҫәпләмәйек, иртәгә ҡуйыласаҡ хаҡты уйлайыҡ”Быйылғы ғинуар айы ауырыраҡ бирелде. Йыл башы һәр саҡ шулай була торған. Ләкин беҙҙең ныҡлы база бар, шуға ла артабанғы айҙарҙа кәрәкле “тиҙлек”кә сығарыбыҙға шикләнмәйем. База тип мин етештереү ҡеүәтен генә түгел, ә үҙебеҙ өйрәткән һәм үҫтергән кадрҙарҙы ла күҙ уңында тотам.
Кадрҙар мәсьәләһе хәҙерге заманда иң алғы планға сыға. Юристар менән иҡтисадсыларҙы кәрәгенән артыҡ әҙерләп, эшсе һөнәрҙәрен онотоп ебәрҙек түгелме? Ә бит ил байлығын улар тыуҙыра, тәртиптә тота, хеҙмәтләндерә... Тап эшсе кадрҙарға ҙур ҡытлыҡ тыуыуы тураһында Владимир Путин 2011 йылдың декабрендә Санкт-Петербургтағы Политехник колледждағы кәңәшмәлә лә аныҡ итеп әйткәйне. Төньяҡ баш ҡалалағы мәшғүллек хеҙмәтенең суднолар эшләү заводына өс ай инде слесарь һәм иретеп йәбештереүселәр таба алмауы тураһында ғәжәп итеп һөйләне ул. Ә бит завод ҙур эш хаҡы вәғәҙә итә... Ысынлап та, һуңғы бер-ике тиҫтә йыл эсендә был йүнәлештә илебеҙ ҙур юғалтыуҙар кисерҙе – юғары квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ барлыҡҡа килде, һәм ул көсәйә бара, сөнки оло йәштәге һөнәр оҫталары пенсияға сыға.
Беҙҙең предприятие сиктәрендә профессиональ оҫталыҡты үҫтереү өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла, тип ышаныслы әйтә алам. Алты кеше ситтән тороп “Бөгөнгө аҡсаны иҫәпләмәйек, иртәгә ҡуйыласаҡ хаҡты уйлайыҡ”юғары уҡыу йорттарында техник һөнәрҙәргә уҡый. Улар — нигеҙҙә тәжрибәле мастерҙар, эшселәр. Эштә үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән, өмөтлө белгестәребеҙҙе генә уҡырға ебәрәбеҙ. Учалы ауылындағы профессиональ-техник училище, ҡалалағы тау-металлургия техникумы менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Уларҙан беҙгә практика үтергә киләләр, һәр ҡайһыһына кәңәшсе-тәрбиәсе беркетәбеҙ, һәләтлерәктәренә үҙебеҙҙә эшкә ҡалырға тәҡдим яһайбыҙ. Шундай практиканан һуң беҙҙә тороп ҡалғандар ҙа бар. Сөнки хеҙмәт хаҡы, эш шарттары ҡәнәғәтләндерә.
Ләкин беҙҙең был йүнәлештәге ынтылыш дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарында, учреждениеларында ла яҡлау тапһын ине. Юғиһә, йыш ҡына ситтән килгәндәргә заказ биреүҙәрен күҙәтергә тура килә. Бурансы ҡасабаһына газ үткәргес һалғанда, мәҫәлән, бер генә ер ҡаҙыу машинаһы ла булмаған фирма тендерҙа еңеп сыҡты! Ә нисек газ торбаларын һалырға уйлай һуң ул? Берәү ҙә белмәй. Ләкин заказды уға бирергә ҡарар иткәндәр... Ахырҙа ҡабат тендер үткәрергә мәжбүр булдылар. Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин. Ситтән килеп заказ алыуға ирешкән ойошмалар һуңынан, эште арлы-бирле тамамлап “һыпыртҡас”, уларҙы таба ла алмайһың. Бөтөн кәмселектәрен беҙгә – урындағы предприятиеларға – төҙәтергә тура килә.
Ҡайҙандыр килеп осһоҙораҡҡа эшләп бирергә вәғәҙә итеүселәргә түгел, ә үҙ ҡалаң йәки районыңдағы ойошмаларға өҫтөнлөк бирергә кәрәк тип иҫәпләйем, сөнки беҙ ошондағы бюджетҡа һалым түләйбеҙ, эш урындары булдырабыҙ, һөнәр оҫталары тәрбиәләү өсөн күп көс һалабыҙ. Күптән түгел бер Германия фирмаһы менән хеҙмәттәшлек итергә тура килгәйне. “Ҡорамалдарҙың тәүге партияһын һеҙгә бушлай бирәбеҙ”, тиҙәр. Ни өсөн тиһәң, улар был продукцияларының сифатлы икәнен белә, уларға беҙҙән яҡшы баһа кәрәк. Артабан инде һәр Европа заказсыһына: “Был ҡорамал хатта Рәсәй шарттарында ла үҙен һәйбәт яҡтан күрһәтте”, — тип әйтергә була. “Һеҙ бөгөнгө аҡсаны ғына иҫәпләйһегеҙ, ә беҙ иртәгәһе табыш тураһында уйлайбыҙ”, — тине миңә фирманың етәксеһе. Ысынлап та, бөгөнгө осһоҙ хаҡты һайлар алдынан иртәгәһе ремонттың күпмегә барып баҫырын да уйларға кәрәк бит. Урындағы коллектив һәм уның етәксеһе бирелгән эште насар башҡара ла алмай, сөнки улар үҙҙәре ошо ерҙә йәшәй, заказсы менән көн дә тиерлек осрашып тора – еренә еткермәй үтәргә намыҫы рөхсәт итмәйәсәк.
Квалификациялы кадрҙарға беҙ мохтажбыҙ. Бигерәк тә эшсе һөнәрҙәренә. Владимир Владимирович әйтмешләй, йәштәргә эшсе һөнәренә эйә булыуҙың киләсәге ҙур икәнен төшөндөрә башларға ваҡыт инде, ә хеҙмәт баҙарында профессиональ сертификат ҙур өҫтөнлөк алырға тейеш.


Автор: Р. Кәлимуллин яҙып алды.Учалы ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә