Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һандыҡтағы ҡомартҡылар
Һандыҡтағы ҡомартҡыларҒәйшә Ризуанова 1910 йылдың 9 мартында Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында тыуған. Ата-әсәһе Ғайнауфа менән Миңлейәр Ғилмановтар бик уҡымышлы, дини кешеләр була. Ғәрәп, фарсы, латин телдәрен яҡшы белгәндәр. Ғайнауфа өләсәй бәйеттәр сығарып, гел шуларҙы көйләп йөрөр булған. Уларҙың өйөндә ғәрәп алфавиты менән яҙылған бик күп китап һаҡланған. Өләсәй хатта яман шеш, эпилепсия кеүек ауырыуҙарҙан да дауалаған. Миңлейәр ҡартатай ҙа төрлө сирҙән һауыҡтырыу ҡөҙрәтенә эйә булған. 11 йәшенә тиклем һөйләшмәгән баланы һыу һалынған еҙ тасҡа табан балығы һалып, өшкөрөп телен асҡан. Уның ере лә күп булған, 80 умарта тотҡан. Ғәйшә өләсәй иң яратҡан ҡыҙҙары була.

1930 йылдың 9 авгусында өләсәйебеҙ Сурай ауылына килен булып төшә. Ҡартатайыбыҙ Файзрахман Лотфрахман улы Ризуанов менән ете бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ғәйшә өләсәй колхозда ферма мөдире, бригадир вазифаларын башҡарҙы. Шулай уҡ иген урҙы, ырҙында бойҙай таҙартты, колхоз баҡсаһында ла, сөгөлдөр баҫыуында ла ал-ял белмәй эшләне. Иң күп көлтә бәйләүсе лә ул булды! Уның уңғанлығын данлап шиғыр, йыр, таҡмаҡ сығаралар һәм уларҙы стена гәзитендә баҫтырып торалар. Өләсәйебеҙ ауыл халҡының кендек инәйе лә, исем ҡушыусыһы ла, Ҡөрьән уҡыусыһы ла, балаҫ һуғыусыһы ла, мейес сығарыусыһы ла булды. Һуғыш осоронда балаларының тамағын туйҙырыр өсөн Әлшәй госпиталендәге яралыларға кейем-һалым, мендәр тыштары тегә. Бының өсөн он, кәрәсин, һабын, ярма бирәләр. Фронтҡа ебәрер өсөн бейәләй, ойоҡ бәйләй, туҡмас киҫеп киптерә.
Хәтерҙә, һуғыш осоронда ауыл халҡы танау ҡанау сиренән яфалана. Кеше ике-өс көн ята ла мәрхүм була. Үлем күҙгә күренеп арта. Ғәйшә өләсәйебеҙ, балаларының ауыҙынан өҙөп, сирле ауылдаштарына һөт өләшә һәм, шулай итеп, күптәрҙе үлем тырнағынан алып ҡала. Ә Файзрахман ҡартатай, һуғыштың тәүге көндәренән үк хәрби хеҙмәткә алынып, 1946 йылда ғына ауылға ҡайтып төшә.
Ул данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем алған. Ҡөрьән сүрәләрен, шулай уҡ халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын яҡшы белгән. Балалары "Заятүләк менән Һыуһылыу" риүәйәтен яттан көйләп һөйләгәнен әле лә хәтерләй. Бының сәбәбе шунда: ул 13 йәшендә етем ҡалып, әсәй яғынан өләсәй-олатаһы — Йософ мәзин менән Миңлебикә абыстай — ҡулында тәрбиәләнә. Йософ мәзин уҡымышлы, ғилемле кеше була. Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлап, Сурай ауылында ғүмеренең ахырына тиклем мәзин вазифаһын башҡара. Уның аҙан әйткәнен өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡармыш ауылы халҡы Дим буйына сығып тыңлаған. Йософ ҡартатай Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡығанда уны бик уҡымышлы дин әһеле эргәһенә саҡырып ала ла еләнен кейҙерә. Шунан: "Йә, нисек?" — тип һорай. "Еп-еңел, хатта кейгәнем дә һиҙелмәй", — тип яуаплай ҡартатайыбыҙ. "Ә хәҙер өҫтөңдән һал инде еләнде. Ошо юл менән һиңә бик күп ғилем һалынды", — ти остазы. Был мөғжизәле ваҡиға хаҡында Йософ мәзиндең Ҡармыш ауылында йәшәгән ейәнсәре Раҡия Хажиәхмәтова һөйләгәйне. Ул быны әсәһе Солтанбикә Йософ ҡыҙынан ишеткән.
Йософ мәзиндең кирамат күрһәтеү оҫталығы ла булған. Бер ваҡыт ҡап-ҡараңғы төндә алыҫтан ҡайтып килгәндә Аллаһы Тәғәләнән юлын яҡтыртыуын һорап доға ҡыла. " Тирә-яғым яп-яҡты булып китте, шуға ла имен-һау ғына ҡайтып еттем", — тип әйтә аҙаҡ яҡындарына. Ейәне Файзрахман Стәрлебашта уҡығанында эргәһендә гел бер ҡарғаның йөрөгәне тураһында һөйләй Йософ мәзингә. "Ҡурҡма, балам, ул бит һине һаҡлай", — ти ҡартатаһы. Йософ мәзин Сурай ауылында кешеләрҙе дауалау менән дә шөғөлләнгән һәм бер үк ваҡытта ябай аң кимәле етмәҫлек ысул менән кескәй ейәнен ҡурсалап торған. Бындай һәләтте (кирамат) Аллаһы Тәғәләнең бик яҡындарына ғына биргәне дин ғилеменән дә мәғлүм. Тимәк, Йософ мәзин Аллаһы Тәғәләнең хаҡ юлынан барғаны өсөн уға мөғжизәләр насип ителгән. Йософ мәзингә дауаланыр өсөн тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәндәр. Ул кемдең килерен, ниндәй уй менән инерен алдан белеп торған. "Ишек төбөндәге аяҡ кейемдәрен ситкәрәк алып ҡуйығыҙ, хәҙер ауырыуҙы алып инерҙәр", — тип өйҙәгеләрҙе иҫкәртеп ҡуйған. Үҙе йор һүҙле лә булған: "Ана фәлән ауылда фәлән кеше аҡсаһын ваҡлата алмай өйҙән-өйгә йөрөй, миңә биш тин бирһәм күп булыр, өс тин бирһәм әҙ булыр, тип баш вата", — тип көлдөрөп тә алған.
Өләсәйебеҙ Ғәйшә Миңлейәр ҡыҙы ла ата-әсәһе, ҡайныһы кеүек өшкөрөп дауалау ҡөҙрәтенә эйә булды, намаҙ, Ҡөрьән уҡыны. Дин инҡар ителгән замандарҙа ла ейән-ейәнсәрҙәренең күңеленә иман орлоғо сәсергә тырышты. Пәйғәмбәрҙәр тарихын әкиәт итеп һөйләй торғайны. "Йософ ҡиссаһы"н, Әйүп пәйғәмбәр тарихын йотлоғоп тыңлағанымды әле лә хәтерләйем. Күҙ тейеү, ҡот ҡойоу, имләү кеүек бихисап алымдарҙы белде. Уға тирә-яҡтан ярҙам һорап күп кеше килде. Әлшәй халҡы уны әүлиә, ағинәй тип хөрмәт итте, ҙурланы. Үкенес, эргәбеҙҙә генә йәшәгән ҡәҙерлебеҙҙең ниндәй ҙур ҡөҙрәткә эйә булыуын белеп бөтмәгәнебеҙҙе йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнәбеҙ. Өләсәй мәрхүмә булғас, уның һандығында ҡәҙерләп һаҡланған яҙмалар әсәйем Әнисә Файзрахман ҡыҙына ҡомартҡы итеп тапшырыла. Бик күп ғилем һаҡлаған боронғо яҙмаларҙы әсәйем миңә бынан 12 йыл элек күрһәткәйне. Быйыл изге мәүлит көндәрендә, Аллаға шөкөр, шуларҙы уҡып тәржемә ҡылырға насип булды. "Башҡортостан" гәзитенә изге ҡомартҡыларҙан бер өлгөнө тәҡдим итергә йөрьәт итәм.

Бисмиллаhи рахмани рахим.
Рәсүлалланан һорағандар:
"Ҡиәмәт көнө ҡасан етә? — тип, —
Шуны беҙгә бәйән ит", — тигәндәр.
Мөхәммәт пәйғәмбәр яуабында
әйткән:
"Бына hеҙгә бәйән ҡылам, — тигән, —
Донъяла йәм бөтөр,
Шунда халыҡ китер уңға, һулға.
Изге ғәмәл hис ҡылмаҫтар,
Ләкин мал күп булыр ҡулда.
Ата-әсәгә ғиззәт бөтөр,
Балаларҙан шәфҡәт китер,
Туғандарҙан рәхим китер,
Бына шундай заман етер.
Ирҙәрендә ғәйрәт бөтөр,
Ҡатындарҙа хая китер,
Әғүҙүбисмилла бөтөр,
Бына шундай заман етер.
Йоҡолары нәүбәт булыр,
Хеҙмәттәре сәғәт булыр,
Ризыҡтары үлсәү булыр,
Бына шундай заман етер.
Биналары бейек булыр,
Эсе тулы йыhаз булыр,
Тик донъяһы боҙоҡ булыр,
Бына шундай заман етер.
Ғалимдар ялғанды һөйләр,
Ҡарийҙары ғәйбәт һөйләр,
Донъянан туйып әҙәм үлер,
Бына шундай заман етер.
Көфөр кейеме кейерҙәр,
Мине күрһен тиерҙәр.
Тәғәмде баҫып ашарҙар,
Бына шундай заман етер.
Ире, ҡатыны хәмер эсер,
Төрлө уйын ҡуйырҙар,
Ислам динен оноторҙар,
Ана шундай заман етер.
Кибеттәрҙә ризыҡ булыр,
Тик ямғырҙар һирәк яуыр.
Хәрәм ашауҙар йыш булыр,
Ана шундай заман етер.
Атаһыҙ балалар күп булыр,
Маллы кеше һаран булыр.
Мәсеттәрҙә мәжлес булыр,
Ана шундай заман етер.
Гонаhты ла һис белмәҫтәр,
Биш ваҡыт намаҙ ҡылмаҫтар,
Зәҡәт, фытыр ҙа бирмәҫтәр.
Ана шундай заман етер.
Балалары түрә булыр,
Ҡатындары солтан булыр,
Ә ирҙәре бер ҡол булыр,
Ана шундай заман етер.
Ғәйбәтте генә һөйләрҙәр,
Үҙҙәрен ҙурға ҡуйырҙар,
Уйҙарында тик аш булыр,
Шуның менән көн итерҙәр".




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21