Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Еңеү баҫҡысында осрашҡанға тиклем!
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының ил, донъя кимәлендәге был тиклем дә сағыу, күренекле спорт йондоҙҙарын бығаса ҡаршылағаны булмағандыр ҙа. Физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың спорттағы тәүге аҙымдарын хуплау һәм яҡлау маҡсатында үткәрелгән хәйриә кисәһенә VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙың да килеүе байрамға йәм, күтәренке кәйеф өҫтәне.

— Өфө был көндәрҙә республикабыҙҙың иң йәш граждандары өсөн Олимпия үҙәгенә әүерелде, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Өлкәндәр өсөн Олимпиада үткәс, ҡағиҙә булараҡ, күп тә тормай Паралимпиада башлана. Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш әфәнде менән был идея хаҡында фекер алышҡанда, ул ошо хәйриә кисәһенең балалар Паралимпиадаһына башланғыс һалыуы ихтималлығын да белдерҙе.
— Беҙ был залға яҡшы уй-теләк менән йыйылдыҡ, — тине “Мәрхәмәт” фондының Попечителдәр советы рәйесе Гөлшат Хәмитова. — Танышыу һәм дуҫлашыу маҡсаты менән. Сәләмәтлегендә проблемалар булыуына ҡарамаҫтан, спорт менән шөғөлләнергә теләүсе балаларға өлкәндәрҙең иғтибарын йәлеп итеү өсөн. Хәйриә кисәһенең оло, оҙайлы дуҫлыҡҡа олғашыуын теләйем.
13 тапҡыр Паралимпия чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, һигеҙ тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Оксана Савченко, 2006 йылда үткән Олимпиаданың көмөш призеры Алексей Селиверстов менән бер рәттән, профессиональ спортҡа тәүге аҙымдарын яһаған үҫмерҙәрҙе йыйған мәртәбәле кисә Башҡортостан күгендә яңы спорт йондоҙҙары балҡыясағына өмөт тыуҙыра.
Байрам бүләкһеҙ буламы ни! Тау саңғыһы, хоккей һәм саңғыла уҙыш буйынса дүрт команда бағыусыларҙан экипировка һәм ҡорамалдар алып һөйөндө. Насар ишетеүселәр өсөн махсус мәктәп-интернат уҡыусылары автобуслы булды.


Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә