Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юрист кәңәштәре
Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Һорауҙарығыҙға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ

— 1991 йылға тиклем Асҡар урта мәктәбендә эшләнем, эш хаҡым һаҡлыҡ банкындағы махсус иҫәпкә күсерелеп барҙы. Унан тыш, ошо уҡ банкта процентлап артыу шарты менән һалынған аҡсам да бар ине. 1991 йылдың апрелендә Өфөгә эшкә күстем һәм хеҙмәт хаҡын банк кенәгәһенә күсереүгә мохтажлыҡ бөттө. Сентябрҙә йыйылған эш хаҡын арта торған иҫәпкә күсереп киттем. Хәҙер миңә 1991 йылға тиклем һалынған аҡса өсөн генә компенсация түләйҙәр, ә аҙаҡ күсерелгәненә — юҡ. Ул бит бер үк банкта ятҡан, бер иҫәбемдән икенсеһенә күсерелгән аҡсам. Миңә ни эшләргә?
Зилә Псәнчина.
Әбйәлил районы.


— Компенсация “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә 1991 йылдың 20 июненә тиклем иҫәп асҡан һәм ошо көнгә ҡарата унда аҡсалары булған граждандарға түләнә.
Компенсация түбәндәгеләр өсөн түләнмәй:
— 1991 йылдың 20 июнендә һәм унан һуңыраҡ асылған вкладтарға;
— 1991 йылдың 20 июненән шул уҡ йылдың 31 декабренә тиклемге арала ябылған вкладтарға;
— алдан тулыһынса компенсация түләнгән вкладтарға.
Әлеге осраҡта банк эш хаҡығыҙ ятҡан иҫәпте һеҙҙең тарафтан ябылған тип һанай. Аҡсаны иҫәптән иҫәпкә күсереүҙең ниндәй шарттарҙа үтеүе хатығыҙҙан бигүк аңлашылмай. Минең кәңәшем шул: тәүҙә биргән компенсацияларын алығыҙ, ә аҙаҡ, ҡалғандары буйынса ла компенсация талап итеп, яҙма мөрәжәғәт яҙығыҙ. Банктан рәсми яуап килгәндән һуң, төплөрәк яуап алыу өсөн тағы ла юрисҡа мөрәжәғәт итергә тура килер.

Банк үҙе хәл итә

— Мин банк картаһы буйынса микротулҡынлы мейес алғайным, уны кире илтеп бирергә булдым. Магазинда әйберҙең хаҡын ҡулаҡса менән ҡайтара алмауҙарын әйттеләр. Аҡса бер нисә аҙнанан карточкаға күсереләсәк, тинеләр. Был законлымы?
Ринат Үтәшев.
Өфө ҡалаһы.


— Эйе, улар хаҡлы. Тауар һатып алған саҡта, ҡағиҙә булараҡ, һатып алыусы менән магазин араһында килешеү төҙөлмәй, шуға күрә был һорауға яуапты ҡануниәттән эҙләргә кәрәк.
Рәсәйҙең Үҙәк банкы тураһындағы закондың 29-сы статьяһына ярашлы, ҡулаҡса менән түләгән саҡта Үҙәк банктың банкноталары һәм тимер аҡсалары законлы түләү сараһы булып иҫәпләнә. Әммә һеҙҙең осраҡта һүҙ ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү тураһында бара. Ғәмәлдәге ҡануниәт был хаҡта бер ни ҙә билдәләмәгән. Шулай итеп, һатыусы менән магазин араһында килешеү булмағас, яҡтар аҡсаны нисек ҡайтарыу тураһында алдан бер ниндәй документ төҙөмәгән. Закон был мәсьәләне көйләмәгәс, магазин үҙе теләгәнсә эшләй ала: хаҡты карточкаға ҡайтара йәки ҡулаҡса менән бирә. Тик бында тағы бер яғы бар: магазин менән банк араһында төҙөлгән килешеүҙең шарттары буйынса, магазин кире ҡайтарылған тауарҙың аҡсаһын банк карточкаһына ғына күсерә ала. Карточкаға аҡсаның ҡасан күсерен магазин түгел, банк үҙе билдәләй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә