Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ялған аҡса, имеш
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Шарджи властары ялған аҡса алмаштырыуҙа ғәйепләнеп илдән сығарылмай тотолған Башҡортостан кешеһе менән килеп тыуған хәлгә аңлатма бирҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Талбазынан Гүзәл Иҙрисова исемле күп балалы әсә 2011 йылдың ноябрь башында туристик путевка буйынса Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә киткәйне. Шарджила ул долларҙарын урындағы аҡсаға алмаштырған саҡта ҡулға алына. Алмаштырыу пунктында ул тәҡдим иткән аҡсаның берәүһе ялған булып сыға. Ҡатын уның ҡайҙан килеп сыҡҡанлығын аңлата алмай. Берәй магазинда аҡса ваҡлағанда биргәндәрҙер, тип фараз итә. Полиция участкаһында Башҡортостандан барған турист йөкмәткеһе билдәһеҙ булған ҡағыҙға ҡул ҡуйырға мәжбүр була. Шунан һуң бер нисә ай буйы ҡатынды тыуған иленә ҡайтармай тоталар. Аҙаҡ ҡына, Башҡортостан яғының тырышлығы менән, Рәсәй Федерацияһының Дубайҙағы генераль консуллығы булышлығы һөҙөмтәһендә, Гүзәл Иҙрисованы ҡайтарып ебәрәләр. Әле был эш буйынса тикшереү тамамланған.
— Ҡатындың был аҡсаны нисек һәм ҡайҙан алғанын бер кем дә белмәй. Әйткәндәй, һәр ҡайһыбыҙҙың ошондай сетерекле хәлгә тарыуы ихтимал. Йөкмәткеһен белмәй тороп, сит илдә бер документҡа ла ҡул ҡуймаҫҡа тәҡдим итәм. Был донъяның һәр иленә ҡағыла. Бындай осраҡта янығыҙҙа урыҫса һөйләшкән тәржемәсе булырға тейеш, — тип билдәләне Шарджи хөкүмәтенең туризм департаменты вәкиле Манар Мөхәммәд Әл Али. — Шул уҡ ваҡытта мин әлеге мәсьәләлә полицияға ла ышанмай булдыра алмайым. Моғайын, был документ ғәҙәти отчет өсөн кәрәк булғандыр, әммә Гүзәл Иҙрисова документтың йөкмәткеһен аңлатыуҙарын һорай ала ине.
Департамент вәкиленең әйтеүенсә, ошондай бәләгә тарымаҫ өсөн, туристарға валютаһын фәҡәт рәсми пункттарҙа ғына алмаштырырға кәрәк. Был эште ваҡ магазиндарҙа башҡарырға ярамай.
— Сит илгә сыҡҡанда, валюта мәсьәләһе — иң сетереклеһе, — тип өҫтәй урындағы эшҡыуар, Дубай һәм Шарджи ҡалаларының күсемһеҙ милек агентлыҡтары компаниялары төркөмөнөң генераль директоры Исмәғил Шәнгәрәев. — Мотлаҡ үҙегеҙ менән валюта алмаштырыу тураһында банк белешмәһен алығыҙ.
Әйтергә кәрәк, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә урыҫ телле адвокаттар етерлек. Рәсәй консуллығы ла бар. Былтыр ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһының Әмирлектәге генераль консулы итеп Гоча Буачидзе тәғәйенләнде.
Бөтә белешмәләрҙә лә дежур консулдың телефоны күрһәтелгән. Уға тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин. Кәрәк булғанда, дежур консул һеҙгә ярҙамға киләсәк, сөнки был — уның туранан-тура бурысы. Сәфәргә сығыр алдынан кәрәкле телефондарҙы махсус кенәгәгә яҙып алығыҙ, юҡһа, теге йәки был хәлдә ҡаушап ҡалыуығыҙ бар.
— Әгәр ҙә Гүзәл Иҙрисова шунда уҡ дежур консулға шылтыратһа, хәл бөтөнләй башҡаса булыр ине. Был осраҡта ул ҡаушап ҡалған, — тигән фекерҙә Исмәғил Шәнгәрәев.
Эшҡыуар билдәләгәнсә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә туристар үҙҙәре менән килтергән доллар һәм евроны урындағы аҡсаға — дирхамға алмаштырыусан. Быны ҡайҙа башҡарырға кәрәклеген һеҙгә ҡунаҡханала әйтерҙәр.


Автор: Т. ХАФИЗОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә