Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Донорҙарға — заманса шарттар

Ҡалала Республика ҡан тапшырыу станцияһының филиалын асыу тантанаһы булды. Станция матди-техник йәһәттән тулыһынса тәьмин ителгән. Федераль маҡсатлы программа буйынса йәмғеһе 24 миллион һумға төрлө ҡорамал һатып алынған, бинаны төҙөкләндереүгә республика бюджетынан 4 миллион һум аҡса бүленгән.
Сарала ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев беренселәрҙән булып ҡан тапшырҙы һәм ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә мөмкин тиклем ярҙам күрһәтергә кәрәк икәнен үҙ миҫалында иҫбатланы.
Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең сайтынан.

Йылан ырыуы ҡорға йыйылды


Ошо көндәрҙә райондың Йылан ауылында Йылан ырыуы башҡорттарының съезы үтте. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әбүзәр Мөхәмәтйәнов бер тауыштан ырыу башлығы итеп һайланды.
Съезда 200-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Сараға Борай, Бишбүләк, Туймазы райондары вәкилдәре лә килде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев үҙ сығышында Йылан ырыуының тарихы тураһында һөйләне, һәр ырыу өсөн шәжәрә төҙөү, киләсәктә “Ырыуҙар ташы” тарихи комплексын асыу кәрәклеген билдәләне.
Йәрмәкәй районы хакимиәте сайтынан.

Ил кимәлендә баһаланды

Район гәзите хәбәрселәре киң мәғлүмәт сараларының “Панацея” III Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашҡайны.
Сараны М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты һәм Мәскәү Яҙыусылар союзы тарафынан булдырылған Социаль стратегия һәм тактика ижтимағи институтының хәйриә фонды ойоштора. Быйыл баһалаусыларға илебеҙҙең 54 төбәгенән килгән ике меңгә яҡын эште ҡарап сығырға тура килгән. “Ашҡаҙар таңдары” “Социаль ауырыуҙарға — юҡ!” номинацияһында II урынды алды. Жюри гәзит материалдарының төрлө жанрҙа булыуын билдәләгән.
Федоровка районы хакимиәте сайтынан.

Көтөп алынған мәсет


Район үҙәгендә яңы мәсет асылды. Тантаналы сарала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй Тәлғәт Тажетдин да ҡатнашты.
Әлеге ғибәҙәт йорто Әхмәт Зәйнуллин иҫтәлегенә 1997 йылда төҙөлә башлаған, тик төрлө сәбәптәр арҡаһында оҙаҡҡа һуҙылған. Ниһайәт, Зәйнуллиндар ғаиләһе башлаған эш тамамланды. Быға ауыл халҡы һөйөнөп бөтә алмай. Өс мең самаһы кеше йәшәгән район үҙәгендә мосолмандар бихисап. Мәсеттең имам-хатибы Әлфир Әхмәтов тиҙ арала Ислам дине дәрестәре бирә башлаясаҡ.
“Ҡариҙел”.

Мариҙарҙан уҙҙырҙылар

Мишкә, Краснокама һәм Ҡалтасы райондары уҡыусылары мари теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала сығыш яһаны. Бәйге Мари Иле Республикаһының Руэм ауылындағы күп профилле лицей-интернатында үтте.
Олимпиадала Татарстандан, Пермь крайынан, Свердловск һәм Киров өлкәләренән дә уҡыусылар ҡатнашты. Улар мари телен һәм әҙәбиәтен, Мари Иле халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәтен белеү йәһәтенән көсөн һынаны. Бәйгелә беҙҙекеләр һыр бирмәне: Бабай урта мәктәбенең XI класс уҡыусыһы Мария Миңлебаева икенсе урынды яуланы, Мишкә районынан Ольга Ямбулатова, Диана Изилянова, Ирина Николкина, Юрий Микаев еңеүсе дипломдарын алып ҡайтты.
“Дружба”.

Бал айыртыуҙа яңы алым


Миәкә районында умартасылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте. Сараға республиканың төрлө төбәктәренән умартасылар йыйылып, тәжрибә уртаҡлашты.
Электр бырауы ярҙамында кәрәҙҙәрҙе көптәренән асыу алымын Шаран районы оҫтаһы тәҡдим итте. Умартасылыҡта әлеге технологияны ҡулланып эш иткәндә, бер тамсы бал да ситкә таммай икән. Миәкә һәм Шаран райондары умартасылары бындай осрашыуҙарҙы йыл һайын ойоштора. Сираттағы оҫталыҡ дәрестәре умарта эшләү, күс ҡышлатыу мәсьәләләренә арналды. Мартта бал ҡорттарын тәүге осоуға әҙерләй башлайҙар, шуға ла йәш умартасыларҙы ошоға бәйле һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Нисек кенә булмаһын, ябай ғына тойолған мәғлүмәттең дә халыҡ кәсебе менән шөғөлләнеүселәргә яңы мөмкинлектәр асыуы ихтимал.
“Октябрь”.

Милли музей Себерҙә ҡунаҡта

Башҡортостандың Милли музейы фондтарынан “Башҡорт халҡының матди мәҙәниәте” исемле күргәҙмә Ханты-Манси автономиялы округының ҙур мәҙәниәт учреждениеларының береһендә — Тәбиғәт һәм кеше музейында — эш башланы. Сараны асыу тантанаһына 80-дән ашыу кеше йыйылған. Төбәктә йәшәгән башҡорттар, төркиәтселәр ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергән.
Ханты-Манси ҡалаһында йәшәүселәр 22 мартҡа тиклем башҡорт халҡының мәҙәниәте, тарихы менән таныша аласаҡ. Экспозицияла биҙәүестәр, милли кейем, биҙәү-ғәмәли сәнғәт әйберҙәре, йорт йыһаздары, һауыт-һаба һәм тирмә өлгөләре тәҡдим ителә.
Башҡортостандың Милли музейы сайтынан.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә