Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәт һөйһәң, бәрәкәт килер
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
Бисмилләһир-рахманир-рахим.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын яратып, уға бөтөн ғилемде һәм эште өйрәнеү мөмкинлеген биргән, сөнки йәшәү өсөн тырышып хеҙмәт итеү мөһим. Был хаҡта "Ҡөрьән Кәрим"дә лә әйтелгән.
Хеҙмәт һөйөү — мосолмандарҙың изге бурысы. Атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм — иң тәүге өлгөбөҙ: ергә төшкәнендә бер ни ҙә әҙер булмай, әммә ул баҡсаһын да һөрә, мал-тыуарын да баға, йортон да төҙөй һәм башҡа бихисап эш башҡара. "Ҡөрьән"дең "Тәүбә" сүрәһендә: "Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ, тырышығыҙ", — тип әйтелә. Бында "ғәмәл" һүҙе дөйөм хеҙмәтте, йәғни тормош көтөүҙе, ғаилә ҡороуҙы, йорт төҙөүҙе, эргә-тирәбеҙҙәге тәбиғәтте һаҡлауҙы һәм башҡа барыһын да үҙ эсенә ала. Эшләйһең икән, бәрәкәт килер. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм был йәһәттән бер мөбәрәк хәҙисендә: "Ҡулыңды һелкет, Аллаһ Тәғәлә ризығын бирер", — тигән. "Ауырыйһыңмы, әллә эшләй алмайһыңмы?" — тип һораған ул үҙенән ярҙам һорап килгән бер егеттән. Тегеһе ҡоралы юҡлығын әйткәс, балта һатып алып биргән дә: "Утын ҡырҡ та халыҡҡа һатырһың, — тигән. — Бер аҙнанан һуң хәлеңде һөйләрһең". Егет билдәләнгән ваҡытҡа килеп етә. Усында алтын аҡса икән. Тимәк, ул ғаиләһен ашатҡан, эсергән, үҙенә лә күпмелер килем йыйыла башлаған.
"Ҡөрьән"дә Аллаһ Тәғәләнең һәр бәндәгә ризығын биреүе тураһындағы аятты уҡыған бер егет: "Ниңә шул ҡәҙәр тир түгеп, көндө-төнгә ялғап эшләп йөрөйөм әле, барыһын да Хоҙайҙан көтөп кенә ултырырға мөмкин", — ти ҙә, ҡаланан ситкә сығып, ағас башына менеп ултыра. Бер аҙҙан шул ергә ауырыу төлкө килә. Ағастың төбөнә өң ҡаҙып, инеп ята. Күп тә тормай шул уҡ урынға арыҫлан килеп аулаған кейеген ашай ҙа, туйғас, ситкә китә. Төлкө иһә, өңөнән сығып, ҡалған ит менән туҡлана. Башҡа йәнлектәр ҙә өлөшһөҙ ҡалмай. Ағас башында ултыра торғас йоҡлап киткән егеттең төшөнә аҡ һаҡаллы бабай керә. "Һин бит һау-сәләмәт, — тип өндәшә ул. — Арыҫлан шикелле тырыш булырға тейешһең. Күрҙеңме, ул йәнлек аулап, үҙе генә ашап ҡалманы, башҡаларға ла өлөш сығарҙы. Ә һин әлеге ауырыу төлкө кеүек Хоҙайҙан ризыҡ көтөп ултыраһың. Төш, эшлә!"
"Ҡөрьән Кәрим"дә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: "Аллаһ Тәғәлә иманлы һәм һөнәрле бәндәһен һөйә", — тигән. "Һөнәре бар һыуҙың үренә йөҙөр", "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ" кеүек мәҡәлдәребеҙҙә хеҙмәткә ҙур баһа бирелә. Шәхестәребеҙ ҙә һөнәр белеүҙе, эшһөйәрлекте юғары баҫҡысҡа ҡуя. Әйтәйек, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла һәр нәмәне Хоҙайҙан көтөп ятыуҙы хурлыҡ тип атаған, тоғро юлды эҙләп алға йүгерергә әйҙәгән.
Йәш быуынды киләсәккә әҙерләп үҫтерергә бурыслыбыҙ. Миҫал өсөн, беҙ бәләкәй саҡта колхоздағы яҙыу машинкаһы ифрат ҡиммәтле техника һанала ине. Ә хәҙер уға алмашҡа килгән компьютер киң ҡулланылыш алды. Алда бит тағы ла үҫеш көтә. Тимәк, йәштәребеҙ төрлө һөнәрҙе үҙләштерергә, шул уҡ ваҡытта ат егергә лә, ер һөрөргә лә белергә тейеш.
Тағы ла бер аҡылды иҫкә төшөрәйек. Батша улын бөтөн ғилемгә, һөнәргә өйрәтеү өсөн остазға бирә. Күпмелер ваҡыттан егеттән имтихан алырға үҙе килә. "Улығыҙ барыһына ла өйрәнде!" — тип ҡаршы ала уны остаз. Тәүге һынау мәлендә кәмәгә ултырып китәләр. Диңгеҙгә ингәс, батша ярандарына улын һыуға ташларға бойора. Егет бата башлай. Ярандар уны кире тартып сығара. "Ниңә йөҙөргә өйрәтмәнең? — ти батша остазға. — Кеше башҡа ғилемде, үҙе белмәгән осраҡта, икенсе берәүҙән өйрәнә ала. Ә йөҙә белмәй икән, уны кем ҡотҡарыр?"
Тимәк, ғилем — ул һөнәр. Аллаһ Тәғәлә тырышып эшләп, мал табып, башҡаларға ярҙам итеп йәшәгәндәргә ҙур хөрмәт, ихтирам менән ҡарай. Әммә барыһы ла хәләл юл менән башҡарылырға, яуланырға тейеш. Балаларыбыҙҙы ла аҡыл, фекер көсө менән йәшәргә, мал табырға өйрәтеү мөһим. "Хәләлдә — бәрәкәт, хәрәмдә — һәләкәт" тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла төрлө һөнәр өйрәнергә, илебеҙгә, милләтебеҙгә файҙалы булып йәшәргә насип итһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә