Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Яҡшыраҡ йәшәһәк ине...

Беҙҙәге йәшәү кимәленең түбәнлеге, алдынғы илдәр менән сағыштырғанда, айырыуса яҡшы күренә. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының "Минималь хеҙмәт хаҡы тураһында"ғы конвенцияһын ратификациялаған илдәрҙә ҡыҙыҡлы сағыштырыу уҙғарылған. Иң бәләкәй эш хаҡы дәүмәле АҠШ долларында 51 ил буйынса иҫәпләнгән.

Бына һиңә МРОТ!

Лидерҙар кем тип уйлайһығыҙ? "Өс таған"дың береһе — Люксембург (1766 доллар, йәғни хеҙмәткә түләүҙәрҙең Рәсәйҙәге минималь дәүмәленән туғыҙ тапҡырға ҙурыраҡ). Голландия менән Бельгияла МРОТ Рәсәйҙәгенән һигеҙ тапҡырға юғары (1622 һәм 1565 доллар). АҠШ-та иһә беҙҙәгенән алты тапҡырға ҙурыраҡ. Эйе, илебеҙҙә хеҙмәткә түләүҙең иң түбән дәүмәле ни бары 197 доллар! Шуға күрә ҡойроҡта һөйрәлеүебеҙ ғәжәп тә түгел.
Әммә социаль именлегебеҙҙе МРОТ дәүмәле генә сағылдыра алмай. Тормош сифаты күп йәһәттән халыҡтың йән башына тура килгән эске тулайым продукт дәүмәленә бәйле. Әммә был йәһәттән дә Рәсәй әлегә һис маҡтана алмай, ни бары 49-сы урында (18 %). Пакистан (81 %) һәм Эквадор (79 %) — алдынғылыҡта.

Юрғанға ҡарап аяҡ һуҙабыҙмы?


Илдә ҡулланыу тауарҙары өсөн кредит алыусылар артҡандан-арта. Ҡайһы берәүҙәр тәүгеһен ҡаплап бөтмәҫтән икенсеһен, өсөнсөһөн юллай...
Үткән йылдың 1 октябренә ҡарата мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, кредиттар буйынса ҡайтарылмаған бурыс 5 триллион 137,6 миллиард һум тәшкил итә. Был тәүге ярты йыллыҡтағы күрһәткестән 11 процентҡа күберәк. Әммә банктарҙың тырышлығы арҡаһында халыҡтың бурысты ҡайтарыу дисциплинаһы юғары кимәлдә һаҡлана, тип иҫәпләй эксперттар.
Әле биштән ашыу кредит алған кешеләрҙең өлөшө 7,33 процент тәшкил итә, был күрһәткес 2012 йылдың ғинуарында 4,79 процент ҡына ине.

Икмәк һәм тариф

Рәсәйҙә икмәккә хаҡ инфляциянан да алда йүгерә кеүек. Тәү сиратта был игендең ҡиммәтләнеүенә бәйле. Йыл уртаһынан бойҙай һәм ондоң хаҡы 50 проценттан ашыуға артты.
Әммә икмәктең ҡыйбатланыуы социаль көсөргәнеш тыуҙырмаясаҡ, сөнки ул күптән инде рәсәйҙәр рационында төп ризыҡ булып иҫәпләнмәй, аҙыҡ-түлек кәрзинендә 25 проценттан да аҙыраҡ урынды биләй. Хаҡ үҫеүенә тағы ла бер мөһим сәбәп — үткән йылдың июль һәм сентябрь айҙарында тәбиғи монополиялар тарифтарын индексациялауҙары.
Шулай итеп, 2012 йыл башынан бойҙай ононан бешерелгән икмәккә хаҡ 9,5 процентҡа артты (инфляция — 5,7%).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә