Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ашағаныбыҙ аш булып барамы, ташмы?
Ашағаныбыҙ аш булып барамы, ташмы?Гендары үҙгәртелгән аҙыҡ тәбиғи ризыҡты ҡыҫырыҡлай
Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән саҡта, ирекһеҙҙән, беҙҙең ауыл хужалығы предприятиеларын иҡтисади яҡтан көслө булған сит ил компаниялары ҡыҫырыҡлап сығармаҫмы, тигән һорау тыуа. Ысынлап та, етештереү күләме буйынса әллә ни алдыра алмауыбыҙ көн кеүек асыҡ. Моғайын, голланд сыры, “Буш боттары” һәм башҡа шундай брендтар беҙҙеке алдында сигенергә теләмәҫ. Ләкин бер нәмә генә тынысландыра: донъя йәмәғәтселеге лә, айырым кешеләр ҙә тәбиғи, ГМО-ларһыҙ аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә башланы. "Ҡорһаҡ буш тормаһын" тигән принциптан арынып, саф аҙыҡ ҡулланыу мөһимлеген аңлау юлындабыҙ. Шулай булғас, киләсәктә диңгеҙ аръяғынан килтерелгән, өсәр-дүртәр ай "боҙолмаған" йәшелсә, еләк-емешкә ҡарағанда, үҙебеҙҙең теплицаларҙа, тәбиғи шарттарҙа үҫкәнен күберәк һатып аласаҡтар. Ит-һөт ризығын етештереүҙә лә үҙебеҙҙең һәүкәштәрҙекен ҡулланыу файҙалыраҡ та, отошлораҡ та икәненә инанасаҡтар. Ә әлегә...

Кеше һаулығы өсөн зарарлы булған, аҙыҡ-түлеккә ҡушылған төрлө өҫтәмәләр бер бөгөн генә килеп тыуған проблема түгел. Тик хәҙер етештереү технологиялары алға киткән Америка, Көнбайыш Европа илдәрендә сығарылып, Рәсәй кәштәләренә хужа булған тауарҙар уларҙы көсәйтеп, норманан әллә нисәмә тапҡыр арттырып ебәрҙе.
"70–80-се йылдарҙа уҡ Советтар Союзы ғалимдары ит эшкәртеү тармағында етештерелгән ризыҡта майҙарҙың саманан артыҡ булыуы тураһында оран һала. Мәҫәлән, медицина нормаларына ярашлы, организмға етерлек калория сығанағы булған 1:1 нисбәтендәге аҡһым менән май шул саҡта уҡ 1:2,5, хатта 1:3 күрһәткесенә еткән! Был һаулыҡ өсөн зарарлы, ҡот осҡос айырмалыҡ тип иҫәпләнгән, әммә хәл әле лә үҙгәрешһеҙ. Улай ғына ла түгел, яңы техрегламент проекттарына норма булараҡ индерелгән.
"Итле аҙыҡ-түлек" тип аталған ризыҡтар етештереүселәргә организм тарафынан ауыр эшкәртелеүсе мал майҙарын һәм коллагендарҙы (аҡһым) тағы ла күберәк ҡулланырға мөмкинлек бирә, — ти Рәсәй Ит союзы президенты Мушег Мамиконян. — Шул уҡ аҡһымдың һиҙелерлек өлөшө коллагенға алыштырылыуы ихтимал. Билдәле, баҙар шарттарында ГОСТ һәм ТУ буйынса етештереүселәр ҙә колбаса, сосиска, башҡа "итле" ризыҡта тәбиғи аҡһым урынына осһоҙ майҙарҙы ҡулланыу форсатын ҡулдан ысҡындырмаясаҡ" ("Российская бизнес-газета", 2012 йыл, 14 февраль).
Әлбиттә, ябай кеше "итле" тип аталған ризыҡҡа ни ҡушылғанын белә алмай, колбасаның яҙыуына ҡарап ҡына фекер йөрөтә. Етештереүселәр был осраҡта ла мутлашыуға бара. Мәҫәлән, бөтә төр ҡушымталарҙы атап, яҙып бөтмәйҙәр йәки комплекслы аҙыҡ ҡушымталары артына "йәшерәләр". Белгестәр әйтеүенсә, бындай комплекслы ҡушымталарға 50 төр химик матдә, шул иҫәптән тәм көсәйткес инә. Ысын колбаса ит, май, тәмләткестәрҙән, натрий нитриты һәм фосфаттан тора. Һуңғыларын һалмайынса, ризыҡ килеп сыҡмай.
Эксперттар иҫәпләүенсә, бөгөн баҙарға аҙыҡ-түлеген сығарған етештереүселәрҙең 90 проценты һатып алыусының был тәңгәлдәге наҙанлығынан, һаулығы өсөн битарафлығынан файҙалана. Мәҫәлән, йогуртҡа еләк ҡушабыҙ тип, буятҡысты йәлләмәйҙәр, колбасаны химик матдә менән тултыралар, шоколадҡа соя һалалар... Етештереүселәрҙең 10 проценты ғына тауарын химия продукцияһын ҡушмайынса, халыҡты алдамайынса баҙарға сығара, имеш.
Белгестәрҙе бигерәк тә һөт ризыҡтары һағайта, сөнки уларҙы иң күп ҡулланыусылар — балалар. Һөт етештереүселәр милли союзының идара рәйесе Андрей Данилинко әйтеүенсә, ялған һөт продукцияһы баҙарҙан ысынын ҡыҫырыҡлап сығара бара. Хаҡ мәсьәләһендә ысын һөт ризығы етештереүселәр осһоҙ фальсификат менән ярыша алмай. Һөҙөмтәлә был намыҫлы етештереүселәрҙең бәкәленә һуға. Етмәһә, техник регламент ҡағиҙәләре буйынса сығарылған аҙыҡ һаулыҡ өсөн зарарлы. Һөт ризыҡтарында пальма майын саманан тыш ҡулланыуҙары үтә ҡурҡыныс.
Яңы аҙыҡты баҙарға сығарыр алдынан етештереүсе рекламаға аҡсаһын йәлләмәй, агрессив, көсләп тағыусы реклама сәйәсәтен үткәрә. Тауары конвейерға һалынғас инде, кешене нәҡ ошо аҙыҡтың "ҡоло" итер өсөн тәм көсәйткестәрен дә йәлләмәй. Шуға ла, мәҫәлән, һыуһынын ҡандырыр өсөн яһалма эсемлекте ҡулланған кеше, ярты сәғәт тә үтмәй, икенсе шешә артынан йүгерә. Ҡыҫҡаһы, ҡушымталар әҙәмде аҙыҡҡа, эсемлеккә бойондороҡло итә.
Күптәр ГМО-ның ни икәнен белмәй. Ул — яһалма рәүештә гендары үҙгәртелгән организм. ГМО-ға ҡарата донъяла ике төрлө ҡараш йәшәй: көнкүрешебеҙгә ныҡлап индереү яҡлы ғалимдар фекеренсә, үҫемлектәрҙе, хатта хайуандарҙы генетик яҡтан үҙгәртеп, шуның менән мул уңыш алып, осһоҙ аҙыҡ етештереп кенә планета халҡын аслыҡтан йолоп ҡалып була. Был "иҫбатлауҙар"ға ҡаршылар иҫәпләүенсә иһә, бөгөнгө ауыл хужалығында былай ҙа юғары уңыш алырға мөмкинлек бар.
Тәүҙә төрлө ген ҡушылған гибридтар үҫемлектәргә файҙалы сифаттар өҫтәр өсөн уйлап сығарылған: һалҡынға сыҙамлылыҡ, ҡоротҡостарға ҡаршы тороу, калорияны, уңышты арттырыу... Мәҫәлән, 1992 йылда Ҡытайҙа ҡоротҡос бөжәктәрҙе ҡурҡытырлыҡ тәмәке уйлап тапҡандар. Шулай ҙа ГМО-ны аҙыҡ етештереүҙә күпләп АҠШ ҡуллана башлай. 1994 йылдан алып, кәштәләрҙә "боҙолмаусан", тыштары ялтырап торған помидорҙар барлыҡҡа килә. Колорадо ҡуңыҙы, саян гены ҡушылған бактерия һалып, бөжәктәрҙән "ҡурҡмаусы" картуф уйлап сығаралар. Һалҡынға, ҡырауға бирешмәһен өсөн томатҡа, баҡса еләгенә камбала балығы гендары булған бактерия индерәләр. Иң күп модификацияланған генлы организм ҡушылғандарға соя, бойҙай, кукуруз, сөгөлдөр, мамыҡ, рапс, тәмәке, баҡса еләге инә. Киләсәктә ғалимдар һыйырға, тауыҡҡа ла ген үҙгәртеүсе организмдар һала башламаҡсы. Әле тәжрибә үткәрелә.
Европала, АҠШ-та гендары үҙгәртелгән аҙыҡ-түлек магазиндарҙа айырым һатыла, Рәсәйҙә иһә бөтә тауар бергә ята. Шунлыҡтан, беҙҙең һатып алыусы генетик яҡтан үҙгәртелгән соя ҡушылған колбасаның яҙыуына иғтибар ҙа итмәй — ала бирә. Ә бит бындай ризыҡты даими ҡулланыуҙың аллергия тыуҙырыуы, организмға үҙгәрештәр килтереүе бар. Мәҫәлән, Скандинавия илдәре ошондай ризыҡ етештереүҙе, ситтән килтереүҙе бөтөнләй тыйған. Һөҙөмтәлә, аллергия менән ауырыусылар 5–7 процент ҡына тәшкил итә, ә Рәсәй һәм АҠШ-та был күрһәткес бер нисә тапҡырға күберәк. Европа союзы яңы төр трансгенлы үҫемлектәр таратыуға мораторий индерҙе. Европаның бер нисә компанияһы, шул иҫәптән иң ҙурҙарҙан һаналған Heinz һәм Cerber аҙыҡ етештергәндә бөтөнләй ГМО ҡулланмаясағы тураһында белдерә.
Башҡа илдәрҙә лә гендары үҙгәртелгән организмды ҡулланыу күләмен сикләү тураһында закондар ҡабул ителгән. Мәҫәлән, Японияла — 5, Европа илдәрендә — 0,9, АҠШ-та — 10 процент. Бөтә илдәрҙә лә тиерлек аҙыҡты "ГМО" билдәһе менән маркалау тураһында закон бар. Рәсәйҙә лә ризыҡта ҡушымталар 0,9 проценттан артһа, был мотлаҡ күрһәтелергә тейеш. Әйткәндәй, ГМО тирәләй бәхәс инде тиҫтә йыл дауамында бара. Уның ҡулланыуға сығыуына ни бары 20 йыл үткән. Был иһә ниндәйҙер һығымталар яһарға бик аҙ, тип белдерә ғалимдар.
Барлыҡ төр тауарҙы тикшереп бөтөп булмай. Етмәһә, баҙарҙағы төрлө генетик үҙгәреш кисергән аҙыҡ-түлеккә сифатһыҙҙары ла өҫтәлә. Үткән йылдарҙа ошо айҡанлы бик үкенесле, күңелһеҙ хәлдәр йышайып киткәйне. Мәҫәлән, Краснодар крайына Карелиянан ял итергә килгән 50 бала сифатһыҙ аҙыҡтан ағыуланды. Воронеждың "Полет" лагерында ошондай уҡ хәл күҙәтелде. Шул уҡ ҡалала 49 кеше ашханалағы төшкө аштан һуң инфекция дауаханаһына оҙатылған. Ошондай уҡ хәл "Северсталь" берекмәһенең 75 эшсеһе менән булған. Мәскәү өлкәһендәге "Лесная опушка" шифаханаһынан 24 кешене дауаханаға оҙатҡандар...
Роспотребнадзор ни ҡараймы? Башлығы Геннадий Онищенконың һәм уның етәкселегендәге күҙәтеү органының мөмкинлектәрен яйлап "ҡыҫҡарта" баралар. Дәүләт Думаһы депутаты Надежда Школкина әйтеүенсә, Онищенко "таяҡты нығыраҡ бөгөп ташлаған". Бик күп ялыу уның вәкәләттәрен сикләүгә килтергән. Хатта санитар нормаларҙы төҙөү һымаҡ яуаплы эш тә был ойошма ҡарамағынан алынып, хеҙмәтте һаҡлау өлкәһенә бирелгән. Белгестәр фекеренсә, Роспотребнадзорҙың мөһим бурыстарын хеҙмәт инспекцияһына тапшырыу — иҫкәртеү сараларына күҙәтеүҙе, шул иҫәптән медицина тикшеренеүен үткәреүҙе тулыһынса бөтөрөү тигән һүҙ.
2010 йылға тиклем Рәсәйҙә тауарҙы мотлаҡ сертификатлау ҡануны йәшәп килде. 2010 йылдың февраленән сертификатлау — эшҡыуарҙарҙың үҙ иркендә. Бар донъяла ҡулланыла был тәжрибә, ләкин айырмаһы шунан ғибәрәт: сит илдә сертификатһыҙ тауар һатылмай. Европала, киреһенсә, 2010 йылдың 1 ғинуарынан аҙыҡ-түлеккә ҡарата ҡәтғи талаптар индерелде. Аҙыҡтың сифаты, хәүефһеҙлеге өсөн тәүҙә етештереүсе һәм импортлаусы, һуңынан һатыусы яуап бирә. Беҙҙә иһә сертификатты теләһә нисек урап уҙырға йәки һатып алырға мөмкин. Тағы бер яғы: намыҫһыҙ етештереүселәрҙең тауар ҡабы тышына теләһә ниндәй состав тураһында яҙыуы ихтимал. ГОСТ-ты күрһәтеү мөһим түгел, ә техник шарттар (ТУ) берҙәм стандарт була алмай. Шуға төрлө инфекциялар булыуына һис кенә лә аптырайһы түгел. Сифатһыҙ иттән килемдәр ҙур, ә эш судҡа барып еткән хәлдә, штраф күләме ташҡа үлсәйем генә.
Хәлдәр яҡынса шулай. Бөгөн Рәсәйҙәге аҙыҡ-түлек компанияларының, ғөмүмән, ауыл хужалығының донъя баҙарына ГМО-һыҙ, ҡушымтаһыҙ ризыҡ сығарып ҡына үҙ урынын алыуы мөмкин. Эйе, был аҙым күп сығым талап итә. Ләкин, вагон-вагон сифатһыҙ тауарға ҡарағанда, халыҡтың һаулығын ҡайғыртып, аҙыраҡ булһа ла сифатлыһын тәҡдим итеү яҡшыраҡ түгелме?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 124

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 475

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 112

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 919

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 681

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 265

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 586

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 451

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 525

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536