Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алдан барған отасаҡ
Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында уҙғарылған “Смарт-төбәк: электрон уҡытыу мөмкинлектәре” халыҡ-ара конференцияһы алдынан Республика башҡорт лицей-интернаты ситтән белем биреүҙең төбәк системаһы проектын тәҡдим итә. Уның үҙенсәлеге — уҡыусы менән ике яҡлы бәйләнеш.
— Иң яҡшы, иң оҫта уҡытыусыларҙың да видеодәрестәре программаһын уҡытыуҙы планлаштырыу, мәсьәләләрҙе хәл итеү, иң ҡатмарлы темаларҙы аңлатҡан һәм уҡыусыларҙы уңышҡа дәртләндергән тьюторҙар менән эшләү мөмкинлеген биргән система менән тулыландырыу зарур, — тигән фекерҙә проектты эшләүселәрҙең береһе, иҡтисад фәндәре кандидаты, Өфө дәүләт авиация техник университетының өлкән уҡытыусыһы Артур Бастанов.
Республика башҡорт лицей-интернатында эшләнгән пилот проекты уҡыусыға белемде еткереүҙе генә түгел, уның үҙләштерелеүен, материалды, кимәлде күҙәтеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.

Ашығыс хәл итергә ярамай

Рәсәй уҡытыусылары һәм ғалимдары был өлкәне әле генә үҙләштерә башланы. Төбәктәрҙә бер нисә проект һынау үтә. Ундайҙар иҫәбенә “Электрон белем биреү ресурстары” (http://eor.it.ru) дәүләт проекты, “Интерурок” (http:// interneturok.ru), http://pymath.ru, http://wanttoknow.ru кеүек күләмле проекттар инә. Эш барышында хаталар, ҡыйынлыҡтар булмай тормай. Беҙҙә сит илдәрҙең алдынғы тәжрибәһен үҙебеҙҙәге ысынбарлыҡҡа көйләргә тырышалар. Конференцияла Краснодар крайын М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәжрибәһе менән таныштырасаҡтар.
— Башҡортостандың проектҡа алдан уҡ ҡушылыуының ыңғай һөҙөмтәһе буласаҡ. Эштең мөһимлеген республика Президенты Рөстәм Хәмитов та билдәләне. Беҙҙеңсә, бындай мәсьәләне ашығыс, бөтә ил, хатта республика күләмендә хәл итергә ярамай. Был бик күп инвестиция талап итә, хәүеф тә ҙур. Шуға күрә төбәктәге алдынғы мәктәптәрҙең береһе — Республика башҡорт лицей-интернаты — нигеҙендә смарт-белем биреү өлкәһендәге эшмәкәрлектең республика үҙәген ойошторорға тәҡдим итәбеҙ, — ти Артур Бастанов. — Әлбиттә, инфраструктура өсөн оҙайлы ресурстар талап ителәсәк. Был квартал аҙағында уҡ файҙа килтерерлек ҡыҫҡа ваҡытлы проект түгел. Республика етәксеһе Башҡортостанды үҫтереүҙең кәмендә тиҫтә йыллыҡ стратегияһын билдәләй. Шуға күрә проектҡа йомғаҡты киләһе быуындың яһауы ла ихтимал.

Иң яҡшы тәжрибәләргә нигеҙләнә


Смарт-белем биреү ябай һәм аңлайышлы аҙымдарҙан башланасаҡ. Федераль белем биреү стандарттарына ярашлы сифатлы электрон уҡытыу ойоштороласаҡ. Был системаға республиканың иң яҡшы уҡытыусыларын йәлеп итеү күҙаллана. Республика башҡорт лицей-интернаты менән Мәғариф министрлығы араһында бәйләнеш яйға һалынған, шуға күрә алыҫ ауыл мәктәптәрендәге балалар менән иң яҡшы гимназияларҙа белем биргән уҡытыусылар шөғөлләнәсәк. Иң мөһиме — партнер мәктәптәр һәм тьюторҙар системаһын ойошторорға кәрәк.
— 5–10 йылдан мобиль ҡулайламалар, уйындар, симуляторҙар ярҙамында уҡытыу мөмкинлеге биргән TIN CAN API стандарты кеүек алдынғы технологияларҙы ғәмәлгә индерә, уҡыусының әүҙемлеген, белем алыу барышын күҙәтә аласаҡбыҙ. Беҙҙең бурыс — сит илдәрҙең уңышлы тәжрибәһен үҙебеҙҙең ерлеккә күсереү. Башҡортостандың смарт-белем биреү программалары инкубаторына әүерелеү өсөн мөмкинлеге киң, — тигән фекерҙә Артур Бастанов.

Ниңә башҡорт лицей-интернаты һайланды?


Проектты эшләүселәр билдәләүенсә, был йәһәттән байтаҡ үҙенсәлек иҫәпкә алынған. Беренсенән, әлеге лицей-интернат техник йүнәлештәрҙе үҙ итә. Уны тамамлағандарҙың яртыһынан күберәге техник вуздарға уҡырға инә.
Икенсенән, былтыр мәктәптәрҙе мәғлүмәтләштереүҙең республика программаһына ярашлы Башҡортостандың Мәғариф министрлығы лицейҙың компьютерҙарын яңыртты, ә Мәктәпте тамамлаусылар фонды сервер һатып алды, Wi-Fi ҡуйҙы.
Өсөнсөнән, лицей яҡшы матди һәм педагогик базаға эйә, республика райондары менән яҡшы бәйләнеш булдырған. Бына 15 йыл инде ул Башҡортостандың Мәғариф министрлығы менән берлектә 20 район үҙәгендә һәләтле балалар өсөн төбәк олимпиадаһы үткәрә. Тап шуға күрә төбәк смарт-белем биреү системаһы Республика башҡорт лицей-интернатында һыналасаҡ.
— Мәктәптә проектты тормошҡа ашырыу өсөн бөтәһе лә бар: уҡытыусылар, тьютор-тәрбиәселәр, техник саралар, Интернет. Робот техникаһы һәм инглиз теле буйынса ярыштарҙағы уңыштарыбыҙ ҙа уҡытыу кимәлен асыҡ сағылдыра, — ти лицей-интернат директоры Фәнил Нуриев.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә