Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Балаларығыҙҙы тәрбиәләүҙе иң кескәй саҡтарынан башлағыҙ. Уларҙың күңеленә күркәм холоҡ орлоҡтары сәсегеҙ. Кешелеклелек һәм изгелектең нисек булыуын аңлатығыҙ, урынына ҡарап бер аҙ йомшаҡ һәм ваҡытына ҡарап бер аҙ ҡатылыҡ та күрһәтегеҙ, ләкин ҡурҡып түгел, тулыһынса дөрөҫ эшләүен аңлап, һүҙегеҙ буйынса ғәмәл итеүсе булыуҙары менән ғорурланығыҙ.
Балаларығыҙҙың үҙҙәрен һәм уларҙың күҙ алдында башҡаларҙы һүкмәгеҙ. Әгәр кешегә яман һүҙ әйткәнен ишетһәгеҙ, ҡаршы булығыҙ, һүгергә өйрәнмәһендәр.
Балаларығыҙ алдында үҙегеҙҙе хөрмәтле тотоғоҙ, улар һеҙҙән ғорур булырға өйрәнһен, шуның арҡаһында ғаилә эсендә татыулыҡ һәм мөхәббәт хөкөм һөрөр. Уларға һис бер ваҡытта ялған һөйләмәгеҙ, яман доға ҡылмағыҙ. Бындай нәмәләр уларҙы яман һөйләргә өйрәтеү була, атаның хөрмәтен кәметә.
Ҡатынығыҙ тәрбиәләй башлаһа, араларына инмәгеҙ. Һеҙ берәй нәмә аңлатҡанда ҡатынығыҙ ҙа тыйылһын. Әгәр шулай эшләһәгеҙ, был тәрбиә түгел, бәлки тәрбиәһеҙлектер. Сөнки бындай хәлде күргән бала үҙен ҡыйырһытылған тип уйлар, һис бер тәрбиә алмай, ата менән әсә араһында ҡасып, ошаҡлап йөрөр.
Был донъяла кешеләрҙең ҡиммәте тик үҙ тырышлығы менән булыуын һәм һәр кем үҙ эшен үҙе күрергә бурыслы икәнен балаларығыҙға аңлатығыҙ. Кешегә таянып һәм тик бәхет, хәйер-доғаларға өмөт итеп кенә торорға өйрәнмәһендәр.
Иман һәм дин хөкөмдәрен, фарыз һәм харамдарҙы өйрәтегеҙ, ғәмәлдәрҙе ҡылдырырға ғәҙәтләнегеҙ (Дини тәрбиәне йәш сағында алған бала ҙурайғас та юғалмаҫ).
Балаларығыҙға файҙалы маҡсаттар ҡуйыуҙа ярҙам итегеҙ, мөмкин булһа, был юлда аҡса ҡыҙғанмағыҙ. Уларҙы кеше ишектәренә йөрөргә, хәйерһеҙ эш эшләргә мәжбүр итмәгеҙ.
Балаларығыҙ өсөн мал йыйып та, уларҙы тәрбиәләүҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, малды уларҙың тәрбиәһе юлында сарыф итегеҙ. Бөтмәй торған мираҫ — гүзәл тәрбиә биреү икәнен белегеҙ. Дөрөҫ тәрбиә булмаһа, балалар өсөн донъя тулы алтын ҡалһа ла файҙаһы булмаҫ. Тәрбиәһеҙлектәре — бәхетһеҙлектер, уның өҫтөнә мираҫ итеп ҡалған алтындар икенсе бәхетһеҙлек булыр.
Балаларығыҙҙы белем усаҡтарына ебәреп, үҙегеҙ уларҙың хәлен белешмәй тормағыҙ. Хәлдәрен даими күҙәтегеҙ, бөтәһен дә күҙ уңында тотоғоҙ. Хатта китап, яҙыу әсбаптарына тиклем аңлап, белеп тороғоҙ.
Ихтыяждарын үтәгәндә бөтәһен дә бер тигеҙ күрегеҙ. Бүләк биргәндә барыһына ла тигеҙ бирегеҙ. Бындай нәмәләр уларҙы ғәҙеллек һәм инсафлыҡҡа өйрәтеү була. Береһенә йәшереп бер нәмә биреп: “Һаҡ бул, туғандарың белмәһен!” — тип әйтеүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки былай итеү уларға йәбер һәм золом, алдау һәм хыянат кеүек нәмәләргә өйрәтеү, һаранлыҡ һәм үҙ-үҙен һөйөү кеүек боҙоҡлоҡ орлоҡтарын күңелдәренә сәсеү була.
Көстәре етерлек булғас, балаларығыҙға эштәрегеҙҙе һәм һөнәрҙәрегеҙҙе өйрәтегеҙ. Фекерҙәрегеҙ менән таныштырығыҙ. Донъя көтөү өсөн уларҙың күҙен асығыҙ. Тормош ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Хеҙмәтселәрегеҙ менән түгел, үҙегеҙ менән бергә йөрөтөгөҙ. Ашау-эсеүҙе ваҡытында күҙ уңында тотоғоҙ. Зиһендәрен асырлыҡ нәмәләр һөйләгеҙ һәм нисек булһа ла аҡылдарын нурландырығыҙ. Кәсеп һәм һөнәрҙәр менән дуҫлаштырығыҙ. Ваҡыты еткәс, изге ғаилә ағзалары менән өйләндерегеҙ.
Балаларығыҙҙы кеше итеп иҫәпләгеҙ, уларҙың әҙәм булыуҙарын теләгеҙ. Әсәләре менән гүзәл һәм шәриғәт әҙәбе буйынса мөнәсәбәттә булығыҙ. Бала мөхәббәте ата менән әсә араһында уртаҡ икәнен балаларығыҙға ғәмәлдәрегеҙ менән белдерегеҙ. Әгәр улар һеҙҙән бындай нәмәләрҙе күреп үҫһә, үҙҙәре һеҙҙән алған тәрбиәһе арҡаһында үҙ ҡатындары менән дә гүзәл тормош көтөр һәм үҙ балаларын тәрбиәләгәндә кәмселектәр ебәрмәҫ.
Ваҡыты еткәс, әҙәп ҡағиҙәләре менән таныштырығыҙ. Ҡөрьән шәрифте өйрәтегеҙ. Көсөгөҙ еткәнсе мал, аҡса бирегеҙ. Тәрбиәләгеҙ, донъяла йәшәү өсөн кәрәкле кәсеп һәм һөнәрҙәрҙе яратырға өйрәтегеҙ. Күңелдәренә көс бирегеҙ, олуғ кешеләрҙең тормоштары тураһында һөйләгеҙ.
Ҡыҙҙарығыҙҙы камил иғтибар менән уҡырға, яҙырға өйрәтегеҙ. Ваҡыты еткәс, тик байлыҡҡа ғына ҡарап, тәрбиәһеҙ, үҙҙәренә тиң булмаған ҡарттарға түгел, тәрбиәле, гүзәл тәбиғәтле кешеләргә тапшырырға тырышығыҙ. Туй һәм йыһаз өсөн артыҡ мәшәҡәтләнмәгеҙ. Тәрбиәле булыу кеүек бөйөк йыһаз һәм шөһрәтле туй һис табылмаҫ.


Автор: Ризаитдин ФӘХРЕТДИНДЕҢ “Нәсихәттәр” китабынан.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә