Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылмайып-көлөп кенә
— Рядовой Иҫәнов! Автоматты таҙартыуҙы нимәнән башларға кәрәк?
— Тәүҙә заводта һуғылған номерын тикшереү кәрәк, иптәш сержант!
— Нисек инде улай?!
— Бүтән кешенең автоматын таҙартҡы килмәй бит.

* * *

Һалдат яратҡан ҡыҙынан хат ала. "Ғәфү ит, мин һине башҡаса һөймәйем, шуға ла фотомды кире ебәр", тип яҙған, ти, ҡыҙ. Егет аптырап йөрөй ҙә бер хәйлә менән үсен алырға була. Бер мәл взводтағы бөтә егеттәрҙән ҡыҙҙарының фотоһын йыйып ала ла хатҡа һалып ебәрә. Ҡош телендәй хәбәр ҙә өҫтәй: "Һөйөклөм, һин дә мине берүк ғәфү ит, сөнки йөҙөңдө бер ҙә хәтергә төшөрә алмайым. Ошолар араһынан үҙеңдең фотоңды тап та, ҡалғандарын кире миңә ебәрерһең".

* * *

Замполит яңы килгән һалдаттарҙы сафҡа теҙә лә һорау бирә башлай:
— Рядовой Әмиров, нимә ул Ватан?
— Әлләсе...
— Кит, томана, шуны ла белмәйһеңме? Ватан — ул һинең әсәйең!
Артабан "имтихан алыу" дауам итә:
— Рядовой Сабитов, нимә ул Ватан?
Был һорауҙы ишеткәс тә, Сабитовтың йөҙө асылып, ауыҙы ҡолағына етә. Шунан ул көр тауыш менән, урынынан алға ҡуҙғала биреп, дәртләнеп яуап ҡайтара:
— Ватан — ул Әмировтың әсәһе!

* * *

Прапорщик сафҡа теҙелгән һалдаттарға мөрәжәғәт итә:
— Кемде картуф ҡаҙырға үҙем менән алып барырға? Теләүселәр бармы?
Ике генә һалдат, ризалығын белдереп, бер аҙым алға баҫа.
— Үәт, исмаһам, бөркөттәр! — тип йылмая прапорщик. — Тимәк, һеҙ икәү минең менән машинала ултырып барырһығыҙ, ә ҡалғандары йәйәү атлар.

* * *

"Әрмегә тиклем мин шул тиклем тыныс йоҡлай инем, сөнки белдем — беҙҙең илде һаҡлайҙар! Ә инде үҙем хеҙмәт иткәндә йүнләп йоҡо төҫө күрмәнем, сөнки ил һағында торҙом. Әрменән ҡайтҡас, бөтөнләй йоҡо ҡасты, сөнки илде нисек һаҡлағандарын яҡшы беләм!"

* * *
Әрмегә алынасаҡ егетте күҙ табибы тикшерә:
— Был ниндәй хәреф?
Егет яуап бирмәй. Аптыраған табип, ҙурыраҡ хәрефте күрһәтеп:
— Ә быныһы ниндәй? — тип һорай.
Яуап ишетелмәй. Егеттең һаман да өнһөҙ тороуына шаҡ ҡатҡан табип, инде нимә эшләргә белмәй, таблицаның иң башындағы аҡшайып торған хәрефкә төртә.
— Ә быныһын күрәһеңме?
— Күреүен ни, бөтәһен дә күрәм дә ул, тик ниндәй хәреф икәнен генә хәтергә төшөрөп булмай.

* * *
Прапорщик көҙгө алдында сәсен тарай:
— Нишләптер ҡойола...
Эргәһендә торған һалдат:
— Яҙ бит. Яҙ көнө эттәр ҙә йөнөн ҡоя!

* * *
— Иптәш прапорщик, ниңә театрға иҫерек килеш барҙығыҙ?
— Айыҡ булһам, унда юл тотоу башыма ла инмәҫ ине...

* * *
Командир һалдаттарға:
— Һеҙ дошманығыҙҙан күҙ ҙә алмаҫҡа тейеш! Вахитов, һин миңә нишләп тексәйҙең?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә