Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Батырҙарыбыҙҙан оялабыҙмы?
Батырҙарыбыҙҙан оялабыҙмы?Шакирйән Мөхәмәтйәнов... Ул әле һаман дошман амбразураһын күкрәге менән ҡаплап яуҙаштарының ғүмерен ҡотҡарған Александр Матросов булып йөрөй. Әлбиттә, уның СССР-ҙа йәшәгән барлыҡ милләттәр өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө булыуы ғорурлыҡ тойғоһо уята, тик яҡташыбыҙҙың урыҫ кешеһе тип йөрөтөлөүе, уның рәсми танылмауы барыбер йөрәкте әрнетә.

Кем белә, заманына күрә "өлкән ағай"ҙың аҙашы булып китмәһә, Шакирйән Мөхәмәтйәновты әллә ни данламаҫтар ҙа ине, бәлки. Шуға ла билдәле публицист, яҙыусы Рәүеф Насировтың Александр Матросовтың Шакирйән Мөхәмәтйәнов булыуын иҫбатлаған кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәре, яңынан-яңы документтар табыуы, батырыбыҙҙы яҡшы белгән, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән кешеләр менән хатлашыуы, алһыҙ-ялһыҙ күп ерҙәрҙе гиҙеүе, йәғни хәҡиҡәтте иҫбатлау юлындағы егерме (!) йыллыҡ хеҙмәте интернационализм һеңдергән ҡараштар менән бәрелеште лә инде.
Ни сәбәпле бындай иҫ киткес ауыр эшкә тотонған һуң Рәүеф Насиров, быға нимә этәргес биргән? Әлеге көндә ауыр сирҙән түшәккә йығылған ағай былай тип хәтерләй:
– Миңә был эшкә тотонорға халыҡ үҙе этәргес бирҙе. 1988 йыл. Учалыла "Ураҡ һәм сүкеш" район гәзите мөхәррире йөгөн тартҡан саҡ. Ҡунаҡбай ауылынан Батырҙарыбыҙҙан оялабыҙмы?Шакирйән менән бергә уйнап үҫкән дуҫтары – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан, уның уҡытыусыларынан мөрәжәғәттәр яуа башланы. Ни тиһәң дә, ул унда икенсе класты тамамлап киткән. Тик бының өсөн дәлилдәр, документтар кәрәк! Тотош районды гиҙеп сыҡтым, уны белгән кешеләр менән осраштым. Тик документтарға килгәндә, ауыл Советынан "убыл" тигән справка ғына табылды. Холҡо бигерәк дыуамал булған. Ул саҡта Сәфәр ауылы эргәһенән Мейәскә алтын рудаһы ташығандар, Шакирйән шунда сығып киткән еренән ауылына башҡаса ҡайтмаған.
Рәүеф Насиров һаман эҙләнеүен туҡтатмай, сөнки ул халыҡтың ышанысын аҡларға тырыша. Бер саҡ көтмәгәндә Великие Луки ҡалаһынан Бондаренко-Снитин тигән кешенән хат ала. Ул атаһының һуғышта ниндәй шарттарҙа һәләк булыуын эҙләп архивтарҙа ҡаҙынған саҡта Матросовтың документтарына юлыҡҡан икән. Ҡағыҙҙар араһында уны дошман амбразураһына ҡаршы ебәреү тураһында фарман да була. Ошо уҡ документта бер түгел, өс башҡорт егетенең үлем сәскән ут нөктәләрен юҡ итергә тейешлеге хаҡында яҙылыуы ла ғәжәп хәл!
Артабан Рәүеф Насиров менән Бондаренко-Снитин хатлаша башлай. Урыҫ кешеһе, Рәүеф Хәй улының дәлилдәренә һылтанып, телевидение аша сығыш та яһай. Әлбиттә, уға көслө мәғлүмәт һөжүме ойошторола, ләкин уның яуаптары кире ҡаҡҡыһыҙ була.
Рәүеф Насировтың башланғысына ҡаршы сығыусылар ҙа табылмай ҡалмай. Иң беренсе... ул саҡтағы Башҡортостан Яҙыусылар союзы күтәрелеп сыға! Ә "Советская Башкирия" гәзитендәге яҙмалар хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Авторҙың "Ҡайҙан һин, Матросов?" китабының артында кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр һәм документтар бирелеүе етмәгәндер инде, күрәһең. Бына шуларҙың берәүһен генә миҫалға килтерәйек: табылған бер фотоһүрәттә Александр Матросовтың Шакирйән Мөхәмәтйәнов менән оҡшашлығын илдең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән һәм уны белгән кешеләр генә түгел, СССР Юстиция министрлығының суд экспертизаһы һығымтаһы ла раҫлай!
Әлбиттә, Рәүеф Хәй улын дәртләндереп, рухландырып тороусылар ҙа етерлек була. Мәҫәлән, "Совет Башҡортостаны" гәзите, ул саҡтағы баш мөхәррир Мансур Әйүпов менән уның урынбаҫары, шағир Сафуан Әлибаев. Артабан кинорежиссер Әнүәр Нурмөхәмәтов ярҙамға килә. Улар Башҡортостанда ғына түгел, илебеҙҙең бихисап урындарында булып, бер түгел өс документаль-нәфис фильм төшөрә.
Сер түгел: Рәсәй телеканалдары ла сенсация эҙләргә ярата. Был хаҡта "Рәсәй" менән Санкт-Петербургтың "5 канал"ында ла тапшырыу эфирға сыға. Урыҡ-һурыҡ ҡына мәғлүмәттәр яңғырай, ә Рәүеф Насиров урынына Бондаренко-Снитин, СССР-ҙың Сәнғәт академияһы президенты Глазунов кеүектәр сығыш яһай. Тик ҡолаҡҡа ятышлы бер генә фекер еткерелә: батырҙың, ысынлап та, Башҡортостандан икәнлеге бәхәсһеҙ!
Рәүеф Насиров 1992 йылда башҡорт телендә донъя күргән "Ҡайҙан һин, Матросов?" китабын 1994 йылда урыҫса нәшер итә. Әммә шунан һуң да эҙләнеүҙәрен туҡтатмай һәм өр-яңы документтар, иҫтәлектәр нигеҙендә 2007 йылда Учалы ҡала типографияһында "А. Матросов: поиск истины" тигән китабын баҫтыра. Үкенес: ауыр сир арҡаһында түшәктә һыҙланып ятҡан ағайҙың һуңғы хеҙмәте булыр был, моғайын.
– Маҡсатҡа өлгәштек тип әйтә алмайым, – ти Рәүеф ағай. – Батырыбыҙ рәсми рәүештә танылманы. Ләкин мин, журналист булараҡ, халҡым алдында үҙемдең бурысымды барынса үтәргә тырыштым.
Республика кимәлендә булһа ла батырыбыҙҙың башҡортса исемен рәсмиләштереү мөмкин түгел инеме ни? Әлбиттә, мөрәжәғәт ебәрелгән, ләкин телдән генә кире яуап алынған. Имеш, Чечняла ҡан-ҡойош барған мәлдә бының... милләт-ара ыҙғышҡа килтереүе ихтимал. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та!
– Санкт-Петербургтан тарихсы Набойщиков, башҡорт халҡы үҙ батырҙарын күтәрә белмәй, ҡурҡа, тип йөрәккә үтерлек бер фекер әйткәйне, – ти Рәүеф ағай. – Уйлап ҡарағыҙ: урыҫ кешеһе шулай ти!
Иҫән сағында яҡташым, кинорежиссер Әнүәр ағай Нурмөхәмәтовтың әсенеп: “Күрше республика күптән инде Шакирйән Мөхәмәтйәновты "беҙҙеке" тип йөрөтә. Ә беҙ үҙ батырҙарыбыҙҙан оялабыҙ!” – тигәне әле лә йөрәкте телгеләп тора.
Үҙ батырҙарыбыҙҙы күтәрә белмәгәс, уларҙы күтәргән ҡыйыу милләттәштәребеҙ ике ятып бер төшөбөҙгә инмәйҙер, ахыры. Рәүеф Насировҡа республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһын биргәндә үҙе иҫән сағында хеҙмәтенең лайыҡлы баһаланыуы әрнеү-әсенеүҙәренә бер дауа булыр ине, исмаһам. Шулай уҡ Башҡортостан "Юлдаш" телевидениеһы аша әлеге өс фильмды әленән-әле күрһәтеп тороу, уларҙы күбәйтеп, һатыуға сығарыу һәм Интернетҡа һалыу ҙа артыҡ күпте талап итмәй. Быйыл 27 февралдә Шакирйән Мөхәмәтйәновтың ҡаһарманлыҡ ҡылыуына 70 йыл тула, ошо уңайҙан батырыбыҙ рухына баш эйеү ҙә булыр ине был.


Автор: Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә