Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөҙ йәшлек яугир
Йөҙ йәшлек яугирБаҙыҡ, ышаныслы баҫып йөрөгән был уҙаманға һис тә 100 йәште бирерлек түгел. Былтыр Башҡортостан Диңгеҙ йыйылышының бөтә сараларында ла Апуш Байымбәтов алғы рәттә булды.

Октябрҙә Өфөләге Еңеү паркында үткәрелгән байрам тантанаһында башҡа ветерандар менән бергә баҫып торҙо, йәнәш атлап йөрөнө. Ә инде Башҡортостан моряктарына арналған иҫтәлекле комплексҡа тәүге нигеҙ ташы һалғандан һуң кемдер: “Сафтағы ветерандар араһында 100 йәшкә еткән полковник бар”, – тигәс, Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ армия генералы Лобов, һоҡланыуын йәшермәйенсә, Апуш ағай менән әңгәмәләште. Геройыбыҙ тыныс холоҡло, кешегә ихтирамлы, аралашыусан, шул уҡ ваҡытта шаяртып та ала.
Апуш Арыҫлан улы 1913 йылда Саҡмағош ауылында тыуған. Үҙҙәрендә белем алғас, финанс техникумын уңышлы тамамлай, сельпола эшләй. Оҙаҡламай уны Алыҫ Көнсығышҡа һалдат хеҙмәтенә саҡыралар. Офицер курстарынан һуң интендат булып хеҙмәт итә. 1938 йылда Хәсән күле янындағы бәрелештә ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Алыҫ Көнсығышта урынлашҡан 92-се уҡсылар дивизияһында финанс бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара.
Немец фашистары Советтар Союзына ҡаршы һуғыш башлағас, Апуш Арыҫлан улы хеҙмәт иткән дивизия Ленинград фронтына оҙатыла. 1942 йылдың майында ҡамауға эләгеп, тар ғына коридор аша үҙебеҙҙең армия яғына сығалар. Унан тағы һуғыш яланы, йәнә ҡамау…
Бер нисә ай госпиталдә ятҡандан һуң ҡаты алышта тағы яралана, әсирлеккә эләгә. Бәхеткә күрә, бер төркөм иптәше менән юл табып, фронт линияһы аша сығыуға өлгәшә. Бынан һуң уларҙы ныҡ тикшерәләр. Апуш Байымбәтовтың ғәйебе табылмай. Уны тулыһынса аҡлап, партбилетын, офицер званиеһын кире бирәләр һәм 26-сы гвардия артиллерия бригадаһының финанс бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Был ғәскәр сафында Апуш Арыҫлан улы Көнбайыш Украинаны, Польшаны азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша, батырлығы өсөнсө тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән баһалана.
Еңеү көнөн Прагала ҡаршы ала ул. Һуғыш тамамланғас, майор Байымбәтов Австриялағы Совет хәрби часында хеҙмәт итә.
Апуш Арыҫлан улы, 1956 йылда полковник дәрәжәһендә отставкаға сыҡһа ла, финанс өлкәһе белгесе булып эштә ҡала, Севастополдең почетлы гражданы исеменә лайыҡ була. 1960 йылда ғына Өфөгә ҡайтып, ҡаланың сауҙа бүлегенә өлкән инспектор булып эшкә урынлаша. Бында 25 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, 1985 йылда 73 йәшендә хаҡлы ялға китә.
Йөҙ йәшлек яугир бөгөн дә әүҙем тормошта йәшәй: көн дә гимнастика яһай, йәш быуын вәкилдәре менән йыш осраша.
– Боҙ өҫтөндә балыҡ тотоуҙан 95 йәш тулғас ҡына баш тарттым, ә йәй көндәре был мауыҡтырғыс шөғөлдө һаман да дауам итергә уйым бар, – ти отставкалағы полковник.
Былтыр Еңеү байрамы айҡанлы Адмирал Макаров урамындағы 156-сы мәктәп уҡыусылары янына осрашыуға барҙыҡ. Диңгеҙ йыйылышының матбуғат секретары өлкән мичман Ринат Иҡсановтың тырышлығы менән белем усағында диңгеҙ флотын һөйөүселәр клубы, музей ойошторолған. Уҡыусылар Апуш Арыҫлан улының сығышын һоҡланып, ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Ҡайтышлай Октябрь проспекты аша сығырға кәрәк ине.
– Әйҙә, ағай, оҙатып ҡуяйым, – тинем.
– Миңә ярҙам кәрәкмәй! – тип туп-тура баҫып китте бер быуат йәшәгән яугир.


Автор: Әнәс ҠАРАБУЛАТОВ, хеҙмәт һәм тыл ветераны, Хәрби-диңгеҙ авиацияһының запастағы өлкән техник лейтенанты


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә