Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ватанды һөйөү — имандың бер өлөшө
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:

Бисмиллаһир-рахманир-рахим.
Рәсүл-Әкрам саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм бер мөбәрәк хәҙисендә: “Ватанды һөйөү — имандың бер өлөшө”, — тип әйткән. Еребеҙҙә әҙәм балаһына йәшәү өсөн бөтөн мөмкинлек бар: һыуы ла, һауаһы ла, ризығы ла, урманы ла. Тормоштоң төп сығанағы — ер. Унда төрлө йәшелсә, еләк-емеш үҫә, ағасынан, ташынан йорттар төҙөйбөҙ.
Донъяла ниндәй генә климат юҡ: йыл әйләнәһенә ҡыш булған, көн менән төн алты айҙан ғына алмашынған, башында йәйен-ҡышын ҡар ятҡан таулы урындар, утрауҙар... Уларҙа халыҡ меңдәрсә йыл ғүмер итә, тәбиғәт шарттарына яраҡлаша, урындағы ризыҡты ашай һәм уны икенсе ергә күсереү мөмкин дә түгел. Хайуандар ҙа шулай. Мәҫәлән, Төньяҡ Боҙло океандың аҡ айыуын экваторға илтә алмайбыҙ, был мөмкин булған хәлдә лә, йәнлек унда йәшәй алмаясаҡ. Шуның шикелле, әҙәм балаһы ла кендек ҡаны тамған ерендә ғүмер итә, балаларын үҫтерә, нәҫелен тарата.
Ватанды һөйөү — ерҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн үҙ өлөшөңдө индереү ул. Тыуған төйәгебеҙҙең алға барыуын теләйбеҙ икән, быға булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Ата-бабабыҙ йәшәгән еребеҙҙе һаҡлаған, уға зарар килтермәгән, байлығын исраф итмәй генә ҡулланған. Мәҫәлән, тирмәне күсереп йөрөткәндә, ерҙе ҡаҙып, уның ҡара тупрағына зарар килтермәгәндәр, ипле генә ҡорғандар. Киткән саҡта ла арттарынан бер ниндәй сүп-сар ҡалдырмағандар. Һуңғы 70 йыл тирәһе ваҡытта иһә ергә бындай ихтирамдың түбәнәйеүен күрәбеҙ. Битарафлыҡтың һөҙөмтәһе, әлбиттә, үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтасаҡ.
Ер — йәшәйешебеҙҙең сығанағы, тинек. Уны юҡҡа ғына әсәй менән сағыштырмағандар. Ер саф икән, ундағы ризыҡ таҙа, әҙәм балаһының сәләмәтлеге ныҡ була.
“Тыуған ерҙе һөйөү — имандың бер өлөшө” тип әйтелгән икән, Ватаныбыҙҙы (ә уға ата-әсәбеҙ, телебеҙ, тарихыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ һәм башҡа изге төшөнсәләр инә) һаҡларға, үткәндәрҙән һабаҡ, тәжрибә, аҡыл алып, илебеҙ башҡа дәүләттәрҙән артҡа ҡалмаһын өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә, аҡыллы, зиһенле балалар үҫтереп, ошо ерҙә ғүмер итергә тейешбеҙ. Шул саҡта Башҡортостаныбыҙ Рәсәйҙең матур, таҙа, тыныслыҡ, әхлаҡ һәм тәрбиә төбәге буласаҡ.
“Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын”,
тиелә халыҡ йырында. Башҡортостаныбыҙҙы, Рәсәй дәүләтселеген һаҡлау өсөн милләтебеҙ бихисап батырын ҡорбан иткән. Бөгөн дә улдарыбыҙҙы аҡыллы, көслө итеп тәрбиәләп, илдең тыныслығына үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә бурыслыбыҙ, сөнки Ватаныбыҙҙың азатлығын, бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү ҙә — имандың бер өлөшө. Был йәһәттән беҙгә ата-бабабыҙҙың ҡаһарманлығы — ҙур өлгө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә