Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Улар мәрхәмәтлек өсөн дә яуаплы
Улар мәрхәмәтлек өсөн дә яуаплы"Башҡортостанда эшләүсе был компания шунса килем алған да, шунсаһын мәрхәмәтлек маҡсатында ҡулланған, теге компания табышының шунса өлөшөн социаль объекттар төҙөлөшөнә тотонған", тигән ҡоро отчеттар йыш күренә хәҙер. Республикабыҙҙа ҙур предприятиелар бихисап. Шуларҙың иң ҙуры һәм танылғандарының береһе — "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы. Ә иң мөһиме — улар үҙ эшмәкәрлеген асыҡ алып бара һәм "социаль яуаплы бизнес" тезисына тоғролоҡ һаҡлай. Бюджетҡа һалым, урындағы халыҡты эш урындары менән тәьмин итеүҙән тыш, улар республикала мәрхәмәтлелек менән дә бик әүҙем шөғөлләнә.

Чемпиондар үҫтерергә нигеҙ бар

Быға республика журналистары үҙҙәре инанды. Ошо көндәрҙә компания Мишкә, Асҡын, Борай, Балтас һәм Тәтешле райондарына ҙур пресс-тур ойошторҙо. Осраҡлы һайланманы был төбәктәр — унда барып, бөгөн саҡ төҙөлөүсе һәм эштәр тамамланып файҙалыныла башлаған объекттарҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек.
Бәлки, күптәр белеп тә етмәйҙер, әммә "Башнефть"тең төбәгебеҙ үҫешенә өлөшө әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Улар иҫәбенә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт, мәҙәниәт, дин, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары төҙөлә йә булғандары төҙөкләндерелә. Финанслау 2009 йылда булдырылған "Система" мәрхәмәтлек фонды аша алып барыла. Фонд аша 2009 — 2011 йылдарҙа ғына республика ҡала һәм райондарының социаль инфраструктураһын үҫтереүгә 5,217 миллиард һум аҡса бүленгән.
Башҡортостандың төньяҡ райондарына алыҫ һәм үтә йөкмәткеле сәфәребеҙ таң менән башланды. Әммә ул төбәктәргә юлланыр алдынан Өфөләге ике объектта булып китергә тура килде. Улар "Өфө-Арена" боҙ һәм ҡаланың Спорт һарайҙары ине. Был ике бинаның һуңғы арала яҡшы яҡҡа үҙгәреүен уларҙы күргән һәр кем билдәләй. Эш шунда: яңы ғына республикала Йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үтте. Мөһим сараға беҙ бик лайыҡлы әҙерләндек. Ике спорт һарайы ла ялтлап тора ине. Эйе, ҙур спорт ҙур аҡса талап итә. Спорт объекттары төҙөү ҙә арзанға төшмәй. Бында "Башнефть"тең өлөшө әйтеп бөткөһөҙ ҙур булған.
"Өфө-Арена" һәм Спорт һарайы буйлап "Салауат Юлаев" хоккей командаһының матбуғат идаралығы начальнигы Алик Аллаяров экскурсия уҙғарҙы. Беҙ барғанда, иртәнге һигеҙ ҙә тулмауға ҡарамаҫтан, бында тормош гөрләй ине. Бәләкәй генә малайҙар сәкән тотоп шайба артынан боҙ аренаһы буйлап ҡыуыша. Баҡтиһәң, бында шөғөлләнеү бик иртә башлана һәм көнө буйы дауам итә. Ул да бик етмәй әле. Йәштәргә һәм балаларға шөғөлләнергә өҫтәмә урын, командаларға күнекмәләр уҙғарыу өсөн бәләкәй боҙ аренаһы һалынған. "Башнефть"тең өлөшө тап ошонда күренә лә инде. Аҡса майҙан төҙөлөшөнә, махсус ҡорамалдарға, вентиляция системаһына тотонолған. Шулай уҡ 200 машинаға тәғәйенләнгән туҡталҡа, тренажер, спорт залдары, душ бүлмәләре һәм башҡалар яһалған.
Ә бына Спорт һарайындағы үҙгәрештәрҙе ҡоралланмаған күҙ менән дә күрергә була. 50 йыл самаһы элек төҙөлгән һарайға төҙөкләндереү күптән кәрәк ине. Бөгөн уның тышҡы йөҙөнә тиклем үҙгәреш кисергән. Фасады күркәмләнгән, эстә бөтә ерҙә лә тиерлек ремонт яһалған, стеналар ҡалынайтылған, түбә алмаштырылған. Баш инженер Марат Сафин әйтеүенсә, был эштәрҙе башҡарыу һөҙөмтәһендә Спорт һарайын йылытыуға өлгәшеп булған. Ысынлап та, элек бында күпкә һыуыҡ ине, ә хәҙер яңы технологиялар ҡулланып эшләнгән ремонт уны ярайһы уҡ йылытҡан. Инвалидтар өсөн дә спорт ярыштарын ҡарау хәҙер күпкә уңайлы буласаҡ. Тамашасылар өсөн ултырғыстар алмаштырылған, улар күркәм һәм йомшаҡ. Тағы шуныһы: яратҡан команда өсөн "ауырыу" ҙа хәҙер рәхәтерәк, ни өсөн тигәндә, махсус технологиялар ярҙамында тамашасылар ултырған урын боҙ аренаһына ҡарағанда йылыраҡ итеп эшләнгән. Спортсыларҙың сисенеү һәм ял итеү бүлмәләрен дә ҡарап сыҡтыҡ. Унда ла бик уңайлы, иҙәнгә конькиҙы боҙмай торған лигопол йәйелгән. Душ бүлмәләре лә бик йәтеш.
Был ике спорт һарайындағы үҙгәрештәрҙе һүҙ менән генә һөйләп бөтөрлөк түгел. Барып күрмәй сара юҡ! Әйтергә кәрәк, бының форсаты ла сығып тора. Бына-бына уларҙа балаларҙың Халыҡ-ара ҡышҡы уйындары башланасаҡ. Аҡсаға килгәндә "Өфө-Арена"ның икенсе сираты төҙөлөшөнә 105 миллион һум һәм Спорт һарайын төҙөкләндереүгә 395 миллион һум тотонолған. Ошо тос ҡына ярҙам арҡаһында эштәр ваҡытлы тамамланды һәм баш ҡалабыҙ лайыҡлы кимәлдә халыҡ-ара сараларҙы ҡабул итте.
Эйе, ҙур аҡса. Әммә "Башнефть" спорт өсөн күберәк аҡсаны республиканың райондарына бүлә. Был аңлашыла ла, иң талантлы йәштәр төпкөлдән сыға бит. Улар мәрхәмәтлек өсөн дә яуаплыШулай әле компания аҡсаһына Тәтешле, Шишмә, Туймазы һәм Илеш райондарында заманса физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөлә. Уларҙың береһендә — Үрге Тәтешлелә — беҙ ҙә булдыҡ. Төҙөүселәр өр-яңы бинаны майҙа файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙә бирә. Иң мөһим эштәр башҡарылып бөткән, түбәһе ябылған. Эстә ҡайһы бер урындарҙа биҙәү башланған. Бында универсаль спорт залынан тыш ике бассейн да буласаҡ. Ҙуры — өлкәндәр, бәләкәсерәге балалар өсөн тәғәйенләнәсәк. Объектты файҙаланыуға тапшырыуҙарын тәтешлеләр ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Рәлиф Сәғитов әйтеүенсә, уларҙың районында спорт менән бөтәһе лә бик теләп шөғөлләнә.

Рәсәйҙә тиңе булмаған үҙәк

Мишкә районында ҙур, Рәсәйҙә тиңе булмаған Паралимпия үҙәге төҙөлөүе тураһында күптәр беләлер. Бындай ҡарар яҡташтарыбыҙ Паралимпия уйындарында тиңһеҙ еңеүҙәр менән ҡайтҡас ҡабул ителгәйне. Ә бына ул үҙәктең дә "Башнефть" аҡсаһына һалыныуы тураһында бөтәһе лә хәбәрҙар түгелдер әле, моғайын. Проектты тулыһынса финанслау компанияға 160 миллион һумдан ашыуға төшәсәк.
Беҙҙе Мишкә районы хакимиәте башлығы Виталий Андреев һәм төҙөлөүсе үҙәктең янында ғына урынлашҡан тауҙа шыуып күңел асыусы балалар ҡаршы алды. Әле бында бер үҙәк эшләй, әлбиттә. Әммә ул бәләкәй һәм инвалид-спортсыларҙың барлыҡ ихтыяждарын да ҡәнәғәтлендерә алмай. Спорт объекттары менән хакимиәт башлығы үҙе таныштырҙы. Ике ҡатлы Паралимпия спорт үҙәге 2013 йылдың сентябрендә тапшырылырға тейеш. Бында бер юлы 20 спортсы йәшәй аласаҡ. Үҙәктең төп үҙенсәлеге — махсус рәүештә физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тәғәйенләнгән 25 метрлыҡ бассейн. Шулай уҡ ҡунаҡхана бүлмәләре, күнекмә залы, сауна, ашхана, биатлонсылар өсөн оптик тир ҙа буласаҡ. Ғөмүмән, бина инвалид-спортсылар өсөн тулыһынса ҡулайлаштырыласаҡ.
— Республикала ғына түгел, илдә бының кеүек үҙәктәр юҡ әле. Ул асылыу менән урындағы халыҡ араһында спортҡа ылығыусылар һаны артыр тип ышанам. Беҙҙең төбәк тағы ла күберәк билдәле спортсылар үҫтерер, — ти Виталий Андреев.
Мишкәләр билдәле яҡташы, 2010 йылда Ванкуверҙа уҙған Паралимпия уйындары чемпионы, өс алтын һәм ике көмөш миҙал яулаусы Кирилл Михайловты теленән дә төшөрмәй. Бәлки, тап уның уңыштары ошо үҙәкте тап Мишкә ерендә булдырыуға ҙур этәргес биргәндер.

Эх, Таныпҡай буйҙары...

Сәфәребеҙ ике көн дауам итте. Ә, беләһегеҙме, журналистар төнгә ҡайҙа туҡталды? Республиканың билдәле һәм алдынғы шифаханаларының береһе — "Танып"та! Улар мәрхәмәтлек өсөн дә яуаплыЮҡ, осраҡлы эләкмәнек беҙ. Бында ла "Башнефть"тең ҡыҫылышы бар һәм ул бик һиҙелерлек. Шифахананың һыу менән дауалау үҙәген төҙөүҙә компания ҙур ярҙам күрһәткән икән. Ярҙам күләме — 50 миллион һум.
Бында көкөртлө һәм водородлы һыу менән дауалайҙар. Ул ғына түгел, ароматик ванналар ҙа дауалау программаһына индерелгән. Ял итеүселәрҙе быуын, гинекология, урология, ашҡаҙан, тын юлы, нервы, эндокрин системалары, тире ауырыуҙары һәм башҡа сирҙәрҙән ҡотолдоралар. Ә иң мөһиме — һыу дауалағысы менән ял бүлмәләре араһында йылы коридор төҙөлгән. Хәҙер үҙҙәккә барып дауа алыр өсөн тышҡа сығып йөрөү кәрәкмәй.
Бүлек көнөнә 500 кешене хеҙмәтләндерә ала. Шифахана буйлап экскурсия ваҡытында үҙенсәлекле ҡорамал — умыртҡаны һыу аҫтында тарттырыу ҡулайламаһын да күрһәттеләр. Улар республикала өсәү генә икән. Беҙгә, журналистарға, аромаванналарҙа ял итеү, көкөртлө һыуҙа дауа алыу һәм башҡа процедураларҙы ла һынап ҡарау мөмкинлеге бирелде. Көнө буйы йыйылған арыу ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Һыу — мең сиргә дауа, тиҙәр. Бының ысынлап та шулай икәнлегенә инаныу өсөн "Танып"тың һыу дауалағысына килеү ҙә етә!
Шифахана Асҡын районында компания ярҙам иткән берҙән-бер объект түгел. "Башнефть"тең киләсәк, балалар үҫешенә ҙур өлөш индереүе тураһында әйтеп киткәйнем инде. Район үҙәгендәге Балалар ижад үҙәге был һүҙҙәргә тағы бер дәлил булды. Бында 400-ләп бала шөғөлләнә. Үҙәк директоры Ләйсән Мөхтәбәрова әйтеүенсә, художество-эстетик, фәнни-техник, декоратив, туризм һәм тирә-яҡты өйрәнеү йүнәлешендә түңәрәктәр эшләй. Һәр кабинетта эш гөрләй. Береһендә тегеү-сигеү менән шөғөлләнһәләр, икенсеһендә һүрәт төшөрәләр, өсөнсөһөндә ҡамырҙан һындар әүәләйҙәр. Бейергә лә өйрәнә балалар. Компания үҙәкте төҙөкләндереү өсөн 30,6 миллион һум аҡса бүлгән.
Район үҙәгендә урынлашҡан "Василек" балалар баҡсаһының да "Башнефть"кә рәхмәте әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Шулай булмай ҙа — уны төҙөкләндереү өсөн 18 миллион һум аҡса бүленгән бит. Бина 30 йыллап элек һалынған. Хәҙер түбә, һыу үткәргес, ишек-иҙәндәр тулыһынса алмаштырылған. Тыштан да балҡып ултыра балалар баҡсаһы. Кескәйҙәр йылы, уңайлы баҡсаларын бик ярата һәм теләп йөрөй.

Күркәм мәктәптә уҡыуы ла күңелле

Борайҙа бер юлы өс мәктәпкә ярҙам күрһәтелә компания тарафынан. 1-се урта мәктәп былтыр үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләгән. Байрамға бүләк итеп мәктәпте яңыртырға булалар. Ә иң мөһиме — ремонт эштәре уҡыуға ҡамасаулыҡ тыуҙырмай. Ни өсөн тигәндә, эштәр майҙа имтихандар бөтөү менән башлана һәм 1 сентябрҙә иһә уҡыусыларҙы тулыһынса төҙөкләнгән мәктәп ҡаршы ала. 2-се башҡорт гимназияһы менән дә ошо уҡ хәл: бында ла төҙөкләндереүҙе йәйге ял осоронда башҡарып, уҡыуҙы бер көнгә лә туҡтатмайҙар. Ә район үҙәгендәге 3-сө мәктәптәре әле яңы. Уға нигеҙ 2008 йылда һалына һәм бер йылдан файҙаланыуға тапшырыла.
Борай уҡыусыларына рәхәт. Бөтәһе лә тиерлек күркәм уҡыу йорттарында белем ала. Уларға тырышып уҡыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Һәр мәктәптең уҡытыусылары һәм балалар ысын күңелдән компанияға рәхмәтен белдерҙе. Уҡыу йорттарын һалыу һәм төҙөкләндереү өсөн йәмғеһе 100 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. (10-ар миллион һум тирәһе 1-се, 2-се мәктәптәрҙе төҙөкләндереүгә тотонолһа, 80 миллион һумға 3-сө мәктәп һалына).
Мәктәптәр компанияның Борай районына берҙән-бер ярҙамы түгел. Баҡтиһәң, быға тиклем фильтрҙар иҫкереү сәбәпле район үҙәге халҡын таҙа һыу менән тәьмин итеү проблема тыуҙырған. Ә былтыр уларҙы автоматлаштырылған фильтрға алмаштырғандар. Борай ауылында 10 мең самаһы кеше йәшәй, уларға көнөнә 800 кубометр һыу талап ителә. Яңыртылған һыу әҙерләү станцияһы был бурысты бер проблемаһыҙ үтәй хәҙер. Проектты финанслау өсөн биш миллион самаһы аҡса талап ителгән.

Мәҙәниәт менән иманға ла иғтибар ҙур

Компания дин объекттарын да иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Быға Балтас районында инандыҡ. Мәҫәлән, райондың Ҡурас ауылындағы Иоан Предтечи сиркәүе. Ике быуатлыҡ тарихы булған сиркәү төрлө осорҙар кисерә. Уны хатта колхоз склады итеп тә файҙаланалар. Әммә бөгөнгө иманға ҡайтыу осоронда сиркәүҙе тергеҙеү теләге менән яна ауыл халҡы. Ә сиркәүҙең аҫтында ғына Изге шишмә ағып ята, уның һыуы күҙ сирҙәре менән яфаланыусыларға дауа, тиҙәр. Иҫке Балтаста мәсет төҙөлөшө лә компания ярҙамы менән алып барыла. Әле бында ике мәсет бар, әммә, иман йортона йөрөргә теләүселәр күп булыу сәбәпле, өсөнсөһөн төҙөү бик әүҙем бара.
Ә Иҫке Балтастағы мәҙәниәт һарайына баш ҡаланың ҡайһы бер мәҙәниәт йорттарының күҙе ҡыҙырлыҡ. Бында 450 урынға иҫәпләнгән концерт залы, спорт мәктәбе, никах һарайы, китапхана бар. Барыһы ла шундай зауыҡлы итеп эшләнгән, иҫең китерлек! Балтас районындағы ошо өс объект өсөн "Башнефть" 29 миллион һум аҡса бүлгән.

Ярҙам дауам итәсәк

Сәфәрҙә беҙҙең менән аҡса бүлеүгә яуаплы кешеләрҙең береһе — "Система" мәрхәмәтлек фонды Башҡортостан филиалы директоры Рушан Сәйетов та булды. Уның әйтеүенсә, бынан өс йыл элек "Система" корпорацияһы менән республикабыҙ Хөкүмәте араһында килешеү бар. Шул килешеүгә ярашлы, йыл һайын ярҙам күрһәтелергә тейеш объекттар исемлеге төҙөлә. Компанияның мәрхәмәтлек программаһы бик киң. Ә иң мөһиме — ул артабан да дауам итәсәк. 2013 йылда өҫтөнлөк экология объекттарына, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғарифҡа биреләсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 123

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 473

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 111

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 918

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 680

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 264

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 448

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 525

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536