Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һандуғас һайрар мәл генә...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай ғүмерҙең ҡыҫҡалығын шулай образлы һүрәтләй. Оҙонлоғон иһә йәшәгән йылдар ғына түгел, намыҫлы хеҙмәт ҡаҙаныштары, изгелектәр ҙә билдәләй. Тиккә генә йәшеңә ҡарап түгел, эшеңә ҡарап ҡартлығыңды хөрмәт итһендәр, тимәйҙәр.

Был фекерҙе 57 йыл бергә иңгә-иң терәп йәшәүсе 81 йәшлек Зада Исҡужиндың һәм уның ҡатыны, тиҙҙән һикһәнен тултырасаҡ Фәүзиә Ихсанованың да данлы тормошо раҫлай. Хөрмәтле ветерандар Хәйбулла районының Татырүҙәк ауылында йәшәй.
Быйыл республикабыҙҙың тәүге ғалимдарының береһе Зәбихулла Исҡужин тураһында "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған мәҡәләмдә ("Данлы исеме онотолмаған", 2012 йыл, 13 сентябрь) был абруйлы ир-уҙамандың исемен телгә алғайным. Талантлы яҡташыбыҙ ялҡынлы шағир Бабичтың ижадына ғашиҡ булған, уны ентекле өйрәнгән, хатта өлкән ағаһы Рәхимйәндең улына Шәйехзада исемен ҡуштырған.
Рәхимйән Исҡужин совет власы дошмандарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша, тыуған ауылы Мәҡсүттә (Йылайыр районы) колхоз ойоштора, уның тәүге рәйесе була. Әйткәндәй, ул оҫта ҡурайсы булараҡ та дан алған, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың атаһы Ишҡәле менән (күрше Иҫке Яҡуп ауылынан) бергә төрлө мәжлестәрҙә, йыйындарҙа уйнап йөрөгән. Һуғыш башланғас, фронтҡа киткән, ҡурайын да ҡалдырмаған, уны ағас ҡумтала гел үҙе менән йөрөткән. Бер хатында яраланыуы, шул арҡала ҡурайын юғалтыуы тураһында ҙур үкенес менән яҙған. Ә 1943 йылда Смоленск янында башын һалған, дүрт балаһы етем ҡалған.
Зада (заман шауҡымына ярашлы, исеме ҡыҫҡарған), иң өлкәне булараҡ, ғаилә хәстәрен, әсәһе менән бер рәттән, үҙ өҫтөнә алған — Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас та, урындағы йылҡысылыҡ заводында счетовод булып хеҙмәт юлын башлаған. Зирәк, отҡор егет эшен таһыллыҡ менән башҡарған. Һөҙөмтәлә 18 йәшлек Задаға бүлексә зоотехнигының эше ышанып тапшырылған. Был яуаплы вазифаны ул армияға саҡырылғанға тиклем ике йыл тартҡан.
Хәрби хеҙмәт осоронда шофер һөнәрен үҙләштергән. Ауылға ҡайтҡас, йөк машинаһында эшләгән, ә һуңынан ышаныслы егет еңел машинала завод директорын йөрөткән. Әлбиттә, ул саҡта үҙенең дә директор булып китәсәген күҙ алдына ла килтермәгәндер...
Фәүзиә еңгә — Күгәрсен районының Моҡас ауылы ҡыҙы. Мораҡ педагогия училищеһын тамамлаған дипломлы уҡытыусы йүнәлтмә буйынса элекке Матрай районында хеҙмәт юлын башлай. Тәүҙә Йомағужа мәктәбендә эшләй, ә 1954 йылда Яманһаҙға күсә.
Йәштәрҙең танышыуы бик үҙенсәлекле килеп сыға. Бына нисек иҫкә ала Зада ағай: "1954 йылдың көҙөндә армиянан ҡайтҡас, беренсе көндә үк күрше өйҙөң ихатаһында ыҫпай кейемле, зифа буйлы сибәр ҡыҙҙы күреп ҡалдым һәм... ғашиҡ булдым. Әммә тәүге мәлдә хис-тойғомдо аңғартырға баҙнат итмәнем. Бер йыл буйы дуҫлашып йөрөп ғаилә ҡорҙоҡ. Бер ҡасан да үкенмәнек".
Фәүзиә еңгәй Задаһын артабан уҡырға дәртләндерә. Ғаилә башлығы Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына юллана. Икеләнеп кенә барһа ла, һынауҙарҙы уңышлы тапшыра һәм көндөҙгө бүлек студенты булып китә. Һөйөклө ҡатынын һәм бәләкәй ҡыҙын һағыныуға ҡарамаҫтан, байтаҡ тормош тәжрибәһе туплап өлгөргән студент тырышып уҡый, институтты ҡыҙыл дипломға тамамлай. "Был уңышым өсөн изге күңелле ҡатыныма бик тә рәхмәтлемен", — ти Зада ағай.
Юғары белемле йәш белгес "Хәйбулла" совхозының баш агрономы итеп тәғәйенләнә. Ул ышанысты тулыһынса аҡлай. Ғилми ҡаҙаныштарҙы, алдынғы тәжрибәне оҫта файҙаланып, игенселек культураһын үҫтереүҙе яңы кимәлгә күтәрә һәм ҡоролоҡҡа йыш дусар булған ҡола яландарҙа һәйбәт уңыш үҫтереүгә өлгәшә. Тиккә генә агроном дүрт йылдан совхоз директоры итеп үрләтелмәгәндер: Зада Исҡужин етәкселегендәге "Хәйбулла" совхозы 1967—1977 йылдарҙа ҙур үҫеш юлы үтә, райондың алдынғы хужалығына әйләнә.
Тәжрибәле етәксе артабанғы хеҙмәт юлын район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, ә һуңынан төбәктәге иң ҙур "Аҡъяр" совхозы директоры булараҡ дауам итә. Һуңғы яуаплы вазифаһынан 63 йәштә генә китә һәм... Татырүҙәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып тағы дүрт йыл эшләй. Күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте бихисап Маҡтау грамотаһы, миҙалдар, юғары исемдәр менән билдәләнгән. Шулай ҙа иң абруйлы наградаһы — халыҡ ихтирамы.
Ике совхоз, тотош район үҫешенә ветеран 35 йыл фиҙакәр хеҙмәтен һала. Хәҙер ҡасандыр гөрләп торған ауыл тормошон тик ул төҙөткән фермалар, оҫтаханалар, юлдар, күперҙәр, йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, клубтар ғына хәтерләтә. Ә бит заманында "Хәйбулла" совхозы үҙәге Целинныйҙағы типовой ашхана хужалыҡ эшсәндәрен генә хеҙмәтләндермәне, ул тәмле аш-һыуы менән күп юлсыларҙы ла үҙенә йәлеп итте. Бында шулай уҡ районда иң тәүгеләрҙән булып һыу үткәргес, башҡа социаль объекттар төҙөлдө. Был йәһәттән "Аҡъяр" совхозында бигерәк тә күп эш башҡарылды.
Райондағы тағы бер башланғыс Зада Исҡужиндың исеменә бәйле — күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын һуғарыу. Был эш "Хәйбулла" совхозында 1968 йылда уҡ ойошторола.
Был матур, татыу ғаиләне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы елдәре лә урап үтмәне. Берҙән-бер ҡыҙҙары Тәнзилә урта мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, әсәһе кеүек математиканан уҡыта башлаған, кейәүгә сыҡҡан. Гөрләтеп, шатланып донъя көткән мәлдә бәлә килгән: Тәнзилә тәүге балаһын тапҡанда вафат булған. Ун көнлөк сабый олатай менән өләсәй ҡарамағында ҡалған...
Барыһына ла түҙә Исҡужиндар. Баланы — Лиананы үҙҙәре тәрбиәләп үҫтерә. Ул урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлай, ике юғары белем ала, Мәскәүҙә эшләй. Унан Лиананы, ҙур конкурс үткәндән һуң, Швецияға эшкә ебәрәләр. Ул унда эшләүе менән бер рәттән, техник университетта инженер-менеджер һөнәрен дә үҙләштергән.
Быйыл йәй Исҡужиндар ейәнсәрҙәренең диплом алыу тантанаһында ҡатнашыу өсөн Швецияға барып ҡайтты. "Беҙ хыялланған коммунизм бына ҡайҙа икән ул! Бөтә нәмә унда кеше өсөн, уңайлы көнкүреш өсөн ҡулайлаштырылған", — тип һоҡланып һөйләне улар.
Хөрмәтле ветерандар барлыҡ ҡәрҙәштәренә матур йәшәү өлгөһө күрһәтеп кенә ҡалмай, ә уларға һәр төрлө ярҙам итә, аҡыллы кәңәшен бирә. Бындай туғандарса ҡараш Зада Рәхимйән улының өсөнсө быуын ҡустыһы булараҡ миңә лә, яҡындарыма ла күрһәтелә. Ә бына Фәүзиә еңгәйҙең ике туған һеңлеһе Тамараны Исҡужиндар өс йәштән алып кейәүгә биргәнсе тәрбиәләгән.
Ағай менән еңгәй Рәмил Ихсановҡа ла ярҙам күрһәтә һәм тормошта йүнәлеш бирә. Егерме йыл элек армиянан ҡайтҡан егетте ике туған апаһы һәм еҙнәһе үҙҙәренә, Татырүҙәккә алып ҡайта, сөнки бәләкәй генә тыуған ауылы Моҡаста йүнле эш булмай. Бәхетле яҙмышы өсөн Исҡужиндарға тағы бер туғандары рәхмәтле. Мин Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар Күгәрсен районында мәктәп директоры, район Советы рәйесе булған Марат Ихсановты күҙ уңында тотам. Уның үҙенә һүҙ бирәйек: "Хәҙер мин дә өлкән йәштә, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләгән кеше. 13 йәшемдән бер туған апайым менән еҙнәмдең ғаиләһендә тәрбиәләндем һәм ғүмер буйы уларҙан өлгө алырға тырыштым. Тормошта яулаған үрҙәрем менән уларға бурыслымын. Әлдә ошондай туғандарым бар әле донъяла!"
Тормошта ярҙамға балалар, йәштәр генә түгел, ололар ҙа мохтаж. Исҡужиндар, әсәләрен үҙ яндарына алып, һуңғы көндәренәсә тейешле ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән.
Иртә өлгөрҙөк шул, артыҡ иртә,
Артыҡ иртә төштө ҡырауҙар.
Рәми Ғариповтың был һүҙҙәре геройҙарымдың да тормошон тасуирлай. Эйе, һуғыш осоро балаларының яҙмышы оҡшаш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873