Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Нимәнең ҡәҙерен белмәйбеҙ?

— Һеҙҙең өсөн тормошта иң мөһиме нимә? — тип ҡыҙыҡһынған уҡыусы ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған уҡытыусыһынан.
— Быны һин үҙең дә белә алаһың, — тигән остазы. — Уйла, яуапты табырға бер тәүлек ваҡыт бирәм.
Уҡыусы иртәгәһенә иртәнсәк уҡытыусыһының янына ашыҡҡан.
— Яуапты таптым! — тигән ул. — Һеҙҙең өсөн иң мөһиме — ғүмерегеҙҙе бағышлаған эшегеҙ!
— Юҡ, — тип яуаплаған уҡытыусы.
Уҡыусы артабан тағы ла бер нисә вариантын әйткән, әммә уларҙың береһе лә дөрөҫкә сыҡмаған. Тормошта иң мөһиме нимә һуң ул? Власть, дан, аҡса, мөхәббәт, бәхет... Остазына яуап бирергә һанаулы ғына минуттар ҡалғас, уҡыусы үҙе лә һиҙмәҫтән: "Ваҡыт!" — тип ҡысҡырып ебәргән.
— Дөрөҫ, — тигән уҡытыусыһы. — Барыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерле нәмә — ваҡыт. Уның менән һәр кем үҙенсә эш итә. Ваҡыт күп булһа, мөһимлеген аңламай, уны маҡсатһыҙ рәүештә бушҡа сарыф итәбеҙ. Кире осраҡта иһә, үҙ-үҙебеҙҙе аямайынса, өлгөрөү өсөн әллә ниҙәр эшләргә әҙербеҙ. Тормош — иң ҡәҙерле, шул уҡ мәлдә иң арзан сығанаҡ булған ваҡыт менән тултырылған һауыт ул.

Күршенең кере ҡайһылай бысраҡ!

Бер ғаилә яңы фатирҙа йәшәй башлаған. Иртәнсәк уяныу менән ҡатын кеше тәҙрәгә күҙ һалһа, күршеһе кер элеп йөрөй икән.
— Ҡара әле, ҡайһылай бысраҡ йыуған, — тип аптырауҙан хайран ҡалған ул. Был хаҡта иренә лә әйткән, әммә уныһы иғтибар бирмәгән.
— Моғайын, һабыны насарҙыр, — тип баш ватҡан һаман ҡатын. — Бәлки, үҙе йыуа белмәйҙер. Өйрәтергә кәрәк булыр.
Бындай хәл күршеһе кер элгән һайын ҡабатланған. Ә бер иртәлә ҡатын, тәҙрәгә ҡарап, тағы ла ҡысҡырып ебәргән:
— Оһо! Бөгөн керҙәре таҙа! Ниһайәт, күршем йыуырға өйрәнде!
— Яңылышаһың, — тигән ире. — Киреһенсә, мин, иртәрәк тороп, үҙебеҙҙең тәҙрәне йыуҙым.
Башҡаларҙы яманлауҙан алда үҙеңде белергә кәрәк шул.

Улар — ғәйепле, беҙ — хаҡлы

Бәләкәй генә бер ҡалала күрше булып ике ғаилә йәшәгән. Берәүҙәре һәр саҡ ирешә, талаша, икенселәре, киреһенсә, бер-береһе өсөн йәнен бирергә әҙер, ти. Үҙ һүҙле, ярһыу ҡатын күршеһенең бәхетенә көнләшеп ҡарай икән. Бер көндө ул ирен был ғаиләнең нисек йәшәгәнен күҙәтергә ебәргән.
Тегеһе күршеләренең өйөнә һиҙҙермәйенсә генә ингән дә мөйөшкә йәшеренгән. Күрә: хужабикә йырлай-йырлай бүлмә йыйыштыра. Ҡыйбатлы вазаның саңын һөртөп торғанында, телефон шылтырай. Ҡатын, ҡабаланғанлыҡтан, һауытты өҫтәлдең ситенә генә ҡуйып, трубканы алырға ашығып китеп бара.
Шул саҡта бүлмәгә ире килеп инеп, вазаға тейеп үтә һәм һауыт иҙәнгә төшөп ярыла.
— Хәҙер нимә була инде? — тип ваҡиғаның ағышын ҡото осоп көтә йәшенеп торған күршеләре.
Ҡатын, ваза янына килеп, ауыр көрһөнә лә:
— Ғәфү ит, ҡәҙерлем, ғәйеплемен, — ти. — Өҫтәлгә матур итеп ҡуйып китмәнем.
— Юҡ, мин ғәйепле, — тип ҡаршы төшә ире. — Ҡабаланып, һауытты күрмәгәнмен. Йә, ярай. Ҙур бәләләр күрергә яҙмаһын.
Күршеләренең йөрәге ҡыҫып ҡуйған. Өйөнә кәйефһеҙ генә ҡайтып ингән.
— Ҡайһылай оҙаҡ йөрөйһөң! — тип тауыш күтәргән ҡатыны. — Шунан, күрҙеңме?
— Эйе!
— Нисек йәшәйҙәр инде?
— Уларҙың икеһе лә — ғәйепле. Ә бына беҙҙә — барыһы ла хаҡлы...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә