Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Әбйәлилдең арҙаҡлы улы, Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә абруйлы шәхес, техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы академигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Вил Ғайса улы Өмөтбаевты оло юбилейы — 75 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һуғыш йылдары ауырлығын үҙ иңендә татыған, әммә уларға бирешмәгән, бала саҡтан белемгә ынтылған, үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған, уңғанлыҡ, яуаплылыҡ, фиҙакәрлек кеүек матур сифаттары менән дан ҡаҙанған ул Вил Ғайса улы. Үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән халыҡ араһында, хеҙмәттәштәре алдында оло ихтирам һәм абруй яуланы. Уның исеме сит илдәрҙә лә билдәле, фәнни эштәре киң ҡулланыла. Хөрмәтле яҡташыбыҙға тыуған яғындағы ҡая таштары кеүек ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар, уңыштар һәм беҙҙе ҡыуандырып-һоҡландырып, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр һәм оло ихтирам менән бөтә яҡташтарығыҙ, әбйәлилдәр исеменән Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов.


* * *
Ҡотлайбыҙ!Ейәнсура районының Таҙлар ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ Хәзирә Абдулла ҡыҙы Дүшәнбаеваны 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Әсәйебеҙ оҙаҡ йылдар Таҙлар урта мәктәбендә балаларға белем бирҙе, ауылдаштары, яҡындары араһында ҙур ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ булды. Ярты һүҙҙән аңлап торған хәстәрлекле, өлгөр, ҡәҙерле атайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ Исмәғил Сәлимгәрәй улы менән 45 йылға яҡын тигеҙ донъя көтә улар. Икеһе лә ихлас, алсаҡтар. Өс балаға ғүмер бүләк иттеләр.
Әсәй! Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, сабыр холҡоң, бөтәбеҙгә лә хәстәрлекле булғаның өсөн һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Аллаһы Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, күңел тыныслығында, иҫәнлектә, һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен!
Балаларыңдың игелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәреңдең һөйөүен тойоп, бөгөнгөләй нур сәсеп йәшәүеңде теләйбеҙ. Шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә туғандарыңа, балаларыңа тормошта терәк, кәңәшсе булып, ҡәҙер-хөрмәттә, атайыбыҙ менән бергә-бергә, оҙаҡ йылдар донъя көтөргә яҙһын.
Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен!
Сәләмәт йәшәү үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен!

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең,
улың Юнир, ҡыҙҙарың Хәлиҙә, Зилфирә, киленең Альбина, кейәүҙәрең,
ейән-ейәнсәрҙәрең.


* * *
Ҡотлайбыҙ!Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Өфө ҡалаһы М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләүсе коллегабыҙ, яратҡан дуҫыбыҙ Ғәзизуллина Гөлсәсәк Әхәт ҡыҙын 45 йәшлек матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Асыҡ йөҙлө, кешелекле, яҡындары өсөн янып-көйөп торған изге йәнле дуҫыбыҙҙы тантаналы байрамы, тормошта ирешкән уңыштары менән ысын күңелдән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, күрһәткән изгелектәреңдең игелектәрен күреп, тормош иптәшең Мараттың һәм улың Азаттың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер кисерергә насип итһен! Килер көндәрең тыныс, күңел күгең аяҙ булһын. Алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңа өлгәшергә, тормош юлын ышаныслы яҡындарың, туғандарың, дуҫтарың менән бергә үтергә яҙһын!
Ҡотло булһын юбилейың,
Тыуған көнөң – ғүмер байрамың!
Ҡабул ит һин беҙҙән ҙур бүләкте —
Изге теләктәрҙең бәйләмен.
Ғүмерҙәрең әле оҙон булһын.
Ауырлыҡтар урап үтһендәр.
Йәнең тыныс, тәнең сәләмәт булһын,
Тик шатлыҡтар һиңә килһендәр!

Иң изге теләктәр менән Ғәлиевтәр, Мөхәмәтовтар, Кирәевтәр һәм Фәйзуллиндар ғаиләләре, Рәйсә Сәхиуллина һәм
Дамира Аҫылғужина.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә