Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғаиләнең төп нигеҙе — һөйөүҙә
Ғаиләнең төп нигеҙе — һөйөүҙәБашҡортостан мосолмандары
Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:


Бисмилләһир-рахманир-рахим.
Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән яратылған Әҙәм ғәләйһис-сәләм, йәшәү өсөн барлыҡ мөмкинлеккә эйә, ризыҡ тулы йәннәттә көн итһә лә, күңел тыныслығы таба алмаған. Шул саҡта Хоҙай анабыҙ Һауаны булдырған. Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең күңеле хушланған, шулай итеп, ир менән ҡатын араһында мөхәббәт барлыҡҡа килгән. Ошо һөйөү нигеҙендә, әлхәмдүлилләһ, Исламда ғаилә ҡороу бар.
Пәйғәмбәребеҙ мөбәрәк бер хәҙисендә: “Егеттең йә ҡыҙҙың йәше етә икән, уны өйләндерегеҙ, оҙаҡҡа һуҙмағыҙ”, — тип бойорған. Тимәк, ғаиләнең үҙ ваҡытында ҡоролоуы яҡшы. Әммә ул һөйөүгә, ата-әсәнең кәңәшенә нигеҙләнергә тейеш. “Кешене мәжбүр итеп өйләндерергә ярамай. Ислам ҡануны буйынса был ғаилә ысын тип һаналмай”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм.
Ғаилә — ул үҙе бер дәүләт. Унда берәү — баш, икенсеһе ярҙамсы булырға тейеш. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә: “Беҙ ирҙәрҙе көслөрәк итеп яралттыҡ”, — тигән. Ғаиләлә тап уның етәксе булыуы яҡшы. Халҡыбыҙҙа “Ир — баш, ҡатын — муйын” тигән мәҡәл дә бар. Баш уйлай, фекерләй, ә муйын уны тотоп тора. Бында, ысынлап та, ҙур тәрбиә ята.
Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: “Ике кеше юлға сығаһығыҙ икән, кәңәшләшеп, берегеҙҙе етәксе итеп һайлағыҙ”, — тигән. Йәғни, бер әйтемдәгесә, “Икеһе лә мулла булһа, атты кем ашата?” Ас хайуанға ултырып ҡайҙа, нисек барырға мөмкин? Өҫтәүенә, бер кеше етәксе итеп ҡуйыла икән, эш бәрәкәтле була. Ғаиләлә лә шулай. Унда һәр кемдең үҙ вазифаһы бар. Ир ғаиләне һәр яҡлап ҡарарға тейеш булһа, ҡатындың бурысы — уның тапҡан малын хәйерле итеп тотоноп, балалар тыуҙырып, ғаиләгә көс-дәрт, йылылыҡ, матурлыҡ өҫтәп йәшәү.
Ғаилә — дәүләттең төп таянысы. Әгәр ул һөйөүгә нигеҙләнгән, ныҡ икән, дәүләт тә көслө була. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ғаиләгә иғтибарҙы, ихтирамды арттырырға бурыслыбыҙ. Ул тәү сиратта тулы булырға тейеш. Ошондай мөхиттә генә бала бәхетле, ата-әсәһенең юлын дауам итерҙәй тәжрибәгә эйә булып үҫә. Тулы булмаған ғаиләлә буй еткергәне иһә, һөйөүгә, иғтибарға мохтаж булғанлыҡтан, бәләкәй генә ауырлыҡ алдында ла баҙап ҡалыусан. Халҡыбыҙҙа “Атаһыҙ — ул, инәһеҙ ҡыҙ үҫтермә” тигән мәҡәл дә бар. Ир бала — атаһынан, ҡыҙ кеше әсәһенән ҙур һабаҡ ала, шул саҡта ғына ул тулы күңелле, тормошҡа әҙер була.
Тәрбиә эшенең меңәр йыл дауамында һаҡланып килгән йолаларыбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә, сәнғәтебеҙгә таянып башҡарылыуы ла мөһим. Балаларыбыҙҙы ошо рухи байлыҡтан айырһаҡ, улар тулы бәхетле булып үҫә алмаясаҡ. Тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәгенә өмөт тә ныҡлы булмаясаҡ.
Аллаһы Тәғәлә йәштәребеҙгә тигеҙ мөхәббәт, эшһөйәр, телһөйәр, илһөйәр, әхлаҡлы, ғилемле балалар үҫтереүҙе насип итһен. Шулай булһа, иншаллаһ, татыу, күркәм, бәхетле ғаиләләребеҙ илебеҙҙең матур гөлө шикелле сәскә атып, тирә-йүнгә нур, бәрәкәт сәсеп торор. Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә