Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иғтибар үҙәгендә – Бөрө ҡалаһы
Иғтибар үҙәгендә – Бөрө ҡалаһыБоронғо ҡәлғәнең бөгөнгөһө

Иртәгә Бөрөлә матур йолаға әүерелгән “Керәшен һыуыҡтары” фестивале үтәсәк. Бынан тыш, Башҡортостандың иң боронғо ҡалаларының береһе – ҡасандыр ҡәлғә булараҡ төҙөлгән, бай тарихлы Бөрө – быйыл үҙенең 350 йыллыҡ юбилейын да билдәләйәсәк. Шул уңайҙан көҙ ойоштороласаҡ тантаналар, алдағы ике йыл рәттән үткәрелгән матур фестиваль кеүек үк, “Бөрө алмаһы” тип аталасаҡ. Ҡала етәкселәре аңлатыуынса, был исемде әле үк урындағы халыҡ биләмә тамғаһы тип ҡабул итә. Был аңлашыла ла: Бөрөләгеләй гөрләп үҫкән алма баҡсалары, Бөрөләгеләй татлы алма тағы ҡайҙа бар? Әйткәндәй, бөрөләр ҡаланың һәр яҡлап үҫеше өсөн биләмә тамғаһының баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә буласағына шикләнмәй. Һуңғы ике-өс йылда байтаҡ яҡшы эш башҡарылған боронғо ҡаланың бөгөнгөһө хаҡында беҙ хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илдар Фәрит улы ФӘСХЕТДИНОВ менән әңгәмәләштек.

– Бөрөнөң төҙөклөгө, күркәмлеге, береһенән-береһе ҡупшыраҡ йорттарҙың артыуы шәхси төҙөлөш ойошмаларының уңышлы эшләүенә бәйле...
– Әлбиттә, шулай. Улар торлаҡ ҡына түгел, башҡа объекттар төҙөүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Былтыр ҡалабыҙҙың Совет урамында төҙөлөп, файҙаланылыуға тапшырылған физкультура-һауыҡтырыу комплексы тиҙ арала бөрөләрҙең яратҡан урынына әүерелде. Олоһо-кесеһе бында спорт менән бик ихлас шөғөлләнә, иркен бассейнда йөҙөп кинәнә. Ике тренажер залының береһе хәрәкәт мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә тәғәйенләнгән, ул да һис буш тормай. Комсомол урамында 220 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы асылды. Пономаревка биҫтәһендә үҙгәртеп ҡоролған иҫке мәктәп бинаһының бер ҡатында башланғыс класс уҡыусылары белем ала, икенсеһендә 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы эшләй. Былтыр беҙ төбәктә тәүгеләрҙән булып социаль торлаҡ төҙөү программаһына ҡушылдыҡ. Һөҙөмтәлә Өфө тыҡрығында утыҙ фатирлы өс ҡатлы йорт ҡалҡып сыҡты. Уны төҙөгәндә заман технологиялары ҡулланылды, Благовещенда етештерелгән серемәй, янмай торған пенопласт йылытҡыстар файҙаланылды. Яңы йортта, нигеҙҙә, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, етем йәштәр өй туйланы. Киләсәктә Комсомол урамында тап шундай тағы бер йорт төҙөүгә документтар әҙерләнгән дә инде.
– Ҡала тормошо бюджет аҡсаһына ғына йәнләндереләме?
– Юҡ, был маҡсатҡа, бигерәк тә социаль тармаҡты үҫтереүгә, бюджеттан тыш сығанаҡтар ҙа, йәғни шәхси йәмғиәттәр ҙә йәлеп ителә. Һуңғы осорҙа “дәүләт-шәхси хеҙмәттәшлеге” тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Уның отошло булыуын электр селтәрҙәрен реконструкциялау миҫалында күрҙек. “Чехия банкы” Бөрөгә аҡса бирҙе. Әлбиттә, уның үҙ шарты ла бар ине – беҙ ҡала электр селтәрҙәренең күптән туҙып бөткән ҡаҙандары урынына яңыларын Чехия заводынан һатып алдыҡ. Шул завод белгестәре, Бөрөгә килеп, ҡаҙандарҙы монтажлауҙа ҡатнашты һәм урындағы инженерҙарҙы әлеге ҡаҙандарҙы файҙаланыу серҙәренә өйрәтте. Әле “Бирь” шәхси компанияһының сығанаҡтарын һәм “Башспирт” асыҡ акционерҙар йәмғиәте аша ғәмәлгә ашырылған дәүләт ресурстарын файҙаланып, ҡалала бик шәп заман кинотеатры төҙөлә. Быйыл өсөнсө кварталда файҙаланыуға тапшырыласаҡ объекттың хаҡы – 60 миллион һум. “Шәхси-дәүләт хеҙмәттәшлеге” сиктәрендә тағы тиҫтәләрсә йыл элемтә үҙәге урынлашҡан боронғо бина үҙгәртеп ҡороласаҡ, һәм унда кадет корпусы асыласаҡ. Яңы уҡыу йорто эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе итеп үҫмерҙәрҙә космонавтика менән ҡыҙыҡһыныу уятыу күҙ уңында тотола. Был буш урында барлыҡҡа килгән ниәт түгел – яңыраҡ ҡалабыҙҙа булып киткән Рәсәй Космонавтары федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Владимир Коваленконың тәҡдимен иҫәпкә алып эшләнә. Кадет корпусына Рәсәй Космонавтар федерацияһы ла бағыусылыҡ итмәксе. “Шәхси-дәүләт хеҙмәттәшлеге” шарттарында ҡала ситендә республикала бығаса булмаған “БиоБөрө” тип аталған яңы предприятие төҙөләсәк, тимәк, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Инвесторы – юғарыла телгә алынған “Чехия банкы”.
– Ә унда нимә етештереләсәк һуң?
– Был предприятие йылына 100 мең тонна бойҙайҙы тәрән эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Йәғни, “БиоБөрө” был ҡиммәтле культуранан глюкоза, фруктоза кеүек файҙалы матдәләрҙе һығып алып, төрлө витаминлы сироптар, һуттар, ашамлыҡтарға ҡушыу өсөн тәмләткестәр сығарасаҡ. Шунан артып ҡалғаны мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа ҡатнаш аҙыҡ етештереүгә тотоноласаҡ. Сеймал районыбыҙҙағы һәм башҡа төбәктәрҙәге ауыл хужалығы предприятиеларынан һатып алынасаҡ. Тимәк, “БиоБөрө”нөң эшләй башлауы ҡалабыҙ өсөн дә, ауыл халҡына ла һәр яҡлап отошло буласаҡ.
– Юбилей йылында бөрөләрҙе тағы ниндәй ҡыуаныстар көтә?
– Уңыштар ҙа, бурыстар ҙа байтаҡ. Киләһе уҡыу йылы башланыуға әле реконструкция барған ҡала мәҙәниәт һарайы эргәһендә сәнғәт мәктәбен асыу бик күптәр өсөн көтөп алынған шатлыҡлы ваҡиға булыр, моғайын. Сөнки музыка һәм башҡа сәнғәт төрҙәре менән шөғөлләнеүселәр бөгөн, уңайһыҙлыҡтар кисереп, алама бинала шөғөлләнергә мәжбүр. Ҡалабыҙҙың тарихи ҡомартҡыларын тергеҙеүгә етди иғтибар бирелә. Изге Троицк сиркәүенең, Михаил-Архангел һәм Ҡазан Изгеһе ғибәҙәтханаларының реставрацияланыуына ла яҡташтарыбыҙ ифрат шат. Дөйөмләштереп әйткәндә, юбилей тантаналары алдынан Бөрөнөң тарихи өлөшө төҙөкләндереләсәк.
– Ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Алда булһа ҙур теләк...

...Төҙөлөш майҙансығына шәп-шәп атлап, йылмайып килеп инде ул. Оҫталар, белгестәр эргәһенән үтеп барышлай, уларҙың һәр ҡайһыһын йылы сәләмләне, хәл-әхүәлдәрен һорашты, эш барышы менән ҡыҙыҡһынды, тейешле күрһәтмәләрен бирҙе. Етәксе һәм уның ҡул аҫтында эшләүселәр араһындағы ихласлыҡ һәм уларҙың бер-береһенә иғтибарлы, ихтирамлы мөнәсәбәте, татыу коллективтың берҙәмлеге һоҡланыу тойғоһо уятты...

Һүҙ – бынан ун йыл элек “ЛМ-Төҙөлөш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте ойоштороусы, уның директоры, быйыл яҙ илле бишен тултырасаҡ Марат Латыпов һәм ул етәкләгән, 70 кеше иҫәпләнгән коллектив хаҡында. Тиҫтә генә йыл эсендә был ойошма тарафынан Бөрөлә генә түгел, республикабыҙҙағы һәм сит өлкәләрҙәге төрлө төбәктәрҙә лә әллә күпме эш башҡарылған. “ЛМ-Төҙөлөш” сафҡа индергән биналар сифатлы, зауыҡлы, күркәм булыуҙары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Дүрт йыл элек Бөрөнөң Ленин урамында төҙөлгән прокуратура бинаһы Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары араһында иң яҡшыһы тип танылған, һүрәте Мәскәүҙә Генераль прокуратураның күргәҙмә-стендына эленгән. Ике йыл элек “ЛМ-Төҙөлөш” Кушнаренкола ла шундай уҡ прокуратура бинаһын файҙаланыуға тапшырған. Бөрөлә ҡалҡып сыҡҡан Рәсәй ауыл хужалығы банкы бинаһы иһә тарихи үҙенсәлектәрҙе күҙ уңында тотоп башҡарылыуы менән айырылып, ҡаланың бер биҙәге булып тора. Ғөмүмән, йәмғиәт заказдарҙы ғәҙел конкурста еңеп ала, еренә еткереп үтәй, һәр бинаны, ҡойоп ҡуйғандай, ныҡлы, күркәм итеп төҙөй. “Беҙҙә тәжрибәле, тырыш, булдыҡлы кешеләр эшләй, – тип һөйләй Марат Муллый улы. – Бригадирҙар Николай Варламов менән Әлфирә Сәлимова, иретеп йәбештереүсе Рәзиф Мөғәллимов, мастер Геннадий Луконин бик күптәргә өлгө. Баш инженер Булат Ҡәйүмов – төплө белемле профессионал, прораб Илдар Хөснөтдинов, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, эшкә үтә яуаплы мөнәсәбәттә. Әйткәндәй, ул төҙөлөш институтында ситтән тороп уҡып та йөрөй. Йәштәрҙән тағы Филүс Ғәбсәләмов – аграр университетта, Денис Ғиндуллин төҙөлөш техникумында белем алалар”.
Сессия ваҡыттарында был егеттәрҙең уртаса эш хаҡы һаҡлана, өҫтәүенә, уларҙың уҡыуҙары өсөн йәмғиәт үҙе аҡса түләй. Ғөмүмән, Марат Латыпов үҙ фирмаһында эшләүселәрҙе яҡшы хәстәрләй. Миҫалға былтыр ғына ла коллективтың 12 хеҙмәткәренең “Танып” һәм “Яҡтыкүл” шифаханаларында һаулығын нығытыуын килтерергә мөмкин. Бар сығымды “ЛМ-Төҙөлөш” түләгән. Күренеүенсә, Балтас районының Уҫман ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән Марат Муллый улына, аҡыллылыҡ, егәрлелек менән бер рәттән, кешелеклелек, изгелеклелек кеүек сифаттар ҙа хас. Атаһы Муллый Ғилметдин улы менән әсәһе Зәйтүнә Шакирйән ҡыҙы балаларын бәләкәстән бер эштән дә ҡурҡмаҫҡа, кеше рәнйетмәҫкә, олоно – оло, кесене кесе итә белергә өйрәткән. Ата-әсә һабағын Марат ғүмерлеккә аңына һеңдергән. Өфөләге нефть институтын тамамлағас, тотош Советтар Союзында иң яҡшы тип иҫәпләнгән Бөрө быраулау эштәре идаралығында хеҙмәт юлын башлай ул. Әйткәндәй, тап шул идаралыҡ илдә иң беренсе булып вахта ысулы менән эшләүҙе ойоштороусы булараҡ та билдәле.
Марат Латыпов тәүҙә быраулау мастеры, артабан экспедиция етәксеһе урынбаҫары була. Үҙгәртеп ҡороуҙар барышында, 1993 йылда, Бөрө быраулау эштәре идаралығы Себергә күсерелә. Шунан алып биш йыл дауамында Марат Муллый улы Өфөлә торлаҡ-коммуналь тармағы ойошмаларында өлкән инженер, торлаҡ-эксплуатация участкаһы начальнигы вазифаларында эшләй. 1998 йылда баш ҡалала шәхси эшҡыуар булып теркәлеп, торлаҡ төҙөү һәм ремонтлау эшенә тотона. 2003 йылда яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт асырға тәүәккәлләй. “Башланғыс капиталығыҙ бар инеме?” тигән һорауға Марат Латыпов: “Ауыл егетенең ниндәй капиталы булһын инде – башты эшләтергә һәм ныҡ тырышып эшләргә тура килде, – тип яуапланы. – Гелән үҙгәреп торған баҙар иҡтисады шарттарында башҡаса мөмкин дә түгел”.
“Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк” тигән халыҡ мәҡәле нәҡ уның хаҡында кеүек. Сөнки уның тормошто йәмләп эшләргә теләге ҙур, ә йөрәге хеҙмәтенән ял таба. Төп таянысы – хәләл ефете Луиза Әсләм ҡыҙы – социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары ла. Ышаныслы терәктәре – балалары. Өлкән ҡыҙы Әлфиәнең тормош иптәше Азамат “ЛМ-Төҙөлөш”тә – инженер-энергетик, тағы бер ҡыҙы Рәмилә, нефть университетының архитектура-төҙөлөш факультетын тамамлап, ғаилә бизнесына ҡушылған. Буш сәғәттәрен Марат Муллый улы бәләкәй балалары – ете йәшлек ҡыҙы Карина менән биш йәшлек улы Салауат эргәһендә уҙғарып кинәнә. Шулай, тормошҡа йәм өҫтәп эшләй, тормоштан йәм табып йәшәй Бөрө эшҡыуары Марат Латыпов.

Иғтибар үҙәгендә – Бөрө ҡалаһыТормош мәктәбенә торошло

Башҡорт дәүләт университеты филиалының башҡорт, татар һәм мари филологияһы кафедраһы мөдире Артур Фәтҡуллин билдәләүенсә, бында бөгөн көндөҙгө бүлектә 70 һәм ситтән тороп 200-ләп студент белем ала.

Уларҙың күбеһе әйләнә-тирәләге төбәктәрҙән – Ҡариҙел, Асҡын, Борай, Тәтешле, Мишкә райондарынан. “Төп йүнәлеш – башҡорт һәм урыҫ телдәре Иғтибар үҙәгендә – Бөрө ҡалаһыуҡытыусылары әҙерләү булһа ла, башҡорт һәм инглиз теле бүлектәренә инергә теләүселәр һаны күберәк”, – ти Артур Айрат улы. Көндөҙгө бүлек студенттарының, бер үк ваҡытта икенсе юғары белем алып, журналист һөнәренә эйә булыу форсаты ла бар. Дөрөҫ, икенсе юғары белем биреү филиалда коммерция нигеҙендә ойошторолған, йәғни киләсәктә матбуғат сараларында эшләргә теләүселәргә аҡса түләп уҡырға тура килә.
Филология факультеты, бигерәк тә башҡорт филологияһы бүлеге уҡытыусылары һәм студенттары, башҡорт әҙәбиәте тарихында тәрән эҙ ҡалдырған күренекле яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның бынан 33 йыл элек ойошторолған берҙән-бер мемориаль музейының тап ошо юғары уҡыу йортонда урынлашыуы менән сикһеҙ ғорурлана. Музей ярайһы уҡ бай: бында яҙыусының ҡулъяҙмалары, ҡайһы бер шәхси документтары, хатта үҙ ҡулдары менән теккән матур кейемдәре, сигеүҙәре лә һаҡлана.
Ғөмүмән, был уҡыу йортонда әҙибәнең еңел булмаған тормош юлын һәм тәрән йөкмәткеле ижадын һәр яҡлап өйрәнеүгә етди иғтибар бирелә – фәнни-ғәмәли конференцияларҙа “Дәүләтшина уҡыуҙары” уҙғарыла, викториналар, конкурстар ойошторола, курс һәм сығарылыш эштәре яҙыла, йыл һайын уҡыу һәм фән өлкәһендә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән бер студент Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге стипендияға лайыҡ була. Бындай сараларҙың буласаҡ туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының, тимәк, киләсәк быуындарҙы тәрбиәләйәсәк шәхестәрҙең рухи һәм мәҙәни кимәлен үҫтереүҙәге әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ – тотош тормош мәктәбенә торошло.

Иғтибар үҙәгендә – Бөрө ҡалаһы“Эштең ҡыйыны юҡ, ҡыҙығы ғына бар”

…Рәсәй юлдарын кем hәм нисек кенә яманламай! Бигерәк тә Европа илдәренә йыш сәфәр ҡылыусылар тәнҡиткә “маhир”. Әммә был hис тә, тотош илдә юлдар мөшкөл хәлдә, тигәнде аңлатмай. Шөкөр, hуңғы 10 – 15 йылда, республикабыҙ етәкселегенең юл төҙөлөшөнә етди иғтибар биреүе hөҙөмтәhендә, Башҡортостан юлдары бермә-бер яҡшырҙы. “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы – Бөрө юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеhе, “Росавтодор”ҙың почетлы юлсыhы Фаат Ғаднан улы Хәлитов беҙҙе былтыр төбәктә атҡарылған эш менән таныштыра:Иғтибар үҙәгендә – Бөрө ҡалаһы

— 2012 йылда предприятие мәнфәғәтендә 27,7 мең тонна асфальт-бетон ҡатнашмаhы етештерелде, 22,0 мең тонна ваҡ таш, 23,0 мең тонна ҡом-гравий ҡатнашмаhы, 660 мең тонна техник тоҙ, 1,4 мең тонна битум әҙерләнде. Юл төҙөү техникаhы яңыртылды, етештереү биналары ремонтланды. Бөрө юл ремонтлау-төҙөү идаралығы өсөн иң әhәмиәтле объекттарҙан Мишкә районының Раевка ауылы эргәhендәге юл төҙөлдө hәм Борай районының Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе ауылдары араhындағы 15 километр арала автомобиль юлы ремонтланды.
Иғтибар үҙәгендә – Бөрө ҡалаһыРаевка – республикабыҙҙан “Ауыл юлдары” федераль программаhын уңышлы ғәмәлгә ашырыу исемлегенә индерелгән тиҫтә ауылдың береhе. Биләмә заказдары менән бер рәттән, Бөрө ҡалаhы hәм районында муниципаль килешеүҙәр нигеҙендә лә байтаҡ эш башҡарылды. Һөҙөмтәлә Чернышевский, Тыныслыҡ, Овчинников, Пролетар hәм башҡа урамдарҙағы күп фатирлы йорт ихаталары ипкә килтерелде, Цюрупа hәм 8 Март урамдары ремонтланды. Дөйөм алғанда, былтыр 112 кеше иҫәпләнгән коллективыбыҙ тарафынан 152,6 миллион hумлыҡ эш башҡарылған. Идаралығыбыҙҙың уңыштары йыл әйләнәhенә юл хәүефhеҙлеге hағында торған, автомобиль юлдарын тейешле кимәлдә Иғтибар үҙәгендә – Бөрө ҡалаһытотоуҙы тәьмин иткән хеҙмәткәрҙәребеҙҙең — алдынғы белгестәрҙең, юл мастерҙарының, водителдәрҙең, етештереү базаhы hәм асфальт-бетон заводы эшсәндәренең, юл эшселәренең бөтмөрлөгөнә, ныҡышмаллығына, үҙ эшен яҡшы белеүенә, бурысын намыҫлы үтәүенә бәйле. Был йәhәттән водителдәр Александр Климин, Александр Вершинин, Александр Мымрин, Александр Верховцев hәм Георгий Князев, юл эшсеhе Виктор Апкаликов, мастерҙар Евгений Ямбулатов hәм Владимир Минеев, энергетик Валерий Ғәлимйәнов, токарь Вениамин Вершинин, машинист Анатолий Белюшин, маляр Наталья Сайранова, аккумуляторсы Юрий Янчиев, асфальт-бетон иретеүсе Василий Якимов айырыуса маҡтауға лайыҡ. Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте: предприятиела айлыҡ эш хаҡы ла hәйбәт, бөгөн ул уртаса 21514 hум тәшкил итә. Әле иhә дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын ҡышҡы шарттарҙа тейешле кимәлдә тотоуға йүнәлтелгән көсөргәнешле эш алып барыла. Быға технология операцияларын реаль ваҡытта контролдә тотоу мөмкинлеге биреүсе ГЛОНАСС юлдаш навигация системаhы менән йыhазландырылған 22 берәмек юл төҙөү техникаhы йәлеп ителгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 136

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 486

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 225

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 930

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 697

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 274

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 595

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 453

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 530

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 354

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 537