Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Батыр рухы йәшәй!
Батыр рухы йәшәй!"Йәш, матур, үткер күҙле, баһадир кәүҙәле яугир —Салауатты ошолай күҙ алдына килтерәм. Тик шундай егет кенә халыҡты үҙ артынан эйәртә алған", — тип һөйләгәйне тарихсы Хәйрулла Ибраһимов.
Салауат Юлаев тураһында ул ғүмере буйы бай материал тупланы (тик уларҙы Хәйрулла бабайҙан билдәле журналист алып киткән һәм кире ҡайтармаған), уның портреты өҫтөндә эшләне. Хәйрулла Ибраһимов Салауат һулаған һауаны һулаған, ул атлаған ерҙәрҙән үткән. Уларҙың рухтары ла ауаздаш, шуғалыр Хәйрулла бабай Ибраһимов яҙған әйберҙәр, үҙе ижад иткән портрет (уны ла Өфөнән кемдер килеп алып киткән) ысынбарлыҡҡа нығыраҡ инандыра.
Тарихсы Хәйрулла бабай Ибраһимовтың "Ҡаратау", "Әрмәшән", "Йүрүҙән тулҡындары" тигән эштәре араһында "Салауат болғадир" портреты һуңғыһылыр, моғайын. Уны ҡараған кешеләр: "Салауат тап шундай булырға тейеш", — тигән фекерҙә ине.

Һары Ҡондоҙ менән Ҡондоҙ Тамаҡ ҡушылған ерҙә

Аҡ ҡуяндың балаһы,
Ҡолаҡ остарында ҡараһы.
Салауаттың тыуған төйәге
Ике лә генә йылға араһы.
Ғүмер үтә. Быуаттар артынан быуаттар килә. Һәр аймаҡ, ырыу үҙ төйәгендә көн итә. Оло быуынға алмашҡа йәштәр килә. Атай-олатайҙар уларға тормошта һыналған, дөрөҫөрәге, мең-мең тапҡыр раҫланған мәҡәл-әйтемдәр әйтеп, тарих төпкөлөнән риүәйәттәр һөйләп ҡалдыра.
Йөҙәр йәшкә етеп, донъя ҡуйған атай-олатайҙар һөйләүенән Салауат Юлаевтың тыуып үҫкән ерҙәре тураһында яҙып алынған. Тарихи документтар өйрәнелгәс, аҡһаҡалдарҙың (Хәйрулла Ибраһимов, Зәйетдин Мозафаров, Сафый Төхвәтуллин) һөйләгәндәре раҫ килде.
Салауат Юлаев тыуған Тәкәй йәйләүен әле лә Салауат йәйләүе тип йөрөтәләр. Был урында, Һары Ҡондоҙ йылғаһы менән Ҡондоҙ Тамаҡ йылғаһы ҡушылған ерҙә, иҫ киткес матур тәбиғәт. Ауыл халҡы уны "Оло төбәк" тип йөрөтә. Йәй тау битләүе хуш еҫле сәскәләр менән ҡаплана.
Тәкәй йәйләүе аша Һары Ҡондоҙ йылғаһы ағып ята. Заманында мул һыулы йылға булған. Унда ҡондоҙҙар бик күпләп үрсегән. Ул дәүерҙә ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә һунар итеү башҡорттарҙың төп кәсебе булып һаналған. Өҫ-баш кейемдәре лә ҡондоҙ тиреһенән булған. Салауаттың баш кейеме тураһында халыҡтың ысын күңелдән сығарған йырҙарында ла ошондай юлдар бар:
Салауат нисә йәшендә?
Йәшел ҡамсат бүрке башында...
Салауат кейгән ошо ҡамсат бүректең Һары Ҡондоҙ йылғаһынан тотолған ҡондоҙ тиреһенән тегелгән бүрек икәнлегенә бәхәс юҡ.
Юлай Аҙналин йәшәгән һәм Салауат Юлаев үҫкән Аҙналы урынын Йортбикә ултырышы тип йөрөтәләр. Был урын Шайтан-Көҙәй улусы йорто урыны булған. Урыҫ яҙыусыһы Филипп Нефедовтың 1880 йылғы яҙмаларында ошондай юлдар бар: “Өфө провинцияһы, Себер юлы, Шайтан-Көҙәй улусы тау итәгендәге Аҙналы ауылында Юлай Аҙналин тигән бер башҡорт йәшәгән... Ундағы тәбиғәт хозурлығы Салауатҡа ижади рух өҫтәп торған да инде”.
Емельян Пугачев яуы баҫтырылғас, Юлай менән Салауат ҡулға алынғас, әбей батша әмере буйынса, 1774 – 1775 йылдарҙағы ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан боласылар менән бергә Тәкәй, Аҙналы, Ҡасай, Морат ауылдары яндырылған, һәм был көл-күмергә әйләнгән ауылдар биләмәһе "енле урын" тип аталған. Ул урындарға барып йөрөү, исемдәрен әйтеү, яңынан йорт һалыу ҡәтғи тыйылған. Иҫән ҡала алған халыҡтың бер өлөшө Йоносҡа, Шағанайға һәм Әлкәгә күскән.

Тәкәй — Салауат төйәге

Тәкәй ауылының урыны Әлкәнән алыҫ түгел ағып ятҡан Һары Ҡондоҙ йылғаһы буйында булған. 1994 йылда археолог-ғалим Нияз Мәжитов Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән тикшеренеү эштәре алып барғайны. Уның һөҙөмтәләре буйынса ғилми рәүештә бында Тәкәй ауылының өй урындары булыуы асыҡланған. Башҡорт халыҡ батырының данын, исемен мәңгеләштереү маҡсатында, Учалы ҡалаһы һәм районы хеҙмәтсәндәре бүләк иткән Урал тауының аҡ мәрмәренән яһалған таш-һәйкәлде — стеланы асыу тантанаһы булды. Сарала район етәкселәре, Өфөнән ҡунаҡтар һәм күрше район вәкилдәре ҡатнашҡайны. Сығыш яһаусыларҙың фекеренсә, Юлай Аҙналин тыуып үҫкән Аҙналы ауылы урынында "Таш тирмә" яһап, исемен мәңгеләштереү бурысы тора.


Автор: Зилә ҒӘББӘСОВА. Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә