Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тештәрең имен булһын
Тештәрең имен булһынБөгөн Бәшировтарҙың тик икәүһе — Илшат менән Әлфиә тураһында ғына һүҙ алып бармаҡсыбыҙ. Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылы егете Илшат Өфө ҡыҙы Әлфиә менән Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡығанда уҡ өйләнешә. Өфөлә ҡалырға мөмкинлек булһа ла, йәштәр ауылды һайлай.
— Баш ҡаланан ситтә лә халыҡ йәшәй, беҙҙең ярҙамға мохтаждар унда ла күп, — тип Әлфиә ирен күндерә.
Йәштәр республиканың иң алыҫ райондарының береһе Балаҡатайҙы һайлай. Уларға район үҙәгенән эш тәҡдим итәләр, ләкин Бәшировтар Балаҡатайҙан 60 саҡрымда ятҡан Ямаш участка дауаханаһына бара. Быға тиклем Мәсетле районы менән сиктәш ауыл халҡы теш дауаларға район үҙәгенә йөрөнө, табипҡа инеү өсөн көндәр буйы сиратта торғандан һуң, ҡайҙа төн ҡунырға белмәй ҡаңғырыр ине.
Хәҙер бына бер юлы ике стоматолог ауылға килеп төшһөн әле. Шатланмаған ереңдән шатланырһың. Береһе теш ҡуя, протездар эшләй, икенсеһе һыҙлағанын дауалай, пломба һала. "Урал" колхозы рәйесе Иван Никулин яңы ғына төҙөлөп бөткән йорттан өс бүлмәле фатирҙы Бәшировтарға бирә. Эшләгеҙ генә! Тиҙҙән күрше Ҡарлыхан ауылында типовой проект менән һалынған ике ҡатлы участка дауаханаһы ишектәрен аса, һәм Бәшировтар биш саҡрым араға үҙҙәренең еңел машинаһында йөрөй башлай. Бына сирек быуат инде улар — балаҡатайҙарҙың һаулығы һағында. Ошо ваҡыт эсендә өс баланы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырҙылар. Өлкән улдары Азат былтыр Башҡорт дәүләт медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Уртансылары Рөстәм Екатеринбургтағы политехник университетта белем ала. Киләсәктә энергетик булырға уйы. Төпсөк ҡыҙҙары Әлиә мәктәптә уҡып йөрөй.
Бәшировтарҙың тылсымлы ҡулдары тураһында ишетеп, Ямаш зонаһынан ғына түгел, район үҙәгенең икенсе яҡ осондағы ауылдарынан да ауырыуҙар Ҡарлыханға килә.
Сирле теште һурып алыу менән генә эш бөтмәй бит әле. Ә Илшат менән Әлфиә иһә дауалауҙың яңынан-яңы ысулдарын уйлап таба. Бер генә миҫал. Балдың көслө антисептик дарыу икәнлеген электән белһә лә, Илшаттың әлегә уны ҡулланғаны юҡ ине. Балауыҙҙың кеше организмына зарарһыҙ икәнлегенә инанғас, һурылған тештең яраһын шуның менән һылап дауалай башланы. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына үткәрелгән тәжрибә ыңғай һөҙөмтә биргәс, уны ныҡлап ҡулланырға тотондо.
Илшат Рауил улы — беренсе категориялы табип, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Почет грамоталары ла байтаҡ. Уның фиҙакәр хеҙмәте менән яңы үрҙәр яулаясағына өмөт ҙур.
...Ауылда табиптың ял көнө юҡ. Иртән мал-тыуарын ҡарап өйөнә килеп ингән Илшат өҙөп-өҙөп шылтыраған телефонға үрелде.
— Мин Ҡарлыхандан Иван Редреев булам, — тине шылтыратыусы. — Улым урамда уйнағанда ташҡа йығылып тештәрен ҡырған. Килеп китмәҫһегеҙме икән? Әле беҙ участка дауаханаһының ҡапҡа алдында торабыҙ. Ярҙам итегеҙсе!
Илшат өҫтөн дә алыштырып тормай, Ҡарлыханға юлланды.
Илауҙан шешенеп бөткән малайҙы кабинетына индереп креслоға ултыртҡас, тешен тикшереп, укол ҡаҙағас, икеһен һурып алды.
— Ҡайғырма, егет, — тине ул, Сашаның арҡаһынан һөйөп. — Туйыңа тиклем ташҡа бирешмәҫлек яңы тештәр үҫеп сығыр.
Малай, шатлығынан күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап, ихлас йылмайҙы...


Автор: Ризван ХАЖИЕВ. Балаҡатай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә