Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаман да янып йәшәй
Һаман да янып йәшәйКешенең яҙмышы, уның кем булып китере маңлайына яҙылған, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәрҙер. Миңлегөл Резбаева ла иҫ белгәндән үҙен уҡытыусы итеп тоя.

— Кескәй саҡтан күрше-күләндә йәшәгән тиҫтерҙәремде йыйып, ишек алдына теҙеп ултыртып, белер-белмәҫ хәрефтәрҙе өйрәтә инем. Уларҙан бейегерәк, матурыраҡ күренер өсөн аяҡ кейемемә балсыҡтан күтәрмә яһап маташҡаным бөгөнгөләй күҙ алдымда, — тип хәтирәләргә бирелә мөғәллимә.
Ғафури районының Сәйетбаба ауылында донъяға килгән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, бала саҡ хыялын бойомға ашырырға Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына инә. Хеҙмәт юлын 1953 йылда Ҡауарҙы урта мәктәбендә башлай. Эшен дәртләнеп, илһамланып башҡарған йәш белгес коллективта тиҙ арала абруй яулай. Эҙләнеүсән булғанға ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Һуңынан Еҙем-Ҡаран мәктәбенә күсеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы, дүрт тиҫтә йыл ошонда балаларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәренә төшөндөрә.
Миңлегөл Мөхәмәтвәли ҡыҙының дәрестәре ҡыҙыҡлы, йәнле, йөкмәткеле булыуы менән айырылып тора. Төрлө күргәҙмә материалдарҙы, техник сараларҙы урынлы ҡуллана ул. Әҙәбиәт дәрестәрендә Мәжит Ғафуриҙың тормошон һәм ижадын өйрәнгәндә уҡыусыларҙы шағирҙың йорт-музейына алып бара.
Уҡытыусының тынғыһыҙ хеҙмәте юғары баһаланды. 1980 йылда — мәғариф алдынғыһы, ә 1984 йылда уҡытыусы-методист тигән исем бирелде уға. Маҡтау ҡағыҙҙарының иһә иҫәп-хисабы юҡ. Ниндәй генә ҙур исемдәр бирелһә лә, уҡытыусы өсөн иң ҙур баһа — белем биргән балаларының рәхмәте.
— Уҡыусыларымдың барыһы ла, тел белгесе булып китмәһә лә, тормошта үҙ урынын тапты. Ғорурланырлыҡ матур ғаилә ҡороп йәшәйҙәр, — ти, мөләйем йылмайып, Миңлегөл Мөхәмәтвәли ҡыҙы.
Тынғыһыҙ уҡытыусы бер ваҡытта ла мәктәп менән генә сикләнмәй, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. Күп тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайланды, бер аҙ ауыл Советы хакимиәте башлығы вазифаһын да башҡарҙы.
Миңлегөл Мөхәмәтвәли ҡыҙы үҙен ҡәләм оҫтаһы итеп тә таныта, райондың абруйлы, ихтирамға лайыҡ кешеләре, ғаиләләре хаҡында матбуғат биттәрендә бәйән итә. Тиҫтәләгән шиғыр авторы ла. Динде ихтирам итә. Һикһәнгә етһә лә, мул итеп баҡса үҫтерә. Ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә, сәскә юҡ унда! Тормош иптәше Рәйес Мөхәмәт улы менән ике бала — Гүзәлде һәм Уралды — тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
...Ауыл урамынан бер апай килә. Осраған һәр кеше уның менән иҫәнләшә, хәлен һорай. Ошо төбәктең иң хөрмәтле кешеләренең береһе Миңлегөл Мөхәмәтвәли ҡыҙы ул.


Автор: Диана ХӘБИБУЛЛИНА. Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә