Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тетрәнеүһеҙ йәшәү мөмкинме?
Ғәжәп илдә йәшәйбеҙ. Береһенән-береһе яҡшыраҡ закондар сығарабыҙ — һанға һуҡмайбыҙ, хатта үҙебеҙ һайлап ҡуйған ил Президентының указы ла беҙгә указ түгел.
Былтыр май айында В. Путин 2012 йылдың ноябренә тиклем торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын конкуренция шарттарында яҡшыртыу буйынса саралар күрергә ҡушҡайны.
Һүҙ ҡуйыртыу күп, ә йөк һаман да үҙ урынында.

Алҡымдан алған хәүеф

Коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар ҡабарыуын дауам итә. Шулай итеп, тармаҡ хеҙмәттәренә тотоноу өлөшө Рәсәй буйынса уртаса дөйөм ҡулланыу сығымдарының 12 процентын биләй. Сағыштырыу өсөн: кейем-һалымға, аяҡ кейеменә ни бары — 9 процент. Белгестәр әйтеүенсә, 2015 йылға, эш хаҡының артыу-артмауына ҡарамаҫтан, коммуналь хеҙмәттәргә түләү йәнә бермә-бер күтәреләсәк.
1 июлдән һыу, йылылыҡ, электр энергияһын тотоноу күләме "социаль норманан" артҡан хәлдә юғары тариф менән түләйәсәкбеҙ. Был система Рәсәйҙең күп кенә пилот төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, эш башлаясаҡ. Әлегә яңылыҡ электр энергияһына түләүҙәргә ҡағыласаҡ — норманан тыш тотонолған һәр киловатт-сәғәт өсөн тариф 25 процентҡа арта. Бер йылдан һуң ошо уҡ хәл бөтә Рәсәйҙе ялмаясаҡ. Һыу өсөн түләүгә лә яйлап ошо система индереләсәк.
Һис тә яҡшы хәбәр түгел был ябай халыҡ өсөн. Ғәмәлдә һүҙ коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе йәнә күтәреү тураһында бара. Эксперттар фекеренсә, тармаҡта тарифтарҙы арттырыуҙы туҡтатыу өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк. Беренсенән, торлаҡты хеҙмәтләндереү буйынса барлыҡ сығымды халыҡ өҫтөнә ауҙарған 354-се ҡарарҙы ғәмәлдән сығарыу фарыз, тип иҫәпләй улар. Һәр кем өйҙәргә ҡуйылған прибор күрһәткестәренә ярашлы ғына түләргә бурыслы, бынан тыш, бер ниндәй ҙә өҫтәмә түләүҙәр ҡаралырға тейеш түгел тигән фекер менән күптәр килешер ине.
Дөрөҫөн әйткәндә, коммуналь бизнес үтә табышлы, ә эшмәкәрлеге халыҡ өсөн болғансыҡ һыу кеүек — бер һорауыңа ла аңлайышлы яуап таба алмаҫһың. Власть тармаҡты тәртипкә "күндерә" алмағас, уның эшмәкәрлеген контролләүҙе, тарифтар үҫешен күҙәтеүҙе йәмәғәтселек ойошмалары иңенә һалмаҡсы. Был яңылыҡтың да һөҙөмтәле булыуы шикләндерә. Тармаҡ эшмәкәрлеген ҡаплаған ҡуйы томанды Иҫәп палатаһы таратмаҡсы була ла ул... Сергей Степашин белдереүенсә, был яңылыҡ илдең торлаҡ-коммуналь хужалығындағы иҫ китерлек уғрылыҡты һәм коррупцияны еңергә ярҙам итәсәк. Бик ышанғы килә... Хайран ҡалырлыҡ миҫалдар күп, тик әлегә тиклем уғрыларҙың мал-мөлкәтенә арест һалынғаны, ҡулға алынғаны, тармаҡҡа килтергән зыяндың ҡаплатылғаны тураһында ишетелгәне юҡ.

Сер йомғағы һүтелмәһә...

Ниһайәт, торлаҡ-коммуналь өлкәләге идарасы компаниялар тармаҡтағы мәғлүмәтте йәмәғәтселек иғтибарына сығарырға баҙнат итте. Сер йомғағын сисеүҙе талап иткән закондарға ярашлы, Рәсәйҙең 16 төбәгендә эш башланды. Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышыусы фонд тарафынан үткәрелгән Бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә беҙҙең республиканың исеме лә телгә алынды.
Фондтың генераль директоры Константин Цицин тармаҡ етәкселәрен мәғлүмәттәрҙең асыҡлығын, үтә күренмәлелеген тәьмин итергә саҡырҙы. Ул белдереүенсә, дәүләт торлаҡ инспекцияларының роле нығытыласаҡ һәм идарасы компанияларҙың эшмәкәрлегенә ҡәтғи контроль булдырыласаҡ, кем дә кем талаптарҙы үтәмәй, шул баҙарҙа урынынан ҡолаҡ ҡағасаҡ. Төбәктәрҙең прокуратура һәм контроль-иҫәп органдары ла дилбегәне үҙ ҡулына алмаҡсы.
Әлегә ошо өлкәлә эшләүсе 10,4 мең идарасы ойошма ғына Фонд сайтында мәғлүмәттәре менән бүлешкән. Был — бик бәләкәй күрһәткес, барлыҡ ойошмаларҙың ни бары 14 проценты тигән һүҙ.

Тыныс тормошҡа иҫәп тотабыҙ

Быға тиклем Өфө халҡы коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе туранан-тура идарасы компанияларға күсермәй, баш ҡаланың Өфө торлаҡ хужалығына ебәреп торҙо. Өйгә килгән иҫәп ҡағыҙҙарында тап ошо ойошманың реквизиттары күрһәтелгән дә инде.
Прокуратура тарафынан үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, тупланған аҡсаның бер өлөшө аралашсы иҫәбенә "күсә". Аралашсы хеҙмәте арзандан түгел: йылына 200 миллион һум аҡса янда ҡала.
Законға ярашлы, халыҡтың түләүҙе туранан-тура идарасы компанияға күсереү хоҡуғы бар. Башҡортостан Прокуратураһында әйтеүҙәренсә, түләү документында "Өфө торлаҡ хужалығы" муниципаль унитар предприятиеһының банк реквизиттары күрһәтелеүе ҡала халҡын тейешле хоҡуҡтарынан файҙаланыуҙан мәхрүм итте. Яңыраҡ республиканың Юғары суды, Прокуратураның мөрәжәғәтен тикшергәндән һуң, "Өфө торлаҡ хужалығы"н закондарҙы боҙоуҙа ғәйепләне.
Күптәр Башҡортостан Юғары судының ҡарарын ғәҙел, дөрөҫ тип баһалай һәм был аҙымдың бөтә системаның үтә күренмәлелегенә килтереүенә өмөтләнә.
Ә шәхси идарасы компанияларҙың йөҙҙәре аҡ, күңелдәре паклығына кем гарантия бирә ала? Яңы эш механизмы суд һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәренә артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаҫмы? Ғөмүмән, беҙ ҡасан цивилизациялы илдә, алданыуҙан, төп башына ултырыуҙан хәүефләнмәй йәшәй башларбыҙ?
Хәҙер "Өфө торлаҡ хужалығы идаралығы" муниципаль бюджет идаралығы директоры Альфред Зиннәтуллиндың һүҙенә ҡолаҡ һалайыҡ.
— Берҙәм иҫәп-хисап касса үҙәге күрһәткән хеҙмәттәре өсөн түләүҙәрҙең 2,3 проценты күләмендә аҡса ала, шуның 0,8 проценты банкка түләнә, ҡалған 1,5 процентына үҙәктең 300 хеҙмәткәре алты мең йорт өсөн эшен башҡара, — ти ул. — Идарасы компанияларҙың иҫәп-хисап операциялары менән шөғөлләнеүенә шикләнәм. Уларға штатты арттырырға һәм һәр ерҙә бәләкәй генә үҙәктәр төҙөргә кәрәк буласаҡ. Моғайын, үтенестәре менән шул уҡ Берҙәм иҫәп-хисап касса үҙәгенә мөрәжәғәт итерҙәр. Өҫтәүенә банк хеҙмәте өсөн халыҡтан әлеге 0,8 процент урынына кәм тигәндә 2 процент күләмендә аҡса талап итәсәк. Нисек кенә булмаһын, сығым артасаҡ һәм ауырлыҡ өфөләр иңенә ятасаҡ.
"Берҙәм иҫәп-хисап касса үҙәге" муниципаль унитар предприятиеһының Юғары судтың ҡарарына ялыу бирергә йыйыныуы тураһында хәбәр бар. Нисек кенә булмаһын, ике яҡ та киҫкен мәсьәләне хәл иткәндә иң тәүҙә өфөләрҙең мәнфәғәтен күҙ уңында тоторға тейеш. Халыҡ башбаштаҡлыҡтан, хоҡуҡһыҙлыҡтан, тарифтарҙың нигеҙһеҙ күтәрелеүенән тамам арыны бит, йәмәғәт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528