Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тырышҡандар ярҙамһыҙ ҡалмаҫ
Ял көндәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Баҡалы, Илеш һәм Благовар райондарында булды.

Баҡалы ауылында республика етәксеһе “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү барышы менән танышты. Объекттың смета хаҡы — 60 миллион һум. Әле төп төҙөлөш эштәре тамамланған, ҡаҙанлыҡты эшкә ҡушыу һәм электр ҡорамалдарын ҡороу бурысы ғына ҡалған. Төҙөүселәр республика Президентын объектты бер айҙан тулыһынса сафҡа индерергә әҙерлеген белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының капиталь ремонтланған корпусында ла булды. Бүлмәләрҙә биҙәкләү эштәре үткәрелгән, тәҙрә, йылытҡыс батареялар, сантехника алмаштырылған, яңы медицина ҡорамалдары алынған. Реконструкциянан һуң табиптарҙың кабинеттары иркенәйеп киткән. Президент уларҙың бер нисәһендә булып, медицина техникаһы һәм кадрҙар менән тәьмин ителеш менән ҡыҙыҡһынды, “Ауыл табибы” программаһы буйынса районға килгән йәш белгестәр менән аралашты.
Мәҙәниәт һарайында Рөстәм Хәмитов район активы менән осрашыу үткәрҙе. Унда 2012 йылғы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары һәм быйылға пландар тикшерелде.
Илеш районындағы Иҫке Күктау ауылы эргәһендә Рөстәм Хәмитов “Урожай” ауыл хужалығы предприятиеһының һөтсөлөк фермаһында булды. Бында “500 ферма” республика программаһы буйынса һөтсөлөк комплексына реконструкция үткәрелгән. Фермала 720 баш һыйыр малы аҫраласаҡ.
Түбәнге Йәркәй ауылында республика Президенты “Завод” тигән яңы торлаҡ биҫтәһен төҙөү планы менән танышты. Бында 168 шәхси йорт, 198 уҡыусыға иҫәпләнгән урта мәктәп, парк, социаль-мәҙәни объекттар төҙөү ҡарала. Рөстәм Хәмитов 110 балаға иҫәпләнеп төҙөлөүсе балалар баҡсаһында булды. Президент башҡарылған эштең сифатын юғары баһаланы, балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылырға тейешлеген билдәләне.
Үрге Йәркәй ауылында республика етәксеһе “Илешит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ҡараны. Бында төрлө төрҙәге колбаса һәм ит ризыҡтары етештерелә. Предприятиеның проект ҡеүәте йылына 2 500 тонна ит ризығы етештереүгә иҫәпләнгән. Комбинат етәкселеге производствоны яңыртыуға 10 миллион һум аҡса һалып, продукция етештереүҙе 262 процентҡа арттырырға иҫәп тота.
Артабан республика Президенты Илеш районы активы менән осрашыу үткәреп, төбәктең иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.
— Илеш — республикала алдынғы райондарҙың береһе, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һеҙҙең һәйбәт тарихығыҙ, сифатлы, сыуаҡ бөгөнгөгөҙ бар. Киләсәгегеҙ тағы ла ышаныслыраҡ икәнлегенә һис тә шикләнмәйем. Улай ғына ла түгел, күп йәһәттән республикабыҙ өсөн өлгө булырға тейешһегеҙ.
Благовар районының Дмитриевка ауылында Рөстәм Хәмитов мал үрсетеү һәм ит етештереү буйынса яңы комплексты ҡараны. Ул “Таврос” компанияһының Башҡортостандың бер нисә районында йылына 70 мең тонна сусҡа ите етештереүгә иҫәпләнгән биш заманса малсылыҡ предприятиеһы булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан инвестиция проектына ярашлы төҙөлгән. Проекттың дөйөм хаҡы — 12,5 миллиард һум. Яңы объект бер меңдән ашыу эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Рөстәм Хәмитов инвесторҙар менән әңгәмәләште, предприятиены файҙаланыуға тапшырғанда килеп тыуған проблемалар хаҡында ентекләп һорашты. Республика етәкселеге тейешле ярҙамды күрһәтәсәк, тип ышандырҙы Президент.


Автор: Т. ИШЕМҒОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә