Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беренсе булыу уларға тәбиғәттән бирелгән
Беренсе булыу уларға тәбиғәттән бирелгәнТормошта үкенесле мәлдәр күп була. Йәшәйһең-йәшәйһең, барыһына өлгөрөрһөң кеүек, ашығаһың, туҡтап, артҡа әйләнеп ҡарайһың. Күпмелер юл үтелгән, ләкин тағы алға ынтылаһың — аҙ һымаҡ. Бер ваҡыт шуны аңлайһың: ошо ҡыҫҡа ғына тойолған ара тотош ғүмер булып киткән бит. Эргә-тирәләге таныштарың, яҡындарың һирәгәйгән, ҡырыңда өҫтәлеп барғандары тик яңылары икән, тормош арбаһынан кемдер төшөп ҡалғанын да һиҙмәгәнһең. Барған һайын өҫтәлгәндәренең күбеһе һиңә бөтөнләй ят кешеләр, уй-фекереңде аңламағандар, уртаҡлашмағандар икән дәһә. Артыңа әйләнеп, үҙеңә таныш, ҡәҙерле кешеләрҙе эҙләйһең. Юҡ улар, тик томан кеүек хәтер араһынан ҡул болғайҙар, "онотма-а" тигән тоноҡ тауыштары ғына ҡайтауаз булып үткәндәрҙән ишетелә.
Беҙгә, журналистарға, яҙыусыларға, Хоҙай тарафынан оло миссия бирелгән: үткәндәргә ҡайтып булһа ла, хәтер төйөнөн сисеп, киләсәк өсөн заман тарихына торошло хәл-ваҡиғаларҙы теркәү, ошолар эсендә ҡайнаған, Кеше тигән исемде ғүмере буйы намыҫ менән йөрөтөп, ил-күс именлеге өсөн бар булмышын биргәндәр тураһында яҙып ҡалдырыу.
Ике ауылдашым — Башҡортостанда Дан орденының иң беренсе тулы кавалеры булған Мостафа Ғәзизов менән республика ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырова — тураһында яҙмаҡ булып, ҡулға ҡәләм алдым.

"Холҡом алама бит минең..."


Мостафа бабайҙың мәрхүм булыуы тураһында ишеткәс, йөрәк, үҙен һиҙҙереп, ҡыҫып ҡуйҙы ла күңелдә үкенес тойғоһо урғылды. Ҡарт уҙамандың фанилыҡты ҡалдырып китеүе яҡындарына, уны белгән кешеләргә оло ҡайғы булһа, белмәгәндәр өсөн күп хәтирәләрен, әйтер һүҙҙәрен алып китеүе үкенесле ине. Әҙәби генә түгел, документаль әҫәр яҙһаң да, кеше ышанмаҫтай хәлдәрҙе башынан кисергән яугир ине ул. Ундайҙар тураһында бәйән итһәң, әй, китапта яҙалар инде, тиерҙәр. Фильм ҡуйылһа, режиссер менән сценарий яҙыусы ҡайһылай шыттырған, тип "зәңгәр экран" эргәһендә ултырырҙар, моғайын.
Мостафа бабай менән аралашманыҡ түгел, һөйләшкеләп йөрөнөк. Тыуған ауылы Яңы Мусала (Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке һәм Яңы Муса ауылдары халҡы үҙен бер ауыл кешеләре тип йөрөй) баҡсаһы бар ине. Ауырып киткәс тә, Өфөләге фатирына барырға, тормош иптәше Гәүһәрә Мәсәлим ҡыҙының да иҫтәлектәрен (ул да — һуғыш ветераны) яҙып алырға тура килгәйне. Әле иһә ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән, Дан орденының тулы кавалеры булған Мостафа Шакир улы Ғәзизовтың иҫтәлектәрен тағы күңелдән үткәреп, уҡыусыларға тәҡдим итмәксемен.
Һәр яугир өсөн иң ҡурҡынысы — тәүге алыш. Тәүҙә Ғәзизовтың тиңдәштәре лә: "Ҡасан һуғышҡа инеп, фашисты ҡырабыҙ инде", — тип уйлай, алышҡа ашҡына, бер-береһе менән кемдең нисек һуғышасағы тураһында ярышып-ярышып гәп һата. Ахырызаман ғәрәсәте нисектер, Мостафа өсөн ул көн унан һис тә кәм булмай. Тәүҙә, малайлығына барыптыр инде, нәкәнис ниместе ҡырыр ваҡыт етте, тип уйлай. Дошман яғын күҙәткән рота командиры лейтенант Яковлевтың ҡыланышы ла сәйер, ҡыҙыҡ булып тойола. Ул берсә биноклдән ҡаршы яҡҡа ҡарап тора, берсә траншеялар буйлап йүгерергә керешә, муйынын һоноп, тағы биноклен ҡулына ала. Ә бына политрук, лейтенант Антонов, тыныс. Политруктар шулай булырға тейештер инде. Һүҙен дә ышаныслы һөйләй, уларҙа буш өгөт-нәсихәт юҡ. "Дошман һеҙҙең арҡағыҙға атырға тейеш түгел, тишһә, пуля күкрәгегеҙҙе тишһен. Ләкин һеҙ атай-әсәйегеҙгә, һөйгәндәрегеҙгә тере килеш кәрәк. Тыуған илгә лә", — ти ул, һәр һүҙенә баҫым яһап.
Алыш була ҡалһа, ҡайһы егеттең ғүмере ҡыйылыр икән, тип уйлай Мостафа. Ниңәлер үҙен дә бер үк яҙмыш көтөрөн күҙ алдына ла килтермәй. Дөрөҫөрәге, алыш, шартлау башланһа, кемдеңдер үлере башына һыймай. Ниместәр алдағы ҡалҡыулыҡ яғынан баштарын ҡалҡыта барыр, һәр береһен сүпләп торор һымаҡ. Эс бошорғос тынлыҡтан, имеш-мимештән тамам арыта. Ике яҡ та, бер-береһенең түҙемлеген һынап ҡарағандай, ҡапыл ғына һөжүмгә күсергә баҙнат итмәйенсә тора тиерлек. Ара-тирә тыҡылдаған автомат, берәм-һәрәм гөпөлдәгән винтовка тауышынан тыш, әлбиттә. Нәҡ шул тынлыҡ ҡурҡыта ла инде: дошман, мәкер ҡороп, көтөлмәгән яҡтан ҡамап алмағайы, юғиһә әсир төшөүҙән дә хәтәр нәмә юҡ фронта.
Ерҙең аҫты-өҫкә киләме, күҙ алдында мәхшәр ҡуба: траншеялар һелкенә, ишелә башлай, тупраҡ, таш, тағы әллә нимәләр ҡояшты ҡаплап өҫкә күтәрелә, әсе һыҙғырыу, ҡолаҡ тондорғос шартлау — барыһы бергә бутала.
Аҙ ғына тынлыҡ булып торғанда Ғәзизов — ротаның санинструкторы — яралылар эргәһенә шыуыша. Ҡайһыһының яраһын бәйләй, ҡайһыһын ҡом-таш араһынан соҡоп сығара.
— Бер егеттең аяғын снаряд ярсығы телгеләп бөткән, һелкенеп, саҡ эләгеп тора. Ә ул, һуғышып та өлгөрмәнем, тип илай. Берәү булһа, ауыртыуҙан түҙә алмаҫ ине, — тип һөйләй торғайны ветеран. — Үҙем һөйрәйем, үҙем: "Иҫән ҡалғаныңа шатлан, һантый, ана, күпме егет үлеп ята", — тим...
Пулялар, снаряд ярсыҡтары ямғыры аҫтында санинструктор яралыны һуғыш яланынан алып сыға. Һуңынан тағы үлем менән йәшәү ҡайнаған ҡаҙан эсенә ашыға. Иҫең китер: Ғәзизов, ҡайҙа шыуышып, ҡайҙа эйелеп, ятып тигәндәй һөйрәп, ошо көндә генә ун һигеҙ яралыны ҡотҡара! Шул иҫәптән рота командиры Яковлевты, политрук Антоновты ла. Ә бына взвод командиры Чеполенконың яраһын бәйләп кенә өлгөрә... Был алышта яҡташы, күрше Илтуған ауылы егете Мәхмүт Зәйнуллинды ла юғалта. Снаряд ярсығы уның башын сәрпәкләп осора. Мостафа аҙаҡ уның кеҫәһенән һөйгәненең фотоһын, яҙған хатын алып, туғандарына һала, документтарын штабҡа тапшыра.
Тәүге алышта уҡ сынығыу алған Ғәзизов "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән наградлана.
— Эш миҙалдамы ни, — тип ҡуя ине ветеран, ошо саҡтарҙы иҫкә төшөрөп. — Хәтәр ваҡыт ине бит, уның ҡайғыһы булманы...
Һалдат өсөн иң юғары награда — "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены. Орден тигәндән, уның менән дә бүләкләнә Ғәзизов. Һуғыштың ҡыҙыу мәлендә ҡамауҙа ҡалалар. Ошонан сығыу бурысы тора рота алдында. Был ваҡытта ҡыйыу егет автоматсыларҙың взвод командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән була. Ошо алышта ул, ПТР-ҙан атып, бер үҙе дошмандың ике танкыһын, ике бронетранспортерын яндыра.
Хәҙер, сәйәси күҙлектән сығып, беҙҙең илдең Бөйөк Еңеүҙәге әһәмиәте төрлөсә баһаланһа ла, ябай совет граждандарының, совет һалдаттарының илгә тоғролоғо, ҡаһарманлығы ысын мәғәнәһендә үлемһеҙ. Быға ябай башҡорт егете Мостафа Ғәзизовтың яу яланында күрһәткән батырлыҡтарының бер нисәһен һанап сыҡһаң да етер ине (әйткәндәй, 2000 йылда Өфөлә сыҡҡан "Подвиги их бессмертны" китабында уның милләте ни өсөндөр үҙгәртеп яҙылған, фотоһы ла үҙенеке түгел). Мәҫәлән, 69-сы гвардия танк полкының автоматсылар взводы командиры урынбаҫары гвардия старшинаһы Ғәзизов 1943 йылдың 24 декабренән 1944 йылдың 1 ғинуарына тиклем, йәғни бер аҙна эсендә, үҙе генә 30 фашист һалдатын һәм офицерын юҡ итә, 15-ен әсиргә ала. Бер алышта, командиры яраланғас, взводты етәкләй һәм ҡуйылған бурысты үтәй.
Ошо батырлыҡтары өсөн Мостафа Шакир улы III дәрәжә Дан орденына лайыҡ була. Был СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1943 йылдың 8 декабрендә раҫлана.
— Украинаның Иваново-Франко ауылы эргәһендә ниместәрҙе ҡыуып киттек. Беҙҙең разведка взводы танк өҫтөндә, танк командиры — Сибәғәтуллин. Беҙ ни бары ун бер кеше инек, — тип хәтерләй торғайны Мостафа бабай. — Юҡ итерҙәй булһағыҙ ғына алышҡа инегеҙ, тинеләр беҙгә. Фашистарҙың колоннаһын "пантера" һаҡлап бара. Йәшенеп тороп, уны яндырҙыҡ та машиналарҙан, аттарҙан, йәйәүле һалдаттарҙан торған колоннаны ҡамап алдыҡ. Ниместәр ҡулын күтәрҙе...
Уйлап ҡараһаң, иҫең китер. Ун бер автоматсынан торған разведка взводы бер "Т-34" танкы ярҙамында тотош колоннаны ҡулға төшөрһөн әле!
Мостафа Шакир улын II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләү ҡағыҙында 1944 йылдың 23 мартындағы алыш тураһында яҙыла. Плус Място эргәһендәге алышта Ғәзизов дошмандың ике станоклы пулементын ҡулға төшөрә, бер үҙе 10 дошман һалдатын әсиргә ала. Ә икенсе көнөнә тәүгеләрҙән булып Днестр йылғаһын кисеп сыға. Йәшеренеп барып, дошман дзотына бәреп инә һәм 15 гитлерсыны атып үлтерә, унауһын әсиргә ала, өс станоклы пулеметын ҡулға төшөрә.
— Урап барҙым да дзоттың башындағы төтөн сыға торған тишегенән граната төшөрҙөм. Шартлағас, эскә инеп, автоматтан тыҡылдаттым, — тип һөйләй торғайны мәрхүм яугир, шул саҡтарҙы иҫкә алып. — Ниместәр ни, ҡулдарын күтәреп үҙҙәре сыҡты...
Дошман үҙ еренә табан сигенгән һайын нығыраҡ ҡаршылыҡ күрһәтә. Польшаның Олешице ҡалаһы өсөн алыштар ҡаты була. Әлбиттә, ҡалаға тәүгеләрҙән булып разведчиктар отряды инә. Уларҙы шәйләп алғас, дошман көслө ут аса. Беҙҙең частар килеп еткәнсе разведчиктар яулаған позицияларын тота. Алыштарҙа Ғәзизов 20 гитлерсыны юҡ итә, шунсаһын әсиргә ала. Ә тағы ике көндән, 23 июлдә, фашистарҙың көслө артиллерия һәм пулемет уты аҫтында Мостафа Шакир улы менән ике иптәше Сан йылғаһы ярына сыға. Улар кисеү эҙләргә тейеш була. Ғәзизов үҙе йылғаны бер нисә тапҡыр йөҙөп сыға, Нелепковище ауылы эргәһендә һайыраҡ урын табып, танктар килгәнсе билдәләп тора. Ошо һәм уға тиклемге батырлыҡтары өсөн егерме бер генә йәшлек егет I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Мостафа Шакир улы Ғәзизов — Башҡортостанда Дан орденының беренсе тулы кавалеры. Шуны билдәләргә кәрәк: III дәрәжә Дан орденына ул 1944 йылдың 10 февралендә лайыҡ булһа, ҡалған икәүһе шул уҡ йылдың 8 майында һәм 23 сентябрендә бирелә, йәғни ете ай эсендә!
Һуғыштан һуң Ғәзизов хеҙмәтен Байкал аръяғы хәрби округы менән Киев хәрби округында 1959 йылғаса дауам итә. 1948 йылда Гәүһәрә исемле ҡыҙға өйләнә. Ул, 1942 йылда һуғышҡа алынып, Еңеүҙе Литвала ҡаршылаған...
...Мостафа бабайҙан бер һорай ҡуйҙым: "Һеҙ — Башҡортостанда Дан орденының иң беренсе тулы кавалеры. Ниңәлер телевизорҙан да күренеп бармайһығыҙ, ауылда ла ябай ғына кеше булараҡ ҡабул итәләр. Берәү булһа, трибунанан төшмәҫ ине".
— Холҡом алама бит минең, — тип йылмайҙы ҡарт фронтовик. — Трибуна артына һыймайым...
Шаярыу ҡатыш әйтелгән һүҙҙәр артында күпме мәғәнә ята! Ысынлап та, "трибунасы" булманы Мостафа Шакир улы. Һәүетемсә генә, ҡәҙимгесә донъя көттө. Шулай баҡыйлыҡҡа ла китеп барҙы. Ә бит уның бер генә батырлығы ла Советтар Союзы Геройы исеменә торошло. Кем белә, үҙе әйтмешләй, "холҡо" ҡамасаулағандыр сая, түрәләрҙең кемлеген ҡарап тормайынса, һүҙен тура ярып әйтеүсе яугиргә...
(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872