Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөрөгән таш шымара
Бөгөнгө балаларҙы дәреслектәге материал йәки фотоһүрәт кенә ҡәнәғәтләндермәй. Уларҙың белергә, күрергә, өйрәнергә, эҙләнергә теләген тормошҡа ашырыу — беҙҙең бурыс. Ниндәйҙер сараның программаһы билдәләнгән кеүек, походҡа сығыр алдынан һәр етәксе үҙ маҡсатын күҙ уңында тота. Мәктәптең туризм хәрәкәтен ойоштороуҙы башлап йөрөгән Фәнзирә Хәйруллина, ярҙамсыһы Айрат Садиҡов уҡыусыларҙың һәләтен, физик яҡтан сынығыуын, төбәктең географик үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе тәүге урынға ҡуйһа, биология уҡытыусыһы Рәмилә Саһманова һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе өйрәнә.

Мин иһә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, уҡыусыларҙа Башҡортостандың һоҡланғыс һәм ҡабатланмаҫ тәбиғәте менән ғорурланыу тойғоһо, уға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләргә тырышам. Бына нисәнсе йыл рәттән яҙлы-көҙлө уҡыусылар Башҡортостандың төрлө төбәгенә походҡа юллана. Былтыр майҙа, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ шихандарының иң бейегенә — Торатауға — сәйәхәт ойошторолдо. Бынан 230 миллион йыл элек ер өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан таштарҙа диңгеҙ ҡабырсығы эҙҙәрен бөгөн дә күреп була. Күгелйем төҫтәге шихандар, һәйкәл кеүек, әллә ҡайҙан үҙҙәренә саҡырып тора. Түбәһенә менеп тирә-яҡтағы хозурлыҡты күреү, ундағы таштарҙы өйрәнеү уҡыусыларҙа күпме кинәнес, ҡыҙыҡһыныу уятты!
Сентябрҙә Белорет яҡтарына барҙыҡ. Тәбиғәтенең хозурлығы менән дан тотҡан төбәкте барып күреү теләген көҙгө һалҡын ямғырҙар ҙа, юлдың йыраҡлығы ла туҡтата алманы. Көньяҡ Уралдың иң бейек тауҙары, ҡалын урмандар ҡаршыланы беҙҙе.
Һауа торошо яҡшыны вәғәҙә итмәһә лә, төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, тәғәйенләнгән урынға кисләтеп кенә барып еттек. Ағиҙел йылғаһының һөҙәк яры буйына, түңәрәк матур аҡланға палаткалар урынлаштырып, тиҙ генә ашап алырға кәрәк ине. Уҡыусылар үҙҙәренең поход шарттарында йәшәү үҙенсәлектәрен, турист ҡағиҙәләрен һәйбәт белеүен иҫбатланы. Һәр кем эш менән мәшғүл. Ныҡлап ҡараңғы төшөп, ямғыр яуа башлағанда беҙҙең палаткалар ҡоролған, аш бешкәйне. Күмәкләшеп, фонарь яҡтыһында киске ашҡа йыйылдыҡ. Тамаҡ туйҙырып алғас, төнгө усаҡ янында уйындар ойошторҙоҡ.
Белорет ерендәге тәүге иртә бик матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Тирә-яҡтағы тауҙар, яҡындағы Ағиҙел йылғаһы — ҡуйы томан эсендә. Тынлыҡ, сафлыҡ хакимлыҡ итә ине был мәлдә тәбиғәттә. Ҡаршыла — Әреүәк-Рәз. Осло конус формаһындағы был тау үҙенең яланғас ҡаялары, сал түбәләре менән әллә ҡайҙан күренеп тора. Иртән ҡояш ҡалҡҡас, тауҙар әкиәт илендәге дейеү батшалығын хәтерләтте.
Икенсе көнгә поход программаһы бик тығыҙ ине. Иң тәүҙә Сермән ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейына юлландыҡ. Уның етәксеһе Рәмзиә Мамедова балаларға бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс сәйәхәт ойошторҙо. Музейҙа Белорет яҡтарындағы файҙалы ҡаҙылмаларҙың, ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең бөтөн төрҙәре лә урын алған, зауыҡ менән урынлаштырылған. Залдар иркен, экспонаттарҙы ентекләп ҡарарға мөмкин. Автобусҡа тейәлеп, Йәндек тауына киттек, унда йәйәүләп күтәрелдек. Йәш дуҫтарыбыҙ Әзиз менән Йәмилә тыуған төбәктәренең матурлығын, тарихи ҡомартҡы булған урындарын күрһәтеп, беҙҙе оҙатып йөрөнө. Йәндек, Ете туған, Ар ташы — һәр береһе үҙенсәлекле, һәр береһенең үҙ тарихы, үҙ йөҙө, үҙ моңо бар.
Ошондай бай тәьҫораттар менән урап ҡайтабыҙ үҙебеҙҙең ғәзиздәрҙән-ғәзиз, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле Борай еренә.
Уй-ниәтебеҙҙе дөрөҫ аңлап, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Николай Хәмәтдиновҡа, мәктәп директоры Лүзә Дугиноваға, оҙайлы походтарҙа ихлас йөрөгән автобус водителе Наил Вәлиевкә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә уҡыусылар өсөн ошондай мауыҡтырғыс, фәһемле походтар ойошторорбоҙ тигән өмөттәбеҙ.


Автор: Раушания ӘХӘТОВА. Борай районы, Яңы Таҙ ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә