Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Цигун — ауырымай йәшәү
Цигун — ауырымай йәшәүМарсель Сибәғәт улы Вәлишиндың «Цигун терапияһы үҙәге»нә умыртҡа һөйәгендәге һыҙланыуҙарҙан ҡотолорға тип килдем. Утыҙ йыл терапевт булып эшләгән, 1990 йылда Шанхай медицина институтының Цигун терапияһы кафедраһында ҡытайҙарҙың иң яҡшы дауалау ысулдарының береһен өйрәнгән оҫтаға өмөт бағлаған һәм унан сихәт алған бер мин түгел — 15 меңгә яҡын кешегә сәләмәтлеген ҡайтарған ул.

Сир менән көрәшкәндә

Беҙҙең төркөмдәге Рәсимә Потопаға — 40 йәш тирәһе. Өс ай элек үҙендә яман шеш барлығын белгән.
— Бындай диагнозды ишеткән кеше үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, әлбиттә. Мин дә Марсель Сибәғәт улына ҡайғы тулы күҙҙәр менән килдем. Ул беренсе көндә үк миндә һауығыуға ышаныс уятты. Ике ай эсендә ыңғай үҙгәрештәр тойҙом: элекке һымаҡ тиҙ арымайым, төшөнкөлөккә бирелмәйем, үҙемде һәйбәт тоям. Дауахананан арып ҡайтҡандан һуң цигун хәрәкәттәрен яһаһам, шунда уҡ көс инә, — ти пациент.
Бынан тиҫтә йыл самаһы элек 23 йәшлек Гөлназ да цигундың көсөнә инанған. Һөйөклө ире менән матур тормош ҡороп ебәргән, улдары үҫеп килгән саҡта ҡатынға алама диагноз ҡуялар. Операциянан һуң көс-хәл менән цигун дәрестәренә килә. Сирҙе еңергә ынтылыуы, табип ҡушҡандарҙы теүәл үтәүе һөҙөмтәһен бирә — алдан планлаштырылған икенсе операцияға ятыр алдынан яман шеш ҡабаттан табылмай. Гөлназ әле лә күнекмәләрҙе яһауын дауам итә. Һауыҡҡас, икенсегә әсәй булған.
Алты йыл элек Марсель Сибәғәт улына 15 йәшлек үҫмерҙе алып киләләр. «Ашҡаҙан аҫты биҙендәге яман шеште алырға һуң инде, — ти табиптар уның ата-әсәһенә. — Алты ай ғүмере ҡалған». Цигун был юлы ла мөғжизә яһай — дүрт ай шөғөлләнгәндән һуң, үҫмерҙәге шеш күҙгә күренеп кәмей, алты айҙан бөтөнләй юҡҡа сыға. Был пациент хәҙер һау-сәләмәт егеткә әүерелгән, колледжда уҡый.
Төркөмөбөҙҙә Альбина исемле мәктәп уҡыусыһы ла бар.
— Тубыҡ һәм терһәк тапҡырындағы псориазды нисек кенә дауаламаным: дауаханаға ла яттым, ҡиммәтле дарыуҙар, майҙар ҙа ҡулланып ҡараным. Файҙаһы булманы, — ти ҡыҙ. — Былтыр сентябрҙә цигун үҙәгенә килдем. Бер-ике ай эсендә тубығымда бер нәмә лә ҡалманы, терһәгемдәге таптар ҙа бөтөп килә.
Артур Хәмиҙуллин бер ай элек арҡаһы һыҙлауға, йоҡоһоҙлоҡҡа, ҡан баҫымының юғары булыуына зарланып мөрәжәғәт итә. Хәҙер үҙен тулыһынса сәләмәт кеше тип иҫәпләй. Яңыраҡ мәктәптә уҡыусы ҡыҙын да йөрөтә башланы. Бер нисә дәрестән һуң күҙенең яҡшыраҡ күреүен һиҙҙе.
Цигундың дауалау көсөнә инанған йәнә бер пациент исемен яҙмауҙы һораны. Йәш ҡатын биш йыл ревматик артрит менән яфалана.
— Былтыр октябрҙә үҙәккә аҡһай-аҡһай килдем, ҡулдарымды ла күтәрә алмай инем. Марсель Сибәғәт улына эйәреп дүрт күнекмәне яһағас, һыҙланыуым баҫылды, еңеллек тойҙом, — ти ул. — Хәлем көндән-көн яҡшыра. Һыҙланыуҙы баҫа торған дарыуҙы элек көнөнә бер нисә тапҡыр ҡулланһам, хәҙер йоҡлар алдынан дүрттән бер өлөшөн генә эсәм. Күп кенә әхирәттәремә ҡарағанда ла етеҙерәк булып киттем, беләктәремә көс ҡунды. Яңыраҡ тәүге тапҡыр бейек тағалы туфлийымды кейеп атланым. Һау-сәләмәт булыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ!
Марсель Сибәғәт улының дауалау оҫталығына үҙем дә беренсе көндә үк инандым. «Умыртҡа һөйәге менән һаҡһыҙ ҡыланырға ярамай», — тип, арҡамдағы ике генә нөктәгә баҫты. Сихәтен өйгә ҡайтып барғанда уҡ тойҙом: автобус баҫҡысы буйлап бер ауыртыныуһыҙ менеп киттем.

Нимә ул цигун?

— Марсель Сибәғәт улы, үҙәктәге мөғжизәләрҙе үҙ күҙҙәрем менән күргәс, шундай һорау тыуҙы: цигундың сере нимәлә?
— Цигун «энергия эшмәкәрлеге» тигәнде аңлата. Ҡытайҙар ошо дауалау алымын 5 мең йыл буйы булдырған, камиллаштырған.
Сирҙең 90 проценты умыртҡа һөйәгенең торошона бәйле, ә цигун хәрәкәттәре уны тергеҙергә, организмда ҡан алмашыныуын көйләргә ярҙам итә. Умыртҡа һөйәгенең һәр өлөшө төрлө эске ағза өсөн яуап бирә, шуға ла цигун менән шөғөлләнгән кешенең төрлө сирҙәре үҙенән-үҙе юҡҡа сыға.
Һауаһыҙ, ризыҡһыҙ оҙаҡ йәшәп булмағандай, хәрәкәтләнмәгән кеше лә 10 — 15 йыл эсендә һүнә. Цигун хәрәкәттәр ярҙамында ыңғай энергия алырға, насарын сығарырға ярҙам итә. Күнекмәләрҙе иртән ҡояш ҡалҡҡан, кис байыған яҡҡа ҡарап башҡаралар, был ваҡытта сит нәмәләр хаҡында уйларға ярамай.
— Шуға ла ҡытайҙар иң оҙон ғүмерле халыҡтарҙың береһе һаналалыр әле.
— Ҡытайҙа был ябай ғына күнегеүҙәрҙе балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә, институттарҙа һәм армияла яһайҙар. Сирләп китһәләр, йышыраҡ цигун терапевына мөрәжәғәт итәләр. Цигун ярҙамында умыртҡа һөйәге ауырыуҙары, остеохондроз, ревматоид артрит, быуындар травмаһы эҙемтәләре, хроник пневмония, 2-се типтағы шәкәр диабеты, псориаз, аритмия, астматик бронхит, боғаҡ (зоб), невроз, хроник арыу кеүек күп сирҙәрҙе дауаларға була.
— Тимәк, хәҙер беҙгә сихәт артынан Ҡытайға барырға кәрәкмәй?
— Эйе, 6 йәштән өлкән һәр кеше цигун менән үҙаллы шөғөлләнә ала. Бының өсөн ихтыяр көсө генә кәрәк. Көнөнә ике тапҡыр ете-һигеҙ күнекмәне яһау ҙа төрлө сирҙе иҫкәртергә, иммунитетты нығытырға, үҙ-үҙеңде дауаларға, ауырымай-һыҙланмай ҡартайырға ярҙам итә. Мәҫәлән, беҙҙең үҙәккә йөрөүселәр араһында киҙеү менән ауырыған бер кеше лә юҡ.
— Цигунды барлыҡ табиптар һәм физкультура уҡытыусылары өйрәнһә, ҡайһылай шәп булыр ине!
— Хәҙер күптәр, һаулыҡты һатып алып була, тип уйлай. Умыртҡа һөйәге ауыртһа, массажға, мануаль терапияға йөрөйҙәр, әммә уларҙың файҙаһы оҙаҡҡа бармай, сөнки үҙ өҫтөңдә эшләмәгәс, һөйәктәр кире элекке хәленә ҡайта. Дауаланыуҙы цигун менән бергә алып барғанда, кеше тиҙерәк һауыға, сиренән бөтөнләйгә ҡотола.
Мәктәптәрҙә цигунды йәйелдереү ҙә илгә күп файҙа килтерер ине. Мәҫәлән, Рәсәйҙәге мәктәп уҡыусыларының 40 процентында умыртҡа һөйәге деформацияһы күҙәтелә. Уларҙы киләсәктә күп сир көтә! Әгәр умыртҡа һөйәге торошон яҡшыртһаң, 90 процент сирҙән ҡотолорға була.
Арабыҙҙа быны аңлаусылар бар, әммә күп түгел. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында йәшәүсе терапевт Клара Шәрипова бөгөн беҙҙең үҙәктә цигунды ентекле өйрәнә, киләсәктә уны эшендә файҙаланырға теләй. Цигун буйынса инструкторға уҡыр өсөн 10-12 көн дә етә. Бындай белем табиптарға һәм физкультура уҡытыусыларына эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү мөмкинлеген дә аса.
Һаулыҡ һаҡлау һәм Мәғариф министрлыҡтары ошо мәсьәләгә иғтибар итһә, халыҡ һаулығы хаҡында бик ҙур хәстәрлек булыр ине. Цигундың ыңғай һөҙөмтәләрен документтар нигеҙендә иҫбат итә алам.
— Бөгөн ғәҙәти булмаған төрлө ысулдар менән дауалаусылар күбәйеп китте. Уларҙан алданыусылар ҙа кәмемәй. Ошондай шарттарҙа нисек итеп мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә?
— Мутлашыусылар кешенән төрлө юл менән күп итеп аҡса алырға тырыша, әммә һөҙөмтә өсөн яуап бирмәй. Мин иһә һәр пациент менән килешеү нигеҙендә эшләйем. Әгәр кеше әйтелгән ваҡыт эсендә һауыҡмаһа, аҡсаһы кире ҡайтарыла. Бындай осраҡ өс тапҡыр ғына булды. Шул уҡ ваҡытта 15 меңгә яҡын кешенең тулыһынса һауығыуын да оноторға ярамай. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәгеҙ ҙә, хоҡуҡтарығыҙҙы белегеҙ.
— Марсель Сибәғәт улы, Өфөгә килә алмаған алыҫ ҡала һәм район халҡына цигун күнекмәләрен беҙҙең гәзит аша өйрәтә алмаҫһығыҙмы?
— Маҡсатым — кешеләргә цигун кеүек дауаланыу ысулы барлығын аңлатыу. Шуға күрә уның серен “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ихлас асырмын. Тик бер генә шартым бар: һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ, күнекмәләрҙе теүәл яһағыҙ, ялҡауланмағыҙ, хәрәкәттәрҙе яҡындарығыҙға ла өйрәтегеҙ. Сәләмәтлектең 90 проценты — үҙебеҙҙән, 10 проценты медицина мөмкинлектәренән тора, шуны онотмағыҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, редакцияға ебәрегеҙ.

Һауығырға әҙерһеңме?

“Ялҡауҙар һәм вайымһыҙҙар был тесты үтмәһә лә була, сөнки беҙ үҙ тормошо һәм сәләмәтлегенең хужаһы булырға ынтылған кешеләр менән генә эшләйбеҙ”, — тип иҫкәртә Марсель Вәлишин.
Шулай итеп, һеҙҙең алда — Цигун оҫтаһының портреты. Фотоһүрәтте 1,5 метр алыҫлыҡҡа ҡуйып, бер минут Оҫтаның күҙҙәренә ҡарағыҙ. Артабан устарығыҙҙы үҙегеҙгә ҡарай әйләндерегеҙ, ҡул суҡтары бөгөлгән тапҡырҙағы һыҙыҡтарға ҡарағыҙ.
Хәҙер шул һыҙыҡтарҙы бер-береһенә терәгеҙ, усығыҙҙы усҡа ҡуйығыҙ, бармаҡтарығыҙҙы көсөргәнештә тотмағыҙ. Бармаҡтарығыҙға күҙ һалығыҙ — улар бер үк оҙонлоҡта.
3 минут 15 секунд үткәнде ҡараһын өсөн берәйһен ярҙамға саҡырығыҙ. Уңайлы итеп ултырығыҙ, һыңар ҡулығыҙҙы (ир-ат — һул, ҡатын-ҡыҙ — уң) алға яурын тәңгәленә тиклем күтәрегеҙ, күҙегеҙҙе йомоғоҙ (ярҙамсығыҙ шул саҡ ваҡытты ҡараһын). Күҙегеҙ йомолған килеш Оҫтаның портретына үреләһегеҙ, бармаҡтарығыҙ оҙоная, алыҫҡа һуҙыла тип хис итегеҙ, эстән генә “оҙонораҡ, оҙонораҡ” тип ҡабатлағыҙ.
Әйтелгән ваҡыт үткәс, күҙегеҙҙе асығыҙ һәм ҡабаттан усығыҙҙы усҡа ҡуйығыҙ һәм бармаҡтарҙың оҙонлоғон сағыштырығыҙ. Һөҙөмтәнең дүрт төрлө булыуы мөмкин.
1. Әгәр бармаҡтарығыҙ оҙонайһа, бик яҡшы. Башҡаларға ҡарағанда тиҙерәк һауығырһығыҙ. Һеҙҙең асылмаған һәләттәрегеҙ бар, цигун уларҙы үҫтерергә һәм тормошта дөрөҫ файҙаланырға өйрәтер. Һауығыр һәм уңышлы кеше булыр өсөн ихтыяр көсөгөҙ етерлек.
2. Бармаҡтарҙың оҙонлоғо үҙгәрмәгән икән, зарар юҡ. Был осраҡта сәләмәтлекте тергеҙер, йәшерен һәләттәрҙе асыр өсөн тырышлыҡ, күп көс һалырға тура киләсәк.
3. Бармаҡтар ҡыҫҡарған икән, тимәк, хәүефләнергә урын бар. Аҫҡы аңығыҙ өҫкө аңығыҙға ҡаршылыҡ күрһәтә. Һеҙгә табипҡа күренергә кәрәк.
4. Ҡулығыҙҙы оҙаҡ күтәреп тора алмайһығыҙ, кире төшөрәһегеҙ. Ихтыяр көсөгөҙ кәмегән, ныҡышмалылыҡ етмәй. Быны төҙәтеп була. Туғандарығыҙҙың һеҙҙе цигун менән шөғөлләнергә мәжбүр итеүен һорағыҙ. Ябай ғына күнекмәләрҙе эшләһәгеҙ ҙә, бер нисә көндән рухи көсөгөҙ нығыр, үҙ өҫтөгөҙҙә шөғөлләнеү теләгегеҙ тыуыр.
Шуны өҫтәргә кәрәк: бармаҡтарҙың оҙонлоғо тиҙ арала элекке хәленә ҡайтыр. Тағы ла тесты фәҡәт Оҫтаның портреты менән үткәрергә кәрәк. Икенсе һүрәттәрҙе файҙаланған осраҡта насар эҙемтәләрҙең булыуы ихтимал. Тест бөтөнләй хәүефһеҙ һәм зарарһыҙ.

Беренсе дәрес

Цигун менән шөғөлләнеүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Барлыҡ күнекмәләр урынына дүртәү-бишәүен эшләү ҙә етә. Мәҫәлән, остеохондроздан ҡотолор өсөн Цигун — ауырымай йәшәү“Көйәнтә аҫып барған кеше”, “Билде әйләндереү”, “Ҡауҙы”, “Пружина кеүек артҡа эйелеп” тигәндәрен яһарға кәрәк. Бөгөн тәүгеһен өйрәнәйек.

“Көйәнтә аҫып барған кеше”
Аяҡтарҙы яурын кимәленә ҡуйып баҫабыҙ, табандарҙы эскә ҡаратып ҡуябыҙ, тубыҡтарҙы бөкмәйбеҙ, арҡаны тура тотабыҙ һәм бер аҙ алға эйеләбеҙ.
Хәҙер ике ҡулды ла алға яурын тапҡырына тиклем ипләп кенә күтәрәбеҙ, бармаҡтар тура һәм бер-береһенә тейеп тора. Ир-егеттәр — һул, ҡатын-ҡыҙҙар уң ҡулын яйлап ҡына аҫҡа төшөрә. Башты бороп, ҡул артынан күҙәтәбеҙ. Хәҙер ҡулды артҡа ҡарай яурын тапҡырына тиклем күтәрәбеҙ һәм урта бармаҡтың тырнағына ҡарайбыҙ. Аяҡтарҙы һәм арҡаны иң башта әйтелгәнсә тоторға онотмайбыҙ. Хәҙер ҡулдарҙың икеһен дә төшөрәбеҙ, береһен — кире алға, икенсеһен артҡа ебәрәбеҙ. Артҡа киткән ҡулды шулай уҡ, башты бороп, күҙ ҡарашы менән оҙатабыҙ.
Был бер хәрәкәт булды. Ошолай итеп туғыҙ тапҡыр эшләргә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872