Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сүп-сарҙың тоғо ни хаҡ?
Сүп-сарҙың тоғо ни хаҡ?Редакцияға Өфө районының Дорогино ауылынан бер нисә кеше шылтыратып, үҙҙәрен борсоған мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һораны. Бында йәшәгән кешеләрҙе иң ныҡ борсоғаны — көнкүреш ҡалдыҡтарына тәғәйен урын булмауы. Урындағы халыҡтың үтенесен иҫәпкә алып, икенсе көндө үк юлға сыҡтыҡ. Баш ҡаланан Дорогиноға тиклем машина менән бер сәғәт тигәндә елдереп барып та етәһең.

Бына Кириллово ауыл Советы. Ауыл күркәм, таҙа. Урындағы хакимиәт башлығы Николай Келлер менән алдан һөйләшеп ҡуйғайныҡ.
— Әлеге проблема менән беҙ күптән таныш, ләкин Дорогино халҡына бөгөн ярҙам итә алмайбыҙ. Ауыл әлегә төҙөлөш майҙансығы булып иҫәпләнә һәм муниципалитетҡа тапшырылмаған. Ауыл Советының унда муниципаль эшмәкәрлек алып барыуға аҡсаһы ла, вәкәләттәре лә самалы. Кириллово ауыл Советында торлаҡ-коммуналь хеҙмәт күрһәтеүсе ойошма юҡ. Беҙ көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн Иглин районының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаһы менән килешеү төҙөргә мәжбүр. Ярай әле улар беҙгә ярҙамға килергә әҙер.
Элек Дорогино ауылында 1 200 кеше йәшәй ине, яңыраҡ тағы 600-ҙән ашыуҙы теркәнек. Генераль план буйынса бында 800-ҙән ашыу яңы йорт һалынырға тейеш. Әлбиттә, мәсьәләне хәл итергә кәрәк, сөнки сүплек көндән-көн үҫә. Әле прокуратура тикшереү эше алып бара. Яҙға тиклем мәсьәлә хәл ителер тип өмөтләнәбеҙ, – тине Николай Александрович.
Артабан Дорогиноға юл тоттоҡ. Сағыу алтаҡталы юлдан боролоп инеп, 300 метр араны үтеү менән кәбән ҙурлығындағы сүп-сар өйөмдәре теҙмәһе башлана. Был — ауылдың йөҙө! Машинаны күреү менән биш-алты эттән торған өйөр урман яғына ҡасты, тауыҡ ҙурлығындағы ҡарғалар, беҙҙең килеп төшөүгә риза булмай ҡарҡылдашып, ағас ботаҡтарына ҡунды. Бында эйәләшкән турғайҙар ҙа йоҙроҡтай!
Редакцияға шылтыратҡан Елена Степанова ауыл халҡының аһ-зарын беҙгә еткерергә ашыҡты:
— Был ауылда йылдан ашыу йәшәйбеҙ, авгусҡа тиклем сүп-сарҙы үҙ көсөбөҙ менән сығара инек. Өйҙән-өйгә йөрөп аҡса йыйып, машина яллап, тейәшә торғайныҡ, тик һуңынан, кемдеңдер түләгеһе килмәй, кемдер ярҙамдан баш тарта башлағас, эш туҡталды. Әле беҙгә үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим иткән компания 100 литрлыҡ тоҡҡа тултырылған сүпте 64 һумға сығарырға риза. Беҙ иһә баш тартырға мәжбүр, юғиһә, уның кубометры 640 һумға төшәсәк бит!
Әле бына ҡар өйөмө һәм сүп-сар аҫтында көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн тәғәйенләнгән ун контейнер тора. Яҙ етеү менән ҡар иреп, ҡояш ҡыҙҙыра башлағас нимә булыр? – тип хафалана ул.
Ысынлап та, мәсьәлә тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә. Яҙ яҡынлаша, көндәр оҙонайҙы...


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә